Сербия кинематографияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сербия кинематографияһы
Логотип
Дәүләт  Сербия
Урын Сербия
 Сербия кинематографияһы Викимилектә

Сербия кинематографы — Сербия Республикаһының художество ижадын, милли стиль һәм кинематографик материалды биреү алымы, шулай уҡ етештереү процесы һәм тыуҙырылған әҫәрҙәрҙе ваҡытлыса файҙаланыу менән бәйле иҡтисади үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең бер төрө. Социалистик Югославия тарҡалғандан һуң, ижади мираҫ булып тапшырылған Югославия кинематографы менән бәйләнгән.

Серб киноһы Көньяҡ-Көнсығыш Европаның әйҙәүсе кинематографтарынң береһе булып тора[1]. Был билдәлелек күп йәһәттән, шул иҫәптән Канны кинофестиваленең ике "Алтын пальма ботағы"н да индереп, халыҡ-ара киноконкурстарҙа 20 наградаға лайыҡ булған режиссёр Эмир Кустурица арҡаһында ирешелә[2]. Ябай Сербия мәҙәниәт министрлығы уның өлөшөн тыйнаҡ баһалай һәм «Кустурица — сағыу, әммә серб кино сәнғәтенең шәхси күренеше» тип иҫәпләй[3].

Үҫеш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербияла тәүге фильм 1909 йылда төшөрөлгән. Бөгөн был ваҡиға серб киноһының килеп сығыу ваҡыты тип һанала[3]. XX быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында телһеҙ кинематографтың иң тәүге серб актёры һәм режиссёрының — Чича Илия Станоевичтың «Белградтың көлкө короле» ифрат популяр булған[4].

Был сәнғәт төрө үҫеш үренең тәүге осоро 1920-1930-сы йылдарға тура килә. Кинематограф серб милли үҙаңының мөһим темаһын, шул иҫәптән, моғайын, төп теманы — Косово яланында булған 1389 йылғы ҡаты алышты урап үтә алмай. «Косово ҡаты алышы» фильмын 1939 йылда режиссёр Михайло Попович ҡуйған. Икенсе донъя һуғышына саҡлы Сербияла 12 фильм төшөрөлгән.

Һуғыштан һуңғы тәүге тиҫтә йыллыҡта милли кинематограф стагнация хәлендә булған, әммә 1960-сы йылдар уртаһынан Сербияның йәш режиссёрҙары халыҡ-ара танылыу ала башлай. Был — Югославия ҡара тулҡыны (сер. Црни талас, ингл. Yugoslav Black Wave) лидерҙары: «Человек — не птица» (1965 й.), «Любовная история или трагедия телефонистки» (1967 й.), «В. Р. Мистерии организма» (1971 й.) һ.б. фильмдары менән Душан Макавеев; «Папоротник и огонь» (1965 й., Оскар ремияһының номинацияһы), «Скупщики перьев» (1967 й., Оскар ремияһының номинацияһы, Канны фестивалендә жюри гран-прийы, 1945 йылдан башлап Югославияның иң яҡшы фильмдарының береһе статусы (2-се урын) һ.б. наградалар), «Мастер и Маргарита» (1972 й.) һ. б. картиналары менән режиссёр Александр Пе́трович. Тәнҡитселәр йүнәлеште 1963 йылдан 1972 йылдар менән сикләйҙәр һәм уның түбәндәге үҙенсәлектәрен: неонные формы изложения сюжетты бәйән итеүҙең һәм видеорәттең традицияға тап килмәгән формалары, йыш ҡына власҡа оппозицион ҡараш менән киҫкен социаль проблемаларға мөрәжәғәт итеү, ҡара юмор, фаталистик финал билдәләйҙәр[5].

1980-се йылдарҙа «Чёрная оспа» (1982 й.), «Тайваньская канаста» (1985 год), «Дежа Вю» (1987 й.) картиналарын ижад итеүсе Го́ран Ма́рковичты; Слободан Шиянды, Го́ран Паска́левичты билдәләп була. Актёрҙарҙан Зоран Радмилович ҙур танылыу ала.

Драматург һәм сценарист Гордон Михич Сербия кинематографының үҙәк фигураларының береһе булып ҡала. Уның сценарийҙары буйынса 90-ға яҡын фильм төшөрөлгән, шулар араһында 1960-сы йылдарҙағы Чёрная волна авторҙарыныҡы (Живоин Павловичтың «Пробуждение крыс» һәм «Когда я буду мёртвым и белым» фильмдары) ла, хәҙерге көндәрҙә төшөрөлгәне (Эмир Кустурицаның «Чёрная кошка, белый кот» йәки Файт Хельмерҙың "Абсурдистан"ы) лә.

1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһы кинематографы — Югославияның тарҡалышы, бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү осорондағы ваҡиғалар, НАТО-ның Югославияны бомбаға тотоуы, — йыш ҡына һуғыш, көс ҡулланыу, тупаҫ енси мөнәсәбәттәр темаһына тартылды. әммә хәҙерге йәш авторҙрға агрессия һәм деструкция төп тенденция булып тормай. Кешелекле, яҡты, ирониялы сәнғәт барлыҡҡа килә[3]. Һуңғы тиҫтә йылда Сербияла йыл һайын 10—20 фильм төшөрөлә. Был осорҙоң иң билдәле режиссёрҙарының береһе Сте́фан Арсени́евич (2003 йылда Берлиналда ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсы еңеүсеһе, Оскар премияһы номинанты), әүҙем эшләүсе Го́ран Ма́ркович («Кордон», 2003 й., һәм «Турне», 2008 й. фильмдары өсөн халыҡ-ара кинофестиваленең күп һанлы наградалары), Олег Новкович («Завтра утром», 2006 й., һәм «Белый, Белый свет», 2010 й. фильмдары өсөн халыҡ-ара кинофестиваленең күп һанлы наградалары) һ. б.

Сербия кинематографистары Балҡан ярымутрауы илдәренән, элекке Югославия республикаһынан коллегалары менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы йылдар тенденцияһы — Европа менән берлектәге кинопроекттар. Хәҙер — оҡшаш этник тематика буйынса художество проекттары менән алмашыуҙане алып туранан-тура копродукцияға саҡлы серб-албан хеҙмәттәшлеге актуаль.

Конкурстар һәм фестивалдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

FEST[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылдан Белградта йыл башында FEST кинофестивале үткәрелә. Беренсе конкурс 1971 йылдың 9 ғинуарында «О, һоҡланғыс яңы донъя!» девизы аҫтында үткән. Уның программаһында Стэнли Кубриктың, Денниса Хопперҙың, Роберт Олтмендың, Луис Бунюэлдың һәм башҡа билдәле режиссёрҙарҙың фильмдары күрһәтелгән. 1990-сы йылдар башында Югославия тарҡалғанда программа һиҙелерлек ҡыҫҡартыла. Фестиваль 2000-се йылдың икенсе яртыһында әүҙем тергеҙелә башланы. 40 йыл дауамында конкурс сараларында 4 миллиондан артыҡ кеше ҡатнашты, уның программаларында 4000 ашыу фильм күрһәтелде[6]. 1994 йылда[7]2012 йылдың 24 февраленән 4 мартҡа саҡлы конкурста Малик Терренстың, Роман Поланскиҙың, Дэвид Кроненбергтың, Аки Каурисмякиҙың кеүек һ. б. тамашасы яратҡан кинематографистарҙың эштәре тәҡдим ителде.

Кюстендорф (Дрвенград)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000-се йылдар башында Эмир Кустурица елградтан 200 километра алыҫлыҡта этнографик мәҙәниәт үҙәге һәм Мечавник сер. Мећавник, ә Көнбайыш Европа илдәрендә Кюстендорф (нем. Küstendorf) атамаһы менән йөрөтөлгән Дрвенград (рус. деревянный город) тау саңғыһы курортын төҙөгән. Унда 2008 йылдан автор ҡыҫҡа метражлы кино һәм музыканың халыҡ-ара фестивале (сер. Међународни филмски и музички фестивал Кустендорф) үткәрелә.

Беренсе конкурс почётлы ҡунаҡ Никита Сергеевич Михалков ижадына бағышланған, уның картиналарын ретроспектив күрһәтеү ойошторолған. Үткәргән сараларҙан махсу ойошторолған Насар Фильмдар Зыяратында «Крепкий орешек 4.0» боевигын тантаналы ерләүҙе билдәләр кәрәк. Төрлө йылдарҙа фестивалдең төп ҡунаҡтары: 2009 — Джим Джармуш, 2010 — Джонни Депп, 2011 — Аббас Киаростами, 2012 — Ким Ки Дук булды. Музыкаль программала «Zdob şi Zdub» (Молдова Республикаһы), 2009 йыл), «Гайдамаки» (Украина, 2009 йыл), «Рубль» (Рәсәй, 2010 йыл) төркөмдәре, йырсы Пелагея (Рәсәй, 2012 йыл) ҡатнашты[8].

Cinema City (Нови-Сад)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдан Нови-Сад ҡалаһында кино һәм яңы медиа фестивале үткәрелә. Программа серб һәм сит ил фильмдары өсөн 14 категорияны индерҙе, уларҙың ҡайһы берҙәрендә һайлап алыу конкурсы (иң яҡшы фильм, иң яҡшы режиссура, иң яҡшы актёр/актриса, фильм «10000 бакстан да артыҡ тормаған фильм» һ. б.) үткәрелә, ҡайһы бер өлөшө өсөн — ретроспектив күрһәтеүҙәр. Медиа-сәнғәт донъяһының 50 илдән артыҡ автор эштәренең күргәҙмәһе һәм презентацияһы ҡуйылған. Академик программа белем биреү семинарҙары аша тормошҡа ашырыла, бында кинематографистар, кино теоретиктары һәм тәнҡитселәре киноиндустрияның ҡайһы бер мөһим темалар буйынса фекер алышалар.

АFC альтернатив фестивалдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәүәҫкәр киноклубтан үҫеп сыҡҡан Academic Film Center (AFC) ойошмаһы тиҫтә йылдар дауамында ике кино ярышы: Alternative film/video — бөтә жанрҙағы һәм формалағы автор һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале — эксперименталь кино, мюзиклдар, документаль перформанстар, уйын киноһы; Balkanima — анимация фестивале, Халыҡ-ара анимацион кино ассоциацияһының 28 ағзаһы араһынан (ASIFA) береһе[9].

Бик киң яҡтыртылмаған кино ваҡиғаларынан Палич ҡалаһында үткән фестивалде атарға мҡмкин, 2011 йылға саҡлы Ништа ҡыҫҡа метражлы, документаль һәм анимацион киноға иғтибарын йүнәлткән FreeNetWorld International Film Fest (йәштәр, автор, бойондороҡһоҙ кино) 18 тапҡыр үткәрелгән.

Иң яҡшы фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В 1996 году члены совета Югославской академии киноискусства и науки выбрали лучшие (по их мнению) сербские фильмы, снятые в стране с 1947 года. Первая пятёрка включает:
  1. «Кто там поёт?» / Ко то тамо пева / Слободан Шиян (1980 год);
  2. «Скупщики перьев» / Скупљачи перја / Александр Петрович (1967 год);
  3. «Андерграунд» / Подземље (более известен как ингл. Underground) / Эмир Кустурица (1995 год);
  4. «Папоротник и огонь» / Три / Александр Петрович (1965 год);
  5. «Когда я буду мёртвым и белым» / Кад будем мртав и бео / Живоин «Жика» Па́влович (1967 год).
  • IMDb, используя другие подходы к оценке фильмов и собственную методику голосования, предлагает иную пятёрку лидеров[10]:
  1. «Балканский шпион» / Балкански шпијун / Душан Ковачевич (1984 год);
  2. «Национальный класс» / Национална класа / Горан Маркович (1978 год);
  3. «Марафонцы бегут круг почета» / Маратонци трче почасни круг / Слободан Шиян (1982 год);
  4. «Кто там поёт?» / Ко то тамо пева / Слободан Шиян (1980 год);
  5. «Иллюзорное лето 68»/ Варљиво лето '68 / Горан Паскалевич
1994 год «Вуковар» / Вуковар, једна прича / Боро Дра́шкович
1995 год «Андерграунд» / Подземље (более известен как ингл. Underground) / Эмир Кустурица
1996 год «Красивые деревни красиво горят» / Лепа села лепо горе / Срджан Драго́евич
1997 год «Три летних дня» / Три летња дана / Мирьяна Вукоманович
1998 год «Бочка пороха» / Буре барута / Горан Паскалевич
1999 год «Белый костюм» / Бело одело / Лазар Ристовски
2001 год «Жизнь и война» / Рат уживо / Дарко Баич
2002 год «Лабиринт» / Лавиринт / Мирослав Лекич
2003 год «Профессионал» / Професионалац / Душан Кова́чевич
2005 год «Сон в зимнюю ночь» / Сан зимске ноћи / Горан Паска́левич
2006 год «Завтра утром» / Сутра ујутро / Олег Но́вкович
2007 год «Ловушка» / Klopka / Срджан Голу́бович
2008 год «Турне» / Турнеја / Го́ран Ма́ркович
2009 год «Святой Георгий убивает дракона»/ Свети Георгије убива аждаху / Срджан Драго́евич
2010 год «Беса» / Беса / Срджан Каранович
2011 год «Монтевидео — божественное видение» / Монтевидео, Бог те видео! / Драган Бьелогрлич

Шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(не упомянутые в тексте статьи ранее)

Режиссёрҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Министерство иностранных дел Республики Сербии. Посольство в Москве. Основные данные о Сербии. Дата обращения: 19 ғинуар 2012. Архивировано 9 сентябрь 2012 года. 2011 йыл 11 декабрь архивланған.
  2. Awards for Emir Kusturica at IMDb
  3. 3,0 3,1 3,2 Константин Дорошенко. Интервью министра культуры Сербии Небойша Брадича. «Зеркало недели. Украина» (30 апрель 2009). Дата обращения: 20 ғинуар 2012. Архивировано 9 сентябрь 2012 года.
  4. Коста Димитриевич. Только хорошие слова (билдәһеҙ). Kompanija Novosti (14 апрель 2009). Дата обращения: 12 февраль 2012. Архивировано 9 сентябрь 2012 года.
  5. Greg DeCuir Jr. Old School Capitalism: An Interview with Zelimir Zilnik (ингл.). Cineaste Publishers, Inc. (№ 4, 2010). Дата обращения: 21 ғинуар 2012. Архивировано 9 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 27 март архивланған.
  6. Официальный сайт фестиваля
  7. 40-сы фестиваль, һуғыш хәрәкәттәре барғанлыҡтан, үткәрелмәгән.
  8. Алла Шишкова. В Сербии открывается «Кустендорф» – фестиваль кино и музыки. «ИммигрантЪ» (17 ғинуар 2012). Дата обращения: 22 ғинуар 2012. Архивировано 9 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 12 март архивланған.
  9. Конкурсные программы 2006—2007 годов.
  10. Лучшие сербские фильмы всех времён на IMDb

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Сербия в темах