Сечань
Сечань | |
Дәүләт | Сербия |
---|---|
Административ үҙәге | Сечань[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сечань[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 52 метр |
Сиктәш | Krajišnik[d] |
Майҙан | 523 км² |
Почта индексы | 23240 |
Рәсми сайт | secanj.ls.gov.rs |
Урындағы телефон коды | 023 |
Номер тамғаһы коды | ZR |
Сечань Викимилектә |
Сечань (сер. Сечањ, SečanjСечањ, Sečanj) ― Сербиялағы ҡала, Урта Банат округының Сечань общинаһының административ үҙәге. Халҡы ― 2 107 кеше (2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса).
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күрше халыҡтар телдәрендә ҡала шулай уҡ башҡа исемдәр аҫтында билдәле: Торонтальсечань (мадьярса TorontálszécsányTorontálszécsány); Зечан йәки Петерсхейм (нем. Setschan, PetersheimSetschan, Petersheim) һәм Сечани (рум. SeceaniSeceani).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала урта быуат некрополе урынлашҡан, һәм уны 2011 йылдан башлап археологтар тикшерә[1].
XVIII быуат аҙағында ― XIX быуат башында сербтар, бөтә Банаттағы кеүек, Сечандан бында бер нисә тиҫтә йыл йәшәгән төрөктәрҙе ҡыуа башланы. Бынан һуң урындағы халыҡтың күпселеген Икенсе донъя һуғышынан һуң бында ҡыуылған немецтар тәшкил иткән, ә уларҙың урынын Босниянан һәм Герцеговинанан һәм Югославияның башҡа төбәктәренән сыҡҡандар биләгән.
Үҙенең тарихы дауамында ҡала исемен күп тапҡыр үҙгәртә: 1717 йылдан башлап ул Сечань, 1719—1888 йылдарҙан — Торонталь, 1922 йылда — тағы Сечань булараҡ билдәле.
1717 йылда биләмәлә 27 йорт булған һәм административ яҡтан Темешвар Банатының Бечкерек районына ҡараған. 1727 йылда бында 23 йорт ҡына тороп ҡалған. Әммә 1773 йылда уҡ ҡалала 113 йорт иҫәпләнгән: 1750 йылдарҙа бында тағы яр районы халҡы күскән тип фаразлана. 1779 йылда ҡала Торонталь комитатына ҡаратылған.
1895 йылда Сечье ауылынан сербтар башлыса немец Банатына күсеп ултырған һәм бында Самош ауылына нигеҙ һалған. Улар урынына Торонталь комитаты немецтары килгән. 1811 йылда Сечанда 905 йән, ә 1823 йылда ― инде 1306[2] иҫәпләнгән. 1824 йылда ауылда үҙ дин әһеле лә булған.
1826 йылда ауылда сиркәү төҙөү план раҫланған, һәм 1830 йылда тамамланған. Шул уҡ йылда зыярат, өс йыл үткәс ― яңы мәктәп асылған.
1830-сы йылдарҙа ауылда ике ваба эпидемияһы һөҙөмтәһендә бер нисә тиҫтә кеше вафат булған. Енәйәтселек кимәле юғары булыуы билдәләнгән, бигерәк тә талау һәм үлтереү осраҡтары бик күп булған. 1848 йылғы Революция Сечанға бер нисек тә ҡағылмай тиерлек.
1870 йылда Сечандың тирә-яғын һыу баҫа, бының арҡаһында 300-гә яҡын кеше Хәрби Крайнелағы Элизенхайм ауылына күсеп килә. 1876 йылда Сечанда тәүге почта бүлексәһе асыла.
1889 йылда Тамиш йылғаһы аша мөһим бәйләүсе быуын булып Торонтал комитатының.үрге һәм түбәнге өлөштәре араһында ҙур ағас күпер төҙөлә. 1889 йылда ауылда Торонталь банкының бүлеге асылған.
1889 йылдың 4 майында Бечкерек ― Нинцицево; 1981 йылдың 7 июлендә ― Сечань ― Вршац; 1898 йылдың 25 ноябрендә ― Сечань ― Алибунар тимер юлдары асылған.
1905 йылда был яҡтарҙа ҡабаттан ҙур ташҡын булған. 1908 йылда ауылдан Америкаға тәүге эмигранттар күсеп киткән, һәм Дакотала йәшәй башлаған.
Халыҡ иҫәбен алыу йылы[3] | Халыҡ һаны |
---|---|
1837 | 1,489 |
1869 | 2,122 |
1880 | 2,246 |
1890 | 2,517 |
1900 | 2,596 |
1910 | 2,174 |
1921 | 2,343 |
1919 йылдан Сечань Торонталь-тамиш жупанияһына ҡараған. 1921 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 2343 кеше: 66 серб; 8 словак; башҡа 4 славян; 24 румын; 2090 немец; 104 венгр; 47 башҡа милләт вәкилдәре йәшәгән.
1928 йылда урындағы банк Панчево банкының филиалы булып киткән[4].
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968 йылдың апреленән башлап бында йыл һайын Воеводинаның нәфис һүҙ һөйләүселәр конкурсы — Песниче народа мог үткәрелә. Унда 190-ға яҡын кеше ҡатнашҡан. Улар араһында — Воеводинала йәшәгән бөтә халыҡтарҙың вәкилдәре, һәм уларҙың һәр береһе үҙенең туған телендәге әҫәр менән сығыш яһарға ирекле. Фестивалдә шулай уҡ сәнғәт күргәҙмәһе, әҙәби кисәләр, яҙыусылар менән осрашыуҙар[5]үткәрелә.
Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил | Туғанлашҡан ҡала | Бәйләнештәр булдырылған йыл |
---|---|---|
Рәсәй Федерацияһы | Азов[6] | 2018 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Otkriveni grobovi sa malo keramike (серб.), Blic.rs. 1 ноябрь 2018 тикшерелгән.(серб.), Blic.rs. 1 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Летописа Период 1812—2009. Сечањ у Делиблатској Пешчари Написао М. Марина: (Беч 2009) Саставио од Писаних трагова, Летописа, по предању о селу Сечњу настанак села ко су били Досењеници чиме се бавили мештани.
- ↑ Милекер, 2005
- ↑ Монографија Подунавске области 1812—1927 саставио Др, Владимир Марган бив. Председник Обласног одбора Комесар Обласне Самоуправе, објављено 1927"Напредак Панчево"
- ↑ Календар догађаја | Туристичка организација Србије (неопр.). www.serbia.travel. Проверено 1 ноября 2018.
- ↑ MaxxaM. Азов прирос восьмым городом-побратимом - новости Азова . azov.holme.ru - Интернет портал города Азова. Дата обращения: 1 ноябрь 2018. 2018 йыл 25 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милекер, Феликс (2005), «Летописи општина у јужном Банату», ISBN 978-86-85075-04-9
- Извор Монографија Подунавске области 1812-1927 саставио Др, Владимир Марган бив. Председник Обласног одбора Комесар Обласне Самоуправе, објављено 1927„Напредак Панчево“
- Територија Подунавске Области написао Др. Владимир Марган Председник Обл. Одбора Смедереву 1928.*
- Историјиски преглад Подунавске Области Банатски део написао: Феликс Милекер библиотекар и кустос градске библиотеке и музеја у Вршцу 1928.
- Летописа Период 1812 – 2009. Сечањ у Делиблатској Пешчари Написао М. Марина:(Беч 2009) Саставио од Писаних трагова, Летописа, по предању о селу Сечњу настанак села ко су били Досењеници чиме се бавили мештани.