Эстәлеккә күсергә

Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы
татар. Нәҗибә Сафина
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Киҫәкҡайын, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле
Һөнәр төрө шағир, публицист, журналист, йәмғиәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Әүҙемлек урыны Ҡарман, Балтачево[d], Чистай, Нефтекама, Прогресс, Четыре Двора[d] һәм Ҡазан
 Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы Викимилектә

Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы (2 март 1949 йыл) — Татарстан шағиры, уҡытыусы һәм журналист.

Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы Сафина 1949 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ы Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1967 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Ҡазан дәүләт университетының тарих һәм филология факультетына уҡырға инә. 1972 йылда татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Татар АССР-ы Кама-Устьин районының Балтасин урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Артабан Чистай районының Дүртөйлө урта мәктәбендә һәм (Чистай педагогия училищеһында педагогик эшмәкәрлеген дауам итә.

Башҡортостанға ҡайтҡас, Нажибә Сафина һөнәре буйынса эш таба алмай. Нефтекама автозаводында слесарь, мастер, инженер-конструктор; Төҙөүселәр һарайында техник кабинет начальнигы, Нефтекама ҡалаһы китап яратыусылар йәмғиәтенең яуаплы сәркәтибе булып эшләй. 1979—1983 йылдарҙа Краснокама районының «Вперед» гәзитенең татар телендә дубляжы булған «Алга»ла тәржемәселәр төркөмөндә эшләй. Татар телендә айырым «Кама таңнары» район гәзитен сығара башлауға өлгәшә. Ошо баҫма редакцияһы эргәһендә «Аҡсарлаҡ» һәм «Инеш» әҙәби түңәрәктәрен ойоштора һәм уларға етәкселек итә.

Өфөлә 1982 йылда башҡорт телендә нәшер ителгән «Йәш көстәр» йыйынтығында, 1984 йылда Ҡаҙанда сыҡҡан «Кызлар җыры» йыйынтығында Нәжибә Сафинаның әҫәрҙәре баҫыла[1].

90-сы йылдарҙа Ҡазанға кире китә һәм «Шәһри Казан» гәзите һәм «Сөйөмбикә» журналы редакцияларында эшләй. Ҡазанда йәшәгән осоронда ижады танылыу яулай: бер-бер артлы «Ҡош теле» («Хворост»), «Аҡҡош күле» («Озеро Лебяжье»), «Мэче фәлсэфэсе» («Кошачья философия») шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Был китаптар балалар өсөн яҙыла. Өлкәндәр өсөн яҙылған лирик шиғырҙарында автор мөхәббәт, татар халҡының яҙымышына ҡағылышлы темаларға мөрөжәғәт итә («Таң ҡошо» йыйынтығы). 1997 йылдан — Татарстан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Нәжибә Сафинаның тормош иптәше — Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Мөдәррис Әғләм.

  • Кош теле: Шигырьләр.— Казан: Татар. кит. нәшр., 1996.— 30 б.— 3000.
  • Таң кошы: Шигырьләр.— Казан: Татар. кит. нәшр., 1997.— 128 б.— 3000.
  • Мәче фәлсәфәсе: Шигырьләр.— Казан: Татар. кит. нәшр., 2000.— 20 б.— 5000.
  • Аккош күле: Шигырьләр.— Казан: «Идел-Пресс» нәшр., 2000.— 20 б. — 5000.
  • Әгәр дә уйлаганда…: Шигырьләр.— Казан: Татар. кит. нәшр., 2002.—1926.—2000.
  • Без — шигырь, тормыш — проза: Шигырьләр.— Казан: Татар, кит. нәшр., 2004.— 207 б.— 2000.
  • Камка һәм яфрак капка: Шигъри әкият.— Казан: «Идел-Пресс» нәшр., 2004.— 16 б.— 5000.
  1. Рәис Даутов. Балачак әдипләре: биографик белешмәшлек. Казан, «Мәгариф» нәшрияты, 2004.  (тат.)