Эстәлеккә күсергә

Сәйфетдинов Шаһыбал Сәхәүетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаһыбал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов

2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы, 1907 йыл
Тыуған:

1847({{padleft:1847|4|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Күбәләк-Тиләү улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), Муса ауылы

Вафат:

1917({{padleft:1917|4|0}})

Гражданлығы:

 Рәсәй империяһы

Дине:

ислам

Партия:

Мосолман халыҡ партияһы

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

 Шаһыбал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов Викимилектә
2-се Дәүләт думаһының мосолман депутаттары төркөмө. Һулдан уңға ултыралар: Фатали Хан-Хойский, Шаһихәйҙәр Сыртланов, Таштемир Эльдарханов, Рәшит Мехдиев, Хәлил Хас-Мәмәдов. Баҫып торалар: Мөхәммәдәкрәм Биглов, Шаһыбал Сәйфетдинов, Әхмәт Беремжанов.

Сәйфетдинов Шаһыбал Сәхәүетдин улы (18471917) — мираҫ буйынса почётлы граждан, Ырымбур губернаһында йәшәгән башҡорттар исеменән икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы[1]. рустар уға «почетлы башҡорт гражданы» тигән исем бирә[2].

Шаһыбал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов 1847 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Муса ауылында тыуған. Йортта белем алған. Ер биләүсе[3]. Верхнеуральскиҙа (Үрге Яйыҡ) өйәҙ судьяһы булып эшләй.

Ырымбур губернаһынан депутат булған Шаһыбал Сәйфетдинов башҡорттар исеменән 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһының аграр комиссияһына мөрәжәғәт индерә, унда башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы тарихын, XX быуат башында башҡорт ер биләүселегенең торошон аса. Башҡорт ерҙәрен талау мәсьәләһенә ҡағылып, ул XIX быуат аҙағы закондарына (1894 йылдың 6 июнендәге һәм 1898 йылдың 20 апрелендәге закондар) баһа бирә. Мөрәжәғәттә 7 пункттан торған тәҡдим була, унда был ғәҙел булмаған закондарҙы юҡҡа сығарыу һәм яңы закон положениелары сығарыу зарурлығы нигеҙләнә:

1. Башҡорт аҫабаларының һәм керҙәштәренең бөтә урмандарын ҡаҙна ҡарамағына алдырған 1894 йыл 6 июнь законын ғәмәлдән сығарырға, аҫабаларҙың һәм керҙәштәрҙең үҙҙәренә урмандарҙы билдәләнгән нормалар буйынса һаҡларға һәм файҙаланырға [хоҡуҡ] бирергә.

2. Х ревизия буйынса йән башына ер бүлемдәре биреүҙе дауам иткән 1898 йыл 20 апрель законын урындағы шарттарға тап килмәгән һәм башҡорттарҙың үҫешкән хужалығын бөлдөрөүгә һәм малдарын ҡыҫҡартыуға тура нигеҙ булыу сәбәпле ғәмәлдән сығарырға.

3. Башҡорттар өсөн, уларҙың ере, ихтыяж тыуа икән, булған йәндәр иҫәбенә ҡарап бүленерлек яңы закон положениеһы сығарырға…

6. Урындағы властар һәм йоғонтоло кешеләр баҫымы аҫтында арзан ғына хаҡҡа һәм башҡорттарҙың мәнфәғәтен күҙәтмәйенсә ҡуртымға бирелгән ерҙәрҙе ҡайтарырға һәм договорҙарҙы ғәмәлдә түгел тип табырға.

  1. Члены государственной думы (портреты и биографии) Второй созыв 1907—1912 г. Бойович М. М. Издание т-ва Сытина Москва 1907
  2. Зарипов А. Б. Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Башҡортостан тарихы буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 264 бит.
  3. Парламентаризм в Башкортостане