Силәбе (мәғәнәләр)
Уҡыу көйләүҙәре
(Селәби (мәғәнәләр) битенән йүнәлтелде)
| Силәбе |
Силәбе (мәғәнәләр)
Силәбе һүҙенең ошондай мәғәнәләре бар:
- Силәбе (рус. Челеби, төр. Çelebi, ғосман. چلبی) — төрки мәҙәни термин, төрки әҙәби телдә XVIII быуатҡа ҡәҙәре аҡһөйәктәр, юғары ҡатлам руханиҙар (бигерәк тә суфый тәриҡәте башлыҡтары), күренекле яҙыусылар һ.б. тарафына ҡулланыла.
- Силәбе - Силәбеләр ауылында тәүләп етештерелә башлаған атаҡлы өбөрөлө келәм.
Исемдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әүлиә Силәбе - атаҡлы төрөк сәйәхәтсеһе
- Хәсән Силәбе ( 1937 йылды тыуған) — төрөк каллиграфы.
- Мирам Силәбе — тажик математигы, астроном һәм закон белгесе.
- Һажи Силәбе (?- 1755) — әзербайжан полководецы һәм сәйәси эшмәкәре.
- Хәзәрфән Әхмәт Силәбе (1609—1640) - Босфор аша осоп үткән легендар төрөк авиаторы.
- Ләгәри Хәсән Силәбе - легендар төрек авиаторы,уңышлы итеп ракета осорған, Хәзәрфәндең ир туғаны.
- Муса Силәбе (1388 — 5 июля 1413) — Ғосман дәүләте солтаны (1411—1413)
- Сөләймән Силәбе (1377 — 17 февраль 1411) — Айдыногуллары олобейе (1396—1402),
- Мәхмәт I Силәбе ( 1387 й. тирәһе — 1421) — Ғосман дәүләте солтаны (1413 - 1421).
- Кәтиб Силәбе(1609- 6 октябрь 1657) — ғосман ғалимы, тарихсы һәм яҙыусы.
- Челубе́й — XV быуатта яҙылған «Сказания о Мамаевом побоище» тигән әҙәби әҫәр персонажы. Ихтимал, ул ысынлап та силәбе, йәғни шул титулға эйә бер етәксе булғандыр.
Географияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Силәбеләр (рус. Чалабилар, әзерб. Çələbilər ) - Әзербайжан Республикаһының Бәрдә районы Утыҙикеләр (әзерб. Otuzikilər) административ-берәмегенең ауылы.
- Силәбе (рус. Челябинск) — Силәбе өлкәһе үҙәге. «Силәбе» — башҡорт теленән ингән топоним.
| Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |