Эстәлеккә күсергә

Самсонова Зоя Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самсонова Зоя Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены

Самсонова Зоя Михайловна (3 июнь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр актрисаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Ульяновск өлкә драма театры актрисаһы

Зоя Михайловна Самсонова 1947 йылдың 3 июнендә Украина ССР-ы Волынь өлкәһенең Владимир-Волын ҡалаһында тыуған.

Ул үҙенең бала сағын һәм үҫмер йылдарын Львов өлкәһенең Самбор ҡалаһында үткәрә. Шунда урта мәктәпте тамамлай.

1969 йылда ГИТИС-ты тамамлай. Уның педагогтары Г.Г. Конский һәм О.Н. Андровская була.

1969 йылдан башлап актриса Ульяновск драма театрында эшләй. Ульяновск театр сәхнәһендә уйнаған тәүге роле Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһынан Зөбәржәт була. Уның иҫәбендә йөҙҙән ашыу театр ролдәр[1].

Ульяновск өлкәһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы[2].

Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Юченковта кейәүҙә була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ульяновск өлкә драма театры

  • Зөбәржәт - «Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим;
  • Дорин - «Тартюф», Ж.-Б Мольер;
  • Иветта Потье - «Матушка Кураж», Б Брехт;
  • Купавин - «Волки и овцы», А.Н. Островский;
  • Тугино - «Последняя жертва», А.Н. Островский;
  • Элизабет - «Заноза», Ф. Саган;
  • Тугоуховской - «Горе от ума», А Грибоедов;
  • Ольга әбей - «Я, бабушка, Илико и Илларион», Н. Думбадзе;
  • Антоновна Прасковья Бондырева - «Блажь», П. Невежин, А Островский;
  • Мавра Тарасовна Барабошева - «Правда – хорошо, а счастье лучше», А Островский;
  • Һыйыр Зорька - «Очень простая история», М. Ладо;
  • Маргарита Серафимовна Лучезарная - «Бесприданник», Л. Разумовская;
  • Эстер Львовна - «Незабудка», Л. Улицкая;
  • Фрозина - «Скупой», Ж.-Б Мольер.
  1. Зоя Самсонова: «Когда меня не узнают в спектакле – это высшая похвала». mosaica.ru. Дата обращения: 31 март 2020.
  2. Зоя Самсонова: «Героинь, которые не способны любить, я не играла». ul.aif.ru. Дата обращения: 31 март 2020.
  3. Зоя Самсонова: «Согласна выйти замуж!» Улпресса. Дата обращения: 31 март 2020.