Босния (өлкә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Области Босния и Герцеговина

Бо́сния (босн. Bosna, сер. Босна, хорв. Bosna) — хәҙерге Босния һәм Герцеговинаның күпселек өлөшөн биләгән тарихи төбәк. Динар ҡалҡыулығында урынлашҡан, Урта Дунай уйһыулығынан Сава (төньяҡта) һәм Драва (көнсығышта) йылғалары менән айырыла.

Боснияның майҙаны яҡынса 41 мең км², йәғни Босния һәм Герцеговина территорияһының 80 % тәшкил итә. Ҡалған  20 % көньяҡта ятҡан һәм Адриатик диңгеҙгә сыҡҡан Герцеговина биләй. Босния һәм Герцеговина араһында рәсми сик ҡуйылмаған, ләкин ғәҙәттә ул Иван-Планина буйлап билдәләнә.

Ике өлкә лә Урта быуаттарҙан бирле тығыҙ бәйләнгән, һәм Босния атамаһы йыш осраҡта Босния һәм Герцеговинаны бергә билдәләүҙә ҡулланыла. Босния һәм  Герцеговина атамаһы ғосман хакимлығы  һуңында барлыҡҡа килгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттарҙа Боснияның киңәйеүе

Босния территорияһында VII быуаттарҙан бирле серб ҡәбиләләре[1][2]. йәшәгән. Балҡанға күскәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, сербтар бер нисә ҙур община формалаштырған һәм улар артабан дәүләт ойошмалары булып киткән. Ул саҡта тарихи өлкә булараҡ Босния Дрина һәм Босна[3] йылғалары араһында урынлашҡан. Һуңғараҡ уның өлөштәре төрлө серб, хорват һәм бойондороҡһоҙ босний дәүләттәре биләмәләренә ингән. Византиянан вассал бойондороҡло булған шундай тәүге босний дәүләтенә 1180 йылда бан Кулин нигеҙ һалған. Босния короллеге үҙенең юғары үҫешенә XIV быуаттың икенсе яртыһында идара иткән бан Твртко I дәүерендә өлгәшкән. 1370 йылға ул Босния территорияһын хәҙерге Босния һәм Герцеговина биләмәләренә саҡлы киңәйткән, был саҡта Босния бойондороҡлоғона янаусы төп илдәр Венгрия һәм Дубровник республикаһы менән союз булдырған. 1377 йылдан ул шулай уҡ Сербия короле булған, ә 1390 йылдан, Иллирияны һәм Адриатик диңгеҙ утрауҙарын баҫып алғандан һуң — ул Хорватия һәм Далмация короленә лә әйләнгән. Был осорҙа Босния Балҡанда төбәк бөйөк держава ролен уйнаған, йоғонтоһо буйынса тик Венгрия һәм Ғосман империяһынан ғына ҡалышҡан. Твртко төрөк һөжүмен уңышлы туҡтатып тора алған, ләкин ул вафат булғандан һуң дәүләттә үҙ-ара тартыш башланған. 1463 йылға Босния бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан һәм Ғосман империяһы составына административ берәмек (виләйәт) сифатында ингән. 1853 йылдан виләйәт Босния һәм Герцеговина тип атала.

1878 йылда Босния һәм Герцеговинаны Австрия империяһы баҫып алған. 1908 йылда өлкә формаль рәүештә көслөк менән ҡушылған (аннексияланған). Боснияның баш ҡалаһы Сараевола эрцгерцог Франц-Фердинандты үлтереү Беренсе донъя һуғышы башланыуға сәбәп булған. Беренсе донъя һуғышы тамамланғас һәм Австро-Венгрия империяһы тарҡалғас, Босния һәм Герцеговина Югославия Короллеге составына ингән.

Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1941 йылдан 1945 йылға саҡлы Босния Бойондороҡһоҙ фашистик Хорватия дәүләте составына ингән, шул уҡ ваҡытта уның территорияһының байтаҡ өлөшөн партизандар һәм Югославия ғәскәрҙәре (четниктар) подразделениелары контролдә тотҡан. Һуғыштан һуң Босния һәм Герцеговина социалистик Югославия составындағы берҙәм республика булған.

1992, Югославия тарҡалған йылдарҙа, Босния һәм Герцеговина Республикаларының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән. Республикала йәшәгән серб һәм хорваттарҙың күпселеге был ҡарарҙы яҡламаған һәм үҙҙәре контролдә тотҡан территорияларҙа Серб Республикаһы менән Герцег-Босна Хорват республикаһын иғлан иткән. Низағтың бөтөн яҡтары ла этник таҙартыуҙар менән мауығыуҙан тоҡанып киткән граждандар һуғышы 1995 йылда Дейтон килешеүе менән тамамланған: Босния һәм Герцеговина ике тиң хоҡуҡлы дәүләт ойоштормаһынан - Босния һәм Герцеговина Федерацияһы һәм Серб Республикаһынан — торған.

Ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сараево — 400 000
  • Баня-Лука — 200 000
  • Зеница — 146 000
  • Тузла — 132 000
  • Травник — 70 000
  • Бихач — 64 600
  • Какань — 46 500
  • Брчко — 38 000
  • Биелина — 36 700
  • Бугойно — 35 700

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв. / Литаврин Г.Г. — Москва: Наука, 1985. — Б. 198.
  2. Чиркович Сима. История сербов — М.: Весь мир, 2009. — Б. 18. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  3. Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова — М.: Индрик, 2014. — Б. 13. — ISBN 978-5-91674-301-2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]