Серб аш-һыуы
Серб аш-һыуы — серб халҡының традицион аш-һыуы. Ул үҙ эсенә Византия империяһы, Греция, Төркиә һәм Венгрия аш-һыуҙарының элементтарын алған. Бының сәбәбе — был илдәрҙең оҙайлы тарихи бәйләнешендә, уларҙың географик торошоноң, ҡулланылған аҙыҡ-түлектәренең оҡшашлығында. Серб аш-һыуы үҙ эсендә төрлө илдәрҙең аш-һыу традицияларын берләштерә. Кондитер магазины кәштәләрендә гармониялы итеп коливо, пахлава, сәтләүек роллы (ореховник) һәм Захер торты урынлаша. Төрөк аш-һыуының йоғонтоһо, мәҫәлән, һәр ресторанда тиерлек тәҡдим ителгән кюфте, люля-кебабы, аша-кебабы, шешлектең төрлө төрҙәре, һарыҡ итенән былауҙа асыҡ күренә. Сербияның төньяғында венгр, румын һәм болгар аш-һыуының (кухняһының) йоғонтоһо ныҡ һиҙелә, унда сусҡа итенән ашамлыҡтар киң таралған. Шулай уҡ теләүселәр кукуруздан йәймәне һәм мамалыганы тәмләй ала[1]. Һуңғы йылдарҙа, серб диаспораһының күплеге сәбәпле, серб аш-һыуын бөтә донъя буйлап ауыҙ итергә мөмкин.
Сербия халҡының күпселеге, ҡағиҙә булараҡ, көнөнә өс тапҡыр ашай (иртәнге аш, төшкө һәм киске аш). Төшкө аш иң мөһиме һанала, шуға ла ул иң күп ваҡытты биләй. XIX быуатҡа тиклем Сербияла бары тик төшкө һәм киске ашты ашау ғына булған, иртәнге ашты ашамағандар[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербтарҙың традицион ашамлыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла тәүләп донъя күргән аш-һыу китабы булып 1907 йылда баҫылып сыҡҡан «Поваренная книга Паты» китабы тора (Patin kuvar[3]). Был китап Сербияла бөгөнгө көндә лә ҡулланыла.
Аштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб аш-һыуында (кухняһында) аштың ике төрө бар: супа (supa) тип аталыусы ябай аш һәм чорба тип аталған (čorba) ру менән аш (майҙа ҡыҙҙырылған он). Һыйыр итенән йәки һалма ҡушылған йорт ҡошо итенән әҙерләнгән ҡуйы аштар киң таралған. Балыҡ аштары (чорба рибља, riblja čorba) һәм бәрәс итенән аш (чорба јагњећа, čorba jagnjeća) деликатес булып һанала.
Ит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ит ризыҡтары башлыса сусҡа, һарыҡ һәм кәзә итенән әҙерләнә. Уларға махсус рәүештә ойотолған һөт — «ҡаймак» (һалҡын ҡабымлыҡ булараҡ бирелә)[4] ҡушыла. Сербияла күмер өҫтөндә ҡыҙҙырылған һәм роштиља тип аталған ризыҡ төрҙәре киң таралған. Плескавица, чевапчичи, ражничьи, вешалица кеүек колбаса төрҙәре һәр ресторанда тиерлек төп ризыҡ булараҡ тәҡдим ителә. Бынан тыш, шешлек фаст-фудтың серб төрө булып тора. Гарнирға, ғәҙәттә, йәшелсәләр һәм дөгө була. Сремский кулен тип аталған ит деликатесы (сейләтә ыҫланған сусҡа колбасаһы, ЕС маркаһы менән билдәләнгән, географик сығышы буйынса контроль аҫтында тора) киң билдәле[5]
Икмәк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икмәк һәр аш табынының алыштырғыһыҙ атрибуты булып тора. Дини йолаларҙа мөһим роль уйнай. Печинцы ерендә хатта икмәккә музей асыла[6], унда йола икмәктәре күрһәтелә. Ҡайһы бер сербтар, икмәкте, ул нисек кенә иҫкергән һәи ҡатҡан булмаһын, ташлау ҙур гонаһ, тип иҫәпләй.
Бәлештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербтар үҙҙәре һәр төрлө бәлеште лә «пита» һүҙе менән атайҙар. Ләкин уны грек питаһы менән бутарға ярамай. Грек питаһы — сөсө икмәктең төрө, уны Сербияла «сомун» тип йөрөтәләр.
Сербияла татлы ла, тоҙло ло бәлештәр берҙәй популяр.
Турамалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла турамаларҙы ғәҙәттә һалҡын ҡабымлыҡ итеп түгел, ә төп ризыҡ менән бергә бирәләр.
Үләндәр һәм тәмләткестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб аш-һыуында аш тәмләткестәр һәм үләндәрҙе самалап ҡулланалар. Бары ҡара борос менән паприка йыш ҡулланыла, ә петрушка — аштарҙа ғына. Шулай уҡ аҡ борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, һарымһаҡ ҡушылған ризыҡтарҙы осратырға була.
Эсемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емеш-еләктең һәм һыу ресурстарының байлығы Сербияла юғары сифатлы емеш-еләк һуттары һәм минераль һыуҙар етештерергә мөмкинлек бирә. Был эсемлектәр Сербия экспортында ҙур урын биләй[7]. Шулай уҡ Сербия бер нисә төр газлы эсемлектәр етештерә. Мәҫәлән, кукуруздан традицион эсемлек — боза (boza). Шулай уҡ кеүәҫ етештерелә. Сербияла төрөк ҡәһүәһе тип атап йөрөтөлгән бик ҡаты ҡәһүә серб халҡының иң танылған эсемлеге тип әйтергә була. Сәй иһә күпкә әҙерәк танылыу алған. Һөт аҙыҡтарынан йоғорт һәм кефир ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Сербская кухня» 15 рецептов
- ↑ Antonić, Dragomir (2006-07-23). «Царство за гибаницу» (in Serbian).
- ↑ Istorija pisanja kuvara u Srbiji
- ↑ Кухня Сербии и Черногории
- ↑ Сремски кулен и футошки купус међу 58 заштићених производа (серб.). Радио-телевизија Војводине (24 апрель 2012). Дата обращения: 20 декабрь 2016.(серб.). Радио-телевизија Војводине (24.04.2012). 20 декабрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ Европейские дома хлеба(недоступная ссылка)
- ↑ Информация Торгпредства РФ в Республике Сербия за период 29 апреля — 13 мая 2008 г.