Эстәлеккә күсергә

Сиражетдинов Әнүәр Ғата улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнүәр Ғата улы Сиражетдинов
Әнүәр Ғата улы Сиражетдинов
Тыуған ваҡыты

..1918

Тыуған урыны

Шишмә районы Сыуалкип ауылы, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе[1]

Үлгән ваҡыты

2003({{padleft:2003|4|0}})

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание

Ҡалып:СССР, өлкән лейтенант

Часть

158-се артиллерия полкы,
204-се (78-се гвардия) уҡсылар дивизияһы,
армия
фронт

Командалыҡ итеү

уҡсылар ротаһы командиры

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡалып:Орден Отечественной войны Ленин ордены Ҡалып:Орден Боевого Красного Знамени
«Почёт Билдәһе» ордены ||

Әнүәр Ғата улы Сиражетдинов (1918 йылдың июлендә, элекке Өфө губернаһы, хәҙерге Шишмә районы Сыуалкип ауылында тыуған)[1] — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Ҡыҙыл йондоҙ, Ватан һуғышы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, өлкән лейтенант, батарея командиры.

Әнүәр Ғата улы традициялы, эшсән ғаиләлә тыуған. Башҡорт. Белеме — Дәүләкән педагогия техникумы, Башҡортостан уҡытыусылар институты. Ул ваҡытта Черниковка биләмәһе, Өфөгә яңы ҡушылып, Сталин районы тип йөрөтөлгән.

1936—1940 йылдарҙа йәш егет Өфөнөң 59-сы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай.

Һуғыштан бер йыл алда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хеҙмәтен Приморье крайы менән Амур өлкәһендәге Ҡыҙыл байраҡлы 1-се һәм 2-се армияларҙа башлап ебәрә. Курсант, взвод командиры, батарея командиры урынбаҫары, батарея командиры була. 1941 йылдан 1945 йылға саҡлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 158-се артиллерия полкы, Башта 204-се уҡсылар дивизияһы, һуңыраҡ, 1943 йылдың 5-12 июле араһында ғына дивизия Белгород ҡалаһы эргәһендә дошмандың 101 танкыһын янгдырған һәм 102-һен сафтан сығарған. Ошонда ғына 12420 фашист һалдаты шунда әжәлен тапҡан[2]. Шул ҡаһарманлығы өсөн 204-се уҡсылар дивизияһы 78-се гвардия уҡсылар дивизияһы тигән яңы маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Әнүәр Ғата улының яу юлы, Белгородтан һуң, Красноград, Кировоград ҡалалвры, Көнбайыш Украинаның Тернополь, Львов, Польшалағы Дембица, Ченстоховка аша үткән. Курск дуғаһында, Украинала, Румынияла, Польшала алышҡан. 1945 йылдың 13 ғинуарында ҡаты йәрәхәтләнә, Еңеү хәбәрен госпиталдә ишетә.

  • Ленин ордены
  • өс Ватан һуғышы ордены (I һәм II дәрәжәле)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Почёт билдәһе ордены
  • «Сталинградты обороналағаны өсөн» миҙалы. 1943 йылдың 13 майы.
  • Тағы ла 13 миҙал

Ә. Ғ. Сиражетдиновтың батырлығы тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғандарына ебәрелгән хаттан: «Хөрмәтле Ғата Кәбир улы! Часть командованиеһы Һеҙҙе Ҡыҙыл Армияның 26-сы йыллығы менән ҡотлай һәм улығыҙ Әнүәр Ғата улы Сиражетдиновтың фронтта, немец баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә командованиеның боевой заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм „Сталинградты обороналаған өсөн“ миҙалы менән бүләкләнеүе менән хәбәр итә …».

Юғары баш командующий Сталин иптәш өлкән лейтенант Ә. Ғ. Сиражетдиновҡа Белгород өлкәһендә немец-фашист ғәскәрҙәренең йәйге һөжүмен кире ҡағыуҙа, Белгородты, Харьковты, Красноградты азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн дүрт мәртәбә рәхмәт белдергән.

Тыныс тормоштағы хеҙмәт батырлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң Әнүәр Ғата улы Сиражетдинов комсомол, партия эшендә ихлас янып хеҙмәт итте.

  • 1945—1947 йылдарҙа КПСС-тың Черниковск ҡала комитеты инструкторы.
  • 1947—1949 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Черниковск ҡала комитеты секретары.
  • 1949—1954 йылдарҙа БАССР КПСС өлкә комитетының сектор бүлеге мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары.
  • 1954—1963 йылдарҙа, Н. С. Хрущёв реформалары осоронда, партияның Оло Тәләк, Нуриман район комитеттарында беренсе секретарь булып эшләй.
  • 1963—1966 (баштараҡ — берләштерелгән биш райондың), 1966—1979 йылдарҙа — 16 йыл ғүмерен Өфө район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына бирә.

Партия һәм совет органдарына, шул иҫәптән депутат булып һайланған:

  • 1963—1971 йылдарҙа БАССР Юғары Советына 6-сы һәм 7-се саҡырылыш депутаты итеп
  • 2003 йылда «Өфө районының Почётлы гражданины»
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге — Шишмә районын, Башҡортостан
  2. В. Ераносьян Сталинградтан Прагаға тиклем. 1973 йыл. (БАССР гәзиттәтеренең береһендә баҫылған)
  • Марсель Ҡотлоғәлләмов. Һандуғастар моңон беҙгә һипте… Башҡортостан, 2018 йыл, 9 май, 53-сө һаны, 2-се б. (Әнүәр Сиражетдиновтың 100 йәшенә ҡарата)
  • [1](недоступная ссылка)