Эстәлеккә күсергә

Сету леэло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатын-ҡыҙҙар традицион кейемдә

Сету леэло (эст. setu leelo) Эстонияның көньяҡ-көнсығышында йәшәгән сету халҡының традицион күп тауышлы халыҡ йырлауы стиле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, сету леэло 1000 йылдан ашыу билдәле.

2009 йылда был йырлау стиле Европала ЮНЕСКО-ның матди булмаған бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде[1].

Сету леэлоға, беренсе сиратта, a cappella йырлау хас.

Бынан тыш, сету леэло солист менән хорҙың сиратлашып йырлауы менән характерлана: ғәҙәттә, солист башта ябай мотив йырлай, ә хор фраза аҙағында уға ҡушыла һәм ҡушымтаны ҡабатлай. Шулай уҡ солист импровизациялау хоҡуғына эйә. Ҡайһы бер йырҙарҙа хор солисттан әкренерәк, моңлораҡ һәм ритмик тотороҡлораҡ йырлай.

Йырҙарҙы башлыса ҡатын-ҡыҙҙар башҡара.

  1. Seto Leelo, Seto polyphonic singing tradition. UNESCO. Дата обращения: 3 ноябрь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2015 года.