Сидоренко Александр Филиппович
Сидоренко Александр Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1915 |
Тыуған урыны | Новосвободное[d], Барнаульский уезд[d], Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 июнь 1982 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Халхин-Гол алыштары[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сидоренко Александр Филиппович (15 ғинуар 1915 йыл — 20 июнь 1982 йыл) — Халхин-Гол йылғаһы буйындағы 1939 йылғы ҡораллы бәрелештә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Һуғыштан һуң — урман сәнәғәте хеҙмәткәре, 1956 йылдан Өфөләге ремонт заводының һәм артабан ағас эшкәртеү комбинатының директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Филиппович Сидоренко 1915 йылдың 15 ғинуарында Томск губернаһының (хәҙер Алтай крайының Хабар районы) Новосвободный ҡасабаһында тыуған.
1924 йылдан Кемерово өлкәһенең Анжерке ҡалаһында, Чита өлкәһенең Халярте ҡасабаһында, Кемерово өлкәһенең Киселевск ҡалаһында йәшәгән. 1936 йылдан — Иркутск өлкәһенең Вознесенский ағас эшкәртеү хужалығында тракторсы.
Сидоренко 1938—1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Халхин-Голда һуғыштарҙа ҡатнаша.
1940 йылдың ғинуарына тиклем Сидоренко автотранспорт колоннаһы комиссары була. 1942 йылдың июнь айында Черемховский район хәрби комиссариаты тарафынан йәнә армияға саҡырыла. Һуғышта 1943 йылдың яҙынан үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһының механик-водителе булып хеҙмәт итә. Курск дуғаһында, Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда һәм Киевты азат итеүҙә ҡатнаша.
1893-сө үҙйөрөшлө артиллерия полкының механик-водителе (6-сы гвардия танк корпусы 3-сө гвардия танк армияһы, 1 Украина фронты), кесе сержант. Ул Фастов ҡалаһына беренсе булып бәреп инә (7.11.1943). Экипаж 2 ут нөктәһен, 3 зенит пушкаһын юҡ итә.
1944 йыл—1945 йылдарҙа Горький хәрби-сәйәси училищеһында уҡый. 1946 йылда демобилизациялана.
Демобилизациянан һуң Красноярск крайының һәм Киров өлкәһенең урман сәнәғәтендә эшләй. 1956 йылдан Өфөлә йәшәй, ремонтлау заводының һәм ағас эшкәртеү комбинатының директоры була[1].
1982 йылдың 20 июнендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кесе сержант Сидоренко Фастов ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның самоходы ҡалаға беренсе булып барып инә, уты һәм тәгәрмәс сылбыры менән дошмандың хәрби расчетын һәм ике ут нөктәһен юҡ итә. Дошмандың ҡаршы бер һөжүмендә фашист снаряды самоходтың моторына эләгә. А.Ф. Сидоренко килеп еткән пехотасылар менән гитлерсылар шартлатып өлгөрмәгән зенит пушкаһын хәрби хәлгә килтерә һәм дошманға ут аса. Дошмандың ҡаршы һөжүме килеп сыҡмай»[2].
1944 йылдың 10 ғинуарында Сидоренко Александр Филипповичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы ,(10.01.1944)[2][3];
- Ленин ордены (10.01.1944);
- Ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (шул иҫәптән 27.10.1943)[5];
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сидоренко Александр Филиппович . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 43, л. 420, 421).
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 4, л. 11).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1862, л. 1).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Алешкин А. М. Сердцем на амбразуру. — Иркутск, 1976.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сидоренко Александр Филиппович 2016 йыл 4 март архивланған..
- Александр Филиппович Сидоренко.
- 15 ғинуарҙа тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Томск губернаһында тыуғандар
- 20 июндә вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- Курск алышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Халхин-Гол буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- Башҡортостан шәхестәре