Эстәлеккә күсергә

Матюшин Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сергей Матюшин битенән йүнәлтелде)
Матюшин Сергей Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Чернореченский[d], Княжпогостский район[d], Коми Республикаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 ноябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты

Матюшин Сергей Иванович (14 сентябрь 1943 йыл — 9 ноябрь 2012 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.

Сергей Иванович Матюшин Коми АССР-ы Тимер юл районының Весляна станцияһында 1943 йылдың 14 сентябрендә тыуған.

1968 йылда Калинин дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан Салауат ҡалаһында йәшәй, Гагарин урамындағы поликлиникала табип-стоматолог булып эшләй. 1999—2001 йылдарҙа — Мәскәүҙәге «Тридент» клиникаһының табибы.

Сергей Матюшин 2012 йылдың 9 ноябрендә вафат була.

Сергей Ивановичтың икенсе һәләте — әҙәбиәт була. Медицина институтында уҡыған ваҡытында ул әҙәби түңәрәк эшендә ҡатнаша, студент гәзитен мөхәррирләй.

1981 йылда Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын ситтән тороп тамамлай. 1983 йылда республиканың яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Сергей Матюшиндың беренсе әҫәрҙәре ХХ быуаттың 80-се йылдарында баҫылып сыға. Был «Черемуховая долина» (1981) хикәйәләр йыйынтығы була.

«Урал», «Север», «Уральский следопыт», «Крещатик», «Бельские просторы», «День и ночь», «Звезда», «Смена», «Москва» журналдарында мәҡәләләр баҫтыра[1].

Прозаның бәләкәй жанрҙарында — лирик, психологик хикәйәләр, романтик миниатюралар яҙа: «Ночь», «Звезда», «Второе крыло надежды», «Эффект Готерна». Шулай уҡ шиғырҙар яҙа[2] һәм тәржемә менән шөғөлләнә — башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың «Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарттың өйләнеүе» («Алима, или Свадьба старика Мырдаша») (1988) әҫәрен рус теленә тәржемә итә.

«Черемуховая долина» хикәйәләр йыйынтығы (1981). «Ветреный день», «Случай с Волковым», «Маленький, старинный, озерный» һәм башҡа хикәйәләр китаптары. «Белый вальс» һәм «Прототип» йыйынтыҡтары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Салауат ҡалаһында Мәжит Ғафури урамындағы Матюшин йәшәгән йорт
  • 2012 йыл өсөн Степан Злобин исемендәге республика әҙәбиәт премияһы лауреаты (үлгәндән һуң бирелә — был премия тарихында был уникаль осраҡ)[3]. Бынан тыш, Матюшин был премияның Өфөнөкө булмаған ике лауреаттың береһе.
  • Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2018)
  • Башҡорт энциклопедияһы — Матюшин Сергей Иванович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2018)
  • «Выбор» гәзите № 135—136 17 сентябрь 2013 й.
  • Белый вальс: хикәйәләр. М., 1985;
  • Плохая музыка (Добрая Весть). Өфө, 2005.
  • Дауыт Юлтый. Алим, йәки Мырдаш ҡарт туйы: Йыйынтыҡ: башҡорт теленән тәржемә. / Дауыт Юлтый. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 250 бит; ISBN 5-295-00114-8