Сангар боғаҙы
Сангар боғаҙы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Япон диңгеҙе, Тымыҡ океан |
Ил | |
Бүлә | Хоккайдо утрауы һәм Хонсю утрауы |
Киңлеге | 18—110 км |
Оҙонлоғо | 96 км |
Иң тәрән урыны | 491 м |
Tsugaru Strait Викимилектә |
Сангар боғаҙы йәғни Цугару боғаҙы (япон. 津軽海峡Цугару-кайкё: ) — Японияның Хонсю һәм Хоккайдо утрауҙары араһындағы боғаҙ. Япон диңгеҙен Тымыҡ океан менән тоташтыра.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киңлеге 18—110 км, оҙонлоғо — 96 км. Суднолар йөрөшлө өлөшөндә боғаҙҙың тәрәнлеге 110 метрҙан 491 метрғаса барып етә.
Төп ағымы көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлгән, уның боғаҙ уртаһындағы тиҙлеге яҡынса 3 узел тәшкил итә. Һыу артымдары 2 метрға барып етә.
Сангар боғаҙының картаһын тәүге тапҡыр рус адмиралы И. Ф. Крузенштерн төҙөй.
Ике яҡ яр буйҙары ла текә һәм урман менән ҡапланған. Хоккайдо утрауы яр буйында Хакодате ҡала-порты урынлашҡан. Көньяҡта диңгеҙ һыуҙары Хонсю утрауының эсенә үтеп инеп Муцу ҡултығын барлыҡҡа килтерә, бында Аомори ҡала-порты урынлашҡан.
Ҡышын боғаҙ туңмай.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙҙәттәге 20 диңгеҙ миленән айырмалы рәүештә, Японияның территориаль һыуҙары яр буйынан тик 3 диңгеҙ миленә генә тарала. Был АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ көстәре Япония территорияһында йәҙрә ҡоралын тыйыу тураһындағы законды боҙмайынса ғына Сангар боғаҙы аша үтә алыу шартына бәйле[1].
Боғаҙ аҫтынан әлегә донъялағы иң ҙур тимер юл тоннеле — Сэйкан тоннеле үтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Japan left key straits open for U.S. nukes | The Japan Times 2022 йыл 19 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цугару в БСЭ(недоступная ссылка)
- Словарь современных географических названий — Цугару(недоступная ссылка)
- Крузенштерн. Сангарский пролив 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |