Семёнова Галина Владимировна
Семёнова Галина Владимировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 24 август 1937 |
Тыуған урыны | Смоленск, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 ноябрь 2017 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Николо-Архангельское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, журналист |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Иван Франко исемендәге Львов милли университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Семенова Галина Владимировна (24 август 1937 йыл, — 19 ноябрь 2017 йыл) — журналист, совет партия эшмәкәре.
КПСС Үҙәк комитеты (1990—1991), КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы (ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм демография сәйәсәт мәсьәләләренә кураторлыҡ итә). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991). Философия фәндәре кандидаты.
Мәскәү Журналистар союзы һәм Рәсәй Фәлсәфә йәмғиәте ағзаһы, «Социальное партнерство» Мәскәү үҙәгенең попечителлек советы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семенова Галина Владимировна 1937 йылдың 24 авгусында Смоленскиҙа тыуа. 1959 йылда Иван Франко исемендәге Львов дәүләт университетының Журналистика факультетын тамамлай.
Шул уҡ йылдан «Комсомольское племя» (Одесса) гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай.
1963 йылдан Украина ЛКСМ-ы Үҙәк комитетының «Комсомольская искра» гәзите редакцияһында бүлек мөдире була.
1965—1974 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк комитетының «Комсомольская жизнь» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, 1974 йылдан — баш мөхәррир.
1981—1990 йылдарҙа — «Крестьянка» журналының баш мөхәррире.
КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы АОН тамамлай(1981).
1990—1991 йылдарҙа КПСС Үҙәк комитеты секретары.
Галина Владимировна Семёнова курировала женские вопросы. Пытались в последний срок что-то сделать для женщин. Действительно тогда написали записку Михаилу Сергеевичу Горбачёву о том, что надо бы готовить женщин к надвигающемуся рынку, что женщины совершенно не приспособлены (кстати, весь наш народ был не приспособлен, но женщины были особенно не приспособлены) к этому вопросу.— Буренкова Е. Н. [1]
1991 йылдың август фетнәһе ваҡытында фетнәселәрҙең власын таныуҙан баш тартҡан юғары партия етәкселегенең береһе була:
Узнал я и о позорной позиции большинства Секретариата ЦК, многих партийных органов на местах, поддержавших ГКЧП. Сразу хочу сказать, что в этой сложнейшей ситуации зрелыми политиками и честными людьми проявили себя секретари ЦК Галина Семенова, Андрей Гиренко, Егор Строев.— Горбачёв М. С. [2]
1991 йылдан һуң «Атлантида» мәғлүмәт хеҙмәттәшлеге вице-президенты, журнал мөхәррире, «Женщины и развитие» тикшеренеү ассоциацияһы рәйестәше була.
2017 йылдың 19 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була[1] була. Николо-Архангель зыяратында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Почет билдәһе», Халыҡтар дуҫлығы ордендары, миҙалдар, ВЛКСМ-дың, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһының почет билдәләре, Мәскәү Хөкүмәтенең Почетлы дипломы менән наградлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографии: [3] 2022 йыл 15 март архивланған., [4](недоступная ссылка)
- 24 августа тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 19 ноябрҙә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- СССР журналистары
- России журналистары
- XX быуат журналистары
- Философия фәндәре кандидаттары
- КПСС ағзалары