Сидорова Анна Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анна Сидорова

Олимпиада в Сочи 2014
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Анна Владимировна Сидорова

Клуб

Москвич

Тыуған ере

Мәскәү, СССР

[[commons:Category: Anna Sidorova Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Сидорова Анна Владимировна (6 февраль 1991 йыл) — спортсы, кёрлингист. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2010, 2014). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). Ике тапҡыр Европа, һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анна Владимировна Сидорова 1991 йылдың 6 февралендә Мәскәүҙә тыуған.

Алты йәшенән 13 йәшенә тиклем фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә, ләкин аяғы йәрәхәтләнгәндән һуң, күнекмәләрҙе туҡтатырға мәжбүр була. 2006 йылда кёрлингҡа күсә. Ай ярымда спорт мастерлығына кандидат нормаһын үтәй, халыҡ-ара йәштәр ярыштарында сығыш яһай башлай.

2013 йылда Рәсәй дәүләт гуманитар университетында политология һәм хоҡуҡ тарихы факультетын тамамлай.

2008 йылдан халыҡ-ара ярыштарҙа сығыш яһай, ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. 2009-2012 йылдарҙа Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. 2009 йылда Европа чемпионатында сығыш яһай. 2010 йылдан милли команда составында Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында сығыш яһай. Башлыса вице-скип позицияһында уйнай, айырым уйындарҙа — скип (капитан). 2011 йылдың декабренән — Рәсәй йыйылма командаһының төп скипы. 2011 йылда Мәскәүҙә уҙған Европа чемпионатында бронза миҙалға, 2012 йылда Швецияла алтын миҙалға лайыҡ була.

2013 йылда Италияла Ҡышҡы Универсиадала алтын миҙал яулай. 2014 йылда Рәсәй кёрлинг тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһын донъя чемпионатының бронза миҙалдарына килтерә. 2014 йылдың ноябренән илдең милли командаһы составында Европа чемпионатының көмөш призёры була, 2015 йылдың мартында Саппорола бронза миҙалға лайыҡ була. 2015 йылдың ноябрендә Дания Эсбьерге ареналарында Рәсәй йыйылма командаһы Анна Сидорова менән Европа чемпионатында алтын миҙалдар яулай. 2016 йылдың мартында Канадалағы Суифт-Каррентала уҙған донъя чемпионатында ул Рәсәй йыйылма командаһы составында өсөнсө тапҡыр донъя беренселегендә бронза призёр була. 2017 йылдың мартында Анна Сидорова үҙ командаһы менән беренсе тапҡыр донъя беренселегендә көмөш миҙал яулай.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйылма команда менән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике тапҡыр Европы чемпионы — (2012, 2015;
    • Көмөш миҙал — Европа чемпионаты (2014);
    • Бронза призеры — Европа чемпионаты(2011);
    • Европа чемпионатында ҡатнаша (2009, 2010, 2013).
  • Көмөш миҙал — Донъя чемпионаты2017;
    • Дүрт тапҡыр бронза призеры — Донъя чемпионаттарында (2014, 2015, 2016, 2018).
    • Ҡатнашыусылар чемпионатов мира 2010, 2011, 2012, 2013.
  • Ике тапҡыр ҡышҡы Олимпияда уйындарында ҡатнаша (2010, 2014).
  • Бронза призёры кёрлинг буйынса донъя Кубогының финал этабында (2018/2019.)
  • Ҡышҡы Универсиадала Рәсәй студенттарының йыйылма командаһы составында ике тапҡыр чемпион (2013,2015);
    • Көмөш миҙал — ҡышҡы Универсиада. (2011)
  • Ике тапҡыр бронза призёры — йәштәр командалары араһындағы донъя чемпионаттарында (2011, 2012).

Клуб менән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 8 тапҡыр Рәсәй чемпионы Мәскәү командаһы составында (2008, 2009, 2010, 2012) һәм Мәскәүҙең-1 (2014, 2015, 2016); 2012, скип сифаты 2014—2016.
    • Дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионатының көмөш призёры — 2011 (Мәскәү), 2013 (Мәскәү-1), 2020 (Краснодар крайы 1), 2021 (Краснодар крайы 1) (скип сифатында -дүрт тапҡыр).
    • Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2017);
  • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 3 тапҡыр Рәсәй кубогы эйәһе (2007, 2009, 2010).
    • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогының көмөш призёры (2020).
    • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогының бронза призёры (2010).
  • Ҡатнаш парҙар араһында Рәсәй чемпионы (2007).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (24 декабрь 2013 йыл) — 2013 йылда Трентино ҡалаһында (Италия)[1] үткән XXVI Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадала спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн;
  • Рәсәй федерацияһының спорт Министрлығының Почёт грамотаһы (4 декабрь 2015) — Эсбьерг ҡалаһында (Дания)[2] Европа чемпионатында кёрлинг буйынса Рәсәй Федерацияһының йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһағаны өсөн.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]