Себер тимер юлы йәки милләттең хәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Себер тимер юлы йәки милләттең хәле
Атамаһы Себер тимер юлы йәки милләттең хәле
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1904

Себер тимер юлы йәки милләттең хәлеБашҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1902 йылда яҙылған[1].

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабына тиклемге ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури әҙәбиәт майҙанына беренсе урыҫ революцияһы алдынан бер үк ваҡытта шағир ҙа, прозаик та булараҡ килде. Үҙенең ижадын М. Ғафури аң-белемгә, прогресҡа саҡырып, мәғрифәтселек идеялары менән башлап ебәрҙе. Тәүге китабында уҡ шағир ысынбарлыҡҡа ситтән күҙәтеүсе булып түгел, ә тормошҡа әүҙем мөнәсәбәтле кеше булып сығыш яһаны.

Мәжит Ғафури «Беренсе оҙон юл донъяла Себер тимер юлы» тигән шиғырын ижад итә, һәм ул 1904 йылда Ырымбурҙа шул уҡ исем аҫтында сыҡҡан китапта баҫыла. «Баштан үткәндәр» исемле иҫтәлегендә ошо шиғыр хаҡында М. Ғафури былай тип яҙа:

« Мин һалдат хеҙмәтенә ҡаралырға ҡайтҡан ваҡытымда, Силәбе аша Себер тимер юлы менән ҡайтҡайным. Тимер юлын беренсе мәртәбә күреүем булғанға күрә, был миңә бик ныҡ тәьҫир ҡалдырғайны. Быйыл, 1902 йылдың көҙөнә ҡаршы, шунан алған тәьҫир буйынса «Себер тимер юлы» тигән нәмәне яҙа башланым. Был юлдың миңә тәьҫир иткән яғы уның иҫ киткес оҙон һәм һуң дәрәжәлә (үҙ ҡарауымса) яҡшы, машиналарҙың донъя емереп йөрөү, Урал тауҙарын ярып, ҡысҡырып үтеп китеү, ундағы эшселәр һ. б. ине. »

[2]

«Себер тимер юлы йәки милләттең хәле» шиғыры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп фекере һәм художество алымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Себер тимер юлы»[3] китабында мәғрифәтселек идеялары яңы заманды, рус дәүләтенең бөйөклөгөн, ҡаҙаныштарын данлап йырлау менән ҡушылып бара. Шағирҙың тәүге китабында күҙгә ташланған ижад алымы — ошо яңы заман, алға ынтылыш менән үҙенең тыуған халҡының артта ҡалыуын, «тәрәҡҡиҙән ҡасыуын», «аты арыҡ» икәнлеген контраст итеп ҡуйыу — мәғрифәтселек реализмы өсөн бик характерлы булған антитеза.

Әҫәрҙә Ғафури өгөт-нәсихәт, дидактика рухында үҙенең ыңғай идеалын — фән, прогрестың өҫтөнлөгөн һүрәтләргә ынтыла. Тәүге шиғырҙарындағы дидактика, рационализм элементтары Көнсығыш поэзияһы — суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең шағирға көслө йоғонтоһо менән аңлатыла тиергә кәрәк.

Дини мәҙрәсәлә тәрбиәләнгән Ғафуриҙың үҙ заманының прогрессив тенденцияларын күрһәтә алыуы, милли сикләнгәлектән юғарыраҡ күтәрелеүе был осорҙағы милли әҙәбиәт өсөн яңы, ыңғай күренеш булды.

Мәжит Ғафуриҙың тәүге әҫәрҙәренең поэтикаһы ауыҙ-тел ижадына яҡын тора[4].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[5].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014. 

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Ҡаһарманова С. М. IX кл. М Ғафури «Себер тимер юлы йәки милләттең хәле»
  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  5. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури