Эстәлеккә күсергә

Сиражетдинов Ғилметдин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиражетдинов Ғилметдин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1908 или 1905
Тыуған урыны Ҡораласыҡ, Федоровка районы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Беларусь
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Сиражетдинов Ғилметдин (рус. Сиразетдинов Гильмутдин 1908 йыл йәки 1905[сығанаҡ 1220  көн күрһәтелмәгән] — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. 1943 йылдың 14 ноябрендә хәбәрһеҙ юғала.

Сиражетдинов Ғилметдин 1908 йылда хәҙерге Башҡортостандың Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1942 йылдың авгусы) Федоровка районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында минометчик булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Юғалтыуҙар исемлегендә Сиражетдинов Ғилметдиндың ҡатыны Ғилминур Сиражетдинова күрһәтелгән[2].