Саптаряков Абдулхай Сабирйән улы
Саптаряков Абдулхай Сабирйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Саптаряков Абдулхай Сабирйән улы (1922 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы ҡылыссыһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулхай Сабирйән улы Саптаряков (башҡа сығанаҡтар буйынса фамилияһы Саттаряков[2].) 1922 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Рудник Юлалы ҡасабаһында[1] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһендә (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Тербуны районында яуҙа батырҙарса һәләк була. Яугирҙың һуңғы төйәге Икенсе Тербуны ауыл биләмәһендәге туғандар ҡәберлеге[1]. Юғалтыуҙар исемлегендә Рудник Юлалы ҡасабаһында йәшәгән уның ир туғаны Сәмиғуллин Абдулла күрһәтелгән[2].
2-се Тербунылағы юғалтыуҙар исемлегендә (өҫтәмә исемлек) 26-сы итеп Сабтарряков Төхвәт Мөхтәр улы теркәлгән, бөтә мәғлүмәттәр (тыуған йылы, тыуған урыны, кавалерия полкы һаны, һәләк булыу датаһы, ир туғаны Сәмиғуллин Абдулла) Саптаряков Абдулхай Сабирйән улы мәғлүмәттәренә тап килә, тик был документта һәләк булған урыны аныҡлаштырылған — Тербуны районы Бурдино ауылы һәм хәрби һөнәре башҡа — ПТР (танкыға ҡаршы ҡорал) номеры[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2018 йылдың 10 ноябрендә «Аҡ тирмә» Башҡорт милли-мәҙәни төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры ерләнгән туғандар ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлгә дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- САПТАРЯКОВ Абдулхай Сабирьянович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Саптаряков Абдулхай Сабирьянович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Список безвозвратынх потерь. с. 2-Тербуны. Братское захоронение