Эстәлеккә күсергә

Саяпов Искәндәр Әғзәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саяпов Искәндәр Әғзәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Шишмә-Борай, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Жанр сценография[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Саяпов Искәндәр Әғзәм улы (15 сентябрь 1934 йыл — 8 июль 2008 йыл) — сценограф, рәссам. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1994). Халыҡ театрҙарының зона смотры (Өфө, 1973), Бөтә Рәсәй СССР художество вуздары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты.

Искәндәр Әғзәм улы Саяпов 1934 йылдың 15 сентябрендә БАССР-ҙың Борай районы Шишмә-Борай ауылында тыуған.

Әғзәм Саяпов 1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогтары А. М. Кудрявцев, Л. В. Кузнецов), 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогтары М. Н. Арыҫланов, Р. М. Нурмөхәмәтов) тамамлай.

Саяпов Искәндәр Әғзәм улы 1958—1962 һәм 1968—1973 йылдарҙа Борай татар халыҡ театры рәссамы, 1978 йылдан — Башҡортостан ижади‑производство комбинатының цех етәксеһе, 1987 йылдан — баш рәссамы булып эшләй. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы. Һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 2002—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залы мөдире. Ф. Ә. Ғәскәровтың бейеү постановкалары өсөн костюмдар эскиздарын эшләй.

2008 йылдың 8 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Рәссамдың картиналары, сәхнә эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Борай музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Искәндәр Әғзәм улы Саяпов — 1960 йылдан художество күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Шәхси күргәҙмәләре Өфө ҡалаһында 1984, 1994, 2009 йылдарҙа үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1994).
  • СССР художество юғары уҡыу йорттары студенттарының диплом эштәре күргәҙмәһе (Ленинград, 1978) лауреаты.