Эстәлеккә күсергә

Санкт-Петербург профсоюздарҙың гуманитар университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербург Профсоюздарҙың гуманитар университеты
(СПбГУП)
GUP day.jpg
Халыҡ-ара исеме

Saint-Petersburg University of Humanities and Social Sciences

Асылған йылы

1991

Тип

Дәүләткә ҡарамаған

Ректор

А. С. Запесоцкий

Студенттар

12000-дән ашыу[1]

Урынлашыуы

Рәсәй флагы Санкт-Петербург

Юридик адресы

Санкт-Петербург, Фучик урамы, 15[2]

Сайт

http://www.gup.ru

Санкт-Петербург профсоюздарҙың гуманитар университеты — Рәсәй Федерацияһының Санкт-Петербурггтағы юғары уҡыу йорто.

Санкт-Петербург профсоюздарҙың гуманитар университеты 1991 йылда 65 йыл ғәмәлдә булған Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбе базаһында ойошторола.[2] Уҡыу йортоноң ойоштороусылары булып Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһы һәм «Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе профсоюздар федерацияһы» төбәк-ара берекмәһе тора.

Университетта уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу формаһында ойошторолған, уҡытыу биш факультет базаһында алып барыла:

  • Мәҙәниәт факультеты:
    • Журналистика
    • Йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм реклама
    • Физик тәрбиә
    • Философия һәм культурология
  • Сәнғәт факультеты:
    • Тауыш режиссураһы
    • Сәнғәтте өйрәнеү
    • Хореография сәнғәте
    • Режиссура һәм актер оҫталығы
    • Мультимедиа режиссурһы
  • Иҡтисад факультеты
    • Инглиз теле
    • Математика һәм информатика
    • Немец һәм роман телдәре
    • Иҡтисад һәм идара итеү
  • Юридик факультет
    • Хоҡуҡ тармаҡтары
    • Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡ теорияһы
    • Енәйәт хоҡуғы һәм процесы
    • Хеҙмәт һәм профсоюз хоҡуғы
    • Халыҡ-ара хоҡуҡ
    • Граждандар хоҡуғы һәм процесы
  • Конфликтология факультеты
    • Конфликтология
    • Социаль-мәҙәни технологиялар
    • Социаль психология

Мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • № 236 мәктәп (Санкт-Петербург)
  • № 215 мәктәп (Санкт-Петербург)

Студенттарҙы янъял менән ҡыуыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 26 мартында университеттың сайтында 2014 йылдың мартында көндөҙгө бүлектең бары тик «өслө» билдәләренә генә өлгәшеп уҡыған һәм тәртип боҙған, нормаһыҙ, эхлаҡһыҙ лексика ҡулланған, дресс-кодҡа кейемдәре тура килмәгән 150 студентын ҡыуып сығарыу тураһында ректораттың бойороғо тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Шулай уҡ университет студенттарының социаль селтәрҙәрҙәге тәртибенә лә иғтибар ителә, тип сайтта хәбәр ителә, Был бигерәк тә ВКонтакте-ның «Подслушано в СПбГУП и т. п» форумына ҡағыла. Элекке студенттарҙың береһе һүҙҙәре буйынса, төп сәбәп булып студенттарҙың ВКонтактелағы «Подслушано в СПбГУП» форумында университеттың закон сиктәрендәге реаль проблемалары тураһында яҙыуҙары торған. Был ҡарашты Рәсәй студенттар союзы ағзалары ла дөрөҫ тип таба һәм улар СПбГУП ректоры Александр Запесоцкийҙың отставкаға китеүен талап итергә йыйыныуҙарын белгертә. Шул уҡ ваҡытта Запесоцкий үҙе «Аргументы и факты» гәзитендә килеп тыуған хәлгә түбәндәгесә аңлатма бирә: « Юғары уҡыу йорто хакимиәте өрлө социаль селтәрҙәрҙә ҡуйылған үҙ адресына булған тәнҡитте ҡыҫырға тырыша тигән һүҙҙәрҙе дөрөҫ тип аңлаүҙы -үҙе бер ахмаҡлыҡ тип атарға мөмкин». Ректорҙы отставкаға ебәреүгә өлгәшеү мөмкин булмай — Запесоцкий 2017 йылдың мартына ҡарата үҙ вазифаһында һаҡланып ҡала. Күп һандағы студенттарҙы ҡыуыуҙы ул «балластан ҡотолоуҙың йомшаҡ формаһы» тип билдәләй[3]. Санкт-Петербургтың бер киң мәғлүмәт саралары юғары уҡыу йорто ректорынРәсәй Конституцияһынаң һүҙ азатлығы тураһындағы 29 статьяһын боҙоуҙа ғәйепләп яҙып сыға. Быға яуап итеп университет гәзитте судҡа бирә һәм мәғлүмәтте кире ҡаҡтырыуға ирешә (бары тик юғары уҡыу йортона зыян килтергәндәре өсөн компенсация ғына ала алмай).

  • Почетлы докторҙар, Санкт-Петербург профсоюздарҙың гуманитар университеты
  • Категория: Санкт-Петербург профсоюздарҙың гуманитар университеты
  • Лихачев уҡыуҙары
  1. Справочник абитуриента. СПбГУП. Дата обращения: 7 ноябрь 2019.
  2. 2,0 2,1 Синдаловский, 2002, Деаббр. ВПШК: Высшая профсоюзная школа культуры, ныне Гуманитарный университет профсоюзов (ул. Фучика, 15).
  3. Петербургский вуз остался без миллиона // Коммерсантъ.