Эстәлеккә күсергә

Сиғандар Украинала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиғандар

Галич сиғандары
Үҙ атамаһы

Рома

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 47 587[1]
Закарпатье өлкәһе: 14 004
Донецк өлкәһе: 4 106
Днепропетровск өлкәһе: 4 067
Одесса өлкәһе: 4035
Харьков өлкәһе: 2325

Тел

Сиған, украин, урыҫ

Дин

христианлыҡ, ислам

Сиғандар Украинала (роми) —Украина территорияһында йәшәгән  сиған этник әҙселек. Диаспораның дөйөм һаны (2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы) 47 587 кеше тәшкил итә, уларҙың ҙур өлөшө Карпаты аръяғы (14 004 кеше), Донецк (4 106 кеше), Днепропетровск (4 067 кеше) һәм Одесса (4 035 кеше) өлкәләрендә йәшәй. Украинала, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы[2], 15 сиғандарҙың этник төркөмдәре, шул иҫәптән:  сэрвы, кэлдэрары, ловари, крымские цыгане , синти, венгр сиғандары, словак сиғандары, урыҫ сиғандары, Кишинёвсылар, Урсарҙар һәм башҡалар[3].

 "Цигани" этнонимы украин телендә XVI быуат аҙағында барлыҡҡа килә, һүҙҙең килеп сығышы билдәләнмәгән[4]  һәм экзоним булып һанала. Халыҡтың үҙенә биргән исеме, күпселек европалы төркөмдәрҙең эндонимы — рома, роми. Хәҙерге украина эшлекле  телмәрендә һәм  рәсми документтарҙа этноним "роми" этнонимы ҡулланыла.

Сиғандар үҙҙәре лә был һүҙҙе ҡулланыуына ҡарамаҫтан, сиған һүҙе хурлыҡлы тип һанала[5].

Тарас Шевченко. "Күрәҙәсе сиған ҡатыны". 1841 йыл

Хәҙерге Украина территорияһында сиғандарҙың килеп сығыуы тураһында  XV быуатта беренсе тапҡыр телгә алына (Бөйөк Литва кенәзе Александр биргән һаҡлау грамотаһында), уларҙың беренсе ултыраҡтары Ужгород районында, Бессарабияла һәм Крымда була. 1428 һәм  1436 йылдар өсөн Санок йылъяҙмаларында, шулай уҡ 1428 һәм  1455 йылдар өсөн Львов йылъяҙмаларында иҫкә алына.Украина территорияһына сиғандар Валахия һәм Молдованан күсәләр һәм XV быуатта инде улар бөтә Украина буйлап күсеп йөрөйҙәр.

 Польша территорияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңынан Үҙәк Украинаға Польша сиғандары күсенәләр, улар, Речь Посполитаяның сеймы сиғандарҙы үҙәктән алыҫ ерҙәргә күсереү тураһында закон ҡабул иткәндән һуң, мәжбүри рәүештә күсенәләр[6]. Улар Богдан Хмельницкий осоронда тимерлек һәм ҡорал эшләү кәсептәренә һорау булған райондарына таралып ултыралар.

Төрлө территорияларға таралып, сиғандар бер нисә этник төркөм булдыралар: Волындә,Полесьела  һәм өлөшләтә  Полтавщинала урынлашҡан сиғандар Балтика төркөмөнә ҡарайҙар;влахтар бессараблы һәм румынлы сиғандарға тартым булған Подолье территорияһын үҙләштерәләр; сэрвтар (Сербиянан сығышы менән), сиғандарҙың  иң ҙур төркөмө, бөтә Украинаға таралалар. Һуңғараҡ Украинала венгр сиғандары ла йәшәй башлай.

Польша королдәре  1624 йылдан һуң сиғандарҙа "сиған королдәре" судын булдыралар, был королдәр сиғандарҙың үҙҙәре араһынан һайлана  һәм һайланған саҡта король грамотаһын алалар. Уларҙың резиденцияһы Мин губернаһының Мир ҡалаһында урынлаша.  Игнатий Марцинкевич (1780 йыл) һәм Ян Марцинкевич[7] (1788)[8]һуңғы королдәр булалар.

Сиғандарға һалым һалыу сатыр (конус формаһындағы ҡоролма) буйынса ойошторолған,  Малороссияның Хәрби каҙнаһына оброк түләнгән. 

Сиғандарҙың украин халҡының азатлыҡ  көрәшендә ҡатнашыуы тураһында  билдәле -"Запорожье ғәсҡәре реестрҙарында" казактарҙың ошондай  фамилиялары күрһәтелгән: Валько Цыган, Федор Цыганский, Степан Цыганчук, Дмитрий Циганчик.

1765 йылда  күсмә сиғандар беренсе мәртәбә закондан тыш иғлан ителәләр  - һәр сиған үҙенә даими йәшәү урынын һайларға тейеш була.

Рәсәй империяһы осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһы хакимдары шулай уҡ сиғандарҙы ултыраҡ тормошҡа күндерергә теләй, даими йәшәү урынын һайларға мәжбүр итергә тырыша. Сиғандарҙы ултыраҡ тормошҡа күндереү өсөн, Киев хәрби комиссияһы  (XVII быуат) уларға йәшәү урынын билдәләргә ҡуша, йәй үтеү менән уларҙы берәҙәк тип һанай башлайҙар  һәм эҙәрлекләйҙәр. 1809, 1811 һәм 1818 йылдарҙа асарбаҡлыҡ тураһында ҡарарҙар сыға.

1800 йылдағы "Сиғандар урынлашыуы өсөн ҡәғиҙәләр" указы нигеҙендә  ултыраҡ тормошон алып барған сиғандар   4 йыл дауамында рекрут бурысынан  һәм барлыҡ һалымдарҙан азат ителәләр. 1818 йылдың указына ярашлы уларға мещан ҡала берләшмәләренә инергә рөхсәт ителә.

Украина территорияһында сиғандарҙың өйәҙдәргә таралыуы  (1897 йыл)

Подольск губернаһындағы Каменец өйәҙенең һәм Червоноград өйәҙенең  Цыгановка, Цыгане ауылдарының барлыҡҡа килеүе сиғандарҙың ултыраҡ тормошҡа күсеүе менән бәйле була. 1836  йылда "Бессарабияла элекке нигеҙҙә аҫаба сиғандарҙың ултыраҡтары тураһында" Положениеһы раҫлана, 1839 йылда иһә "Сиғандарҙың ирекле казна ерҙәрендә урынлашыуы тураһында"исемле указ сыға. Һуңғы указға ярашлы Бессарабияла, Каир һәм Фараоновка ауылдарына [9] нигеҙ һалып, 782 ғаилә 9902 дисәтинә ер ала. Әммә бигүк һиҙелерлек уңыштарҙы был саралар ҙа бирмәй. Рәсәй империяһының  украин өлөшөндә 1897 йылда  яҡынса 8800 сиған йәшәй, уларҙың күпселеге (5,6 мең, 64%) -  ялан көньяҡ-көнсығыш губерналарында көн күрә.

Күсмәселектең иң ҙур тулҡындары XX быуат беренсе һәм икенсе тиҫтәләренә тура килә, күбеһенсә таборҙар Подольеның көньяғынан Рәсәйгә һәм Слобожанщинаға юллана.

Икенсе бөтә донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Европа илдәренең барлыҡ сиған халҡының  80% үлтерелә. Рәсәй, Украина территорияларында һәм Ҡырымда,  Варшава музейының директор урынбаҫары Мириам Нович мәғлүмәттәре буйынса  300 мең сиғандар геноцид ҡорбандары булған.  1941 йылдың 24 декабргә ҡаршы төндә Симферополдә  800 ир-ат, ҡатындар һәм балалар  атылып үлтерелә, ҡатын-кыҙҙар һәм балалар. Күп кенә элек - электән Ҡырымда йәшәгән сиғандар Совет власы осоронда, ярымутрау өҫтөнән контроль алғандан һуң, репрессияларға дусар булалар. Улар  ҡырым татарҙары менән бергә Үҙәк Азия республикаларына депортацияланалар.,

Ҡарар сығарыла.2004 йылдың 8 октябрендә Украина Үрге Радаһы тарафынан "Халыҡ - ара ромаларҙың Холокост көнө билдәләнеүе тураһында"  [10]

Сиған кибиткалары колоннаһы Львов йүнәлешендә (20 август, 1941 йыл)
Һәләк булған йәһүд һәм сиғандарға һәйкәл.
20 сентябрь, 1942 йыл (Деражня)

Совет осоронда властәр бөтә сиғандарҙы ултыраҡ тормош алып барырға мәжбүр итә, уларҙы актив рәүештә колхоздарға инергә өгөтләйҙәр. ВЦИК РН УССР тарафынан 1927 йылдың 23 февралендә ҡарарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында махсус "Күсмә тормош алып барған сиғандарға ултыраҡ тормошҡа күсеү һәм уларҙы хеҙмәт процестарына ылыҡтырыу өсөн ярҙамға иҡтисад һәм ойоштороу - административ өлкәһендә саралар үткәреү тураһында инструкциял" эшләнә, был инструкцияға ярашлы сиғандарҙы хеҙмәткә ылыҡтырыу, ауыл хужалығында ваҡ һөнәрселек артелдәрҙә эшләү ҡарала, күсенеүселәргә кредиттар тәҡдим ителә, дәүләт фондынан ер бирелә. Бындай сәйәсәт баштараҡ ыңғай һәҙәмтә бирмәй ҡалмай һәм ХХ быуаттың 20 йылдарында Украина сиғандарының 81,3% ултыраҡ тормошҡа күсә. 1927 йылда буш ерҙәрҙә 500 күсмә ғаилә йәшәй башлай [11]. Әммә 30 йылдарҙа көсләп үткәрелгән коллективлаштырыу сиғандарҙы ултыраҡ тормоштан һыуындыра һәм был юҫыҡта эш туҡтатылып ҡала.

20 йылдарҙың аҙағында сиған телендә "Романи зор" (!Сиған йондоҙо") һәм "Небо дром" (Яңы юл") журналдары баҫыла, был журналдар 30 йылдар башында уҡ ябылалар.

1956 йылдың 5 октябрендә СССр-ҙың Юғары Советы Президиумы тарафынан "Берәҙәклек менән шөғөлләнгән сиғандарҙы хеҙмәткә йәлеп итеү тураһында" указы сыға. Указға ярашлы күсмә тормош алып барыу тыйыла һәм әрәмтамаҡлыҡҡа тиңләнә. СССР закондары буйынса бындай рәүештә йәшәү өсөн сиғандар 5 йылға тиклем иректән мәхрүм ителә.

Украина төбәктәрендә сиғандарҙың таралыуы (2001) кеше.
Украина төбәктәрендә сиғандарҙың таралыуы (2001 йыл), %

1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы УССР-ҙа 13000 сиған йәшәгән (шул иҫәптән,2500 ултыраҡ рәүештә), Ҡырымда — 13000, Төньяҡ Кавказда — 6800. Барлығы Украина территорияһында (1926 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы) 20000 кеше йәшәгән.

1989–2001 йылдар Украинала сиған халҡының һан буйынса динамикаһы

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы сиғандарҙың динамикаһы:

  • 1897 — ок. 13 000 (Рәсәй империяһы сиктәрендә — 10 031[12])
  • 1926 — 13 578[13] (УССР)
  • 1939 — 10 443[14] (УССР)
  • 1959 — 22 515[15]
  • 1970 — 30 091[16]
  • 1979 — 34 411[17]
  • 1989 — 47 917[18]
  • 2001 — 47 587[1]

Сиғандар Украинаның бөтә төбәктәрендә лә йәшәй, әммә Закарпатьела, Ҡырымда, Буджакта башҡа төбәктәр менән сағыштырмаса күберәк. Яртыһы тиерлек ҡалала йәшәй.

Украинала йәшәүселәрҙең араһында ҡала сиғандарының өлөшө (2001)

Закарпатьела киләһе төркөмдәр йәшәй: компактлы төркөмдәр менән урынлашҡан словак сиғандары (XX быуат башындағы күскенселәрҙең вариҫтары), венгр сиғандары (Венгриянан сыҡҡандар). Иң күп сиғандар Мукачевола (1,4 %), Виноград районында (Закарпатье өлкәһе) (0,8 %), Берегов районында (4,1 %) һәм Ужгород районында (4,1 %) Закарпатье өлкәһе[19]. Урыҫ сиғандары (XX быуат башында Рәсәй көньяғынан килгәндәр), ловарҙар һәм сервтар украин Полесьеһында йәшәйҙәр. Ловарҙәрҙың компактлы йәшәү урындары — Прилуки, Нежин, Чернигов һәм Остёр. Житомирщина сиғандары араһында ловарҙар вәкилдәре күберәк,улар Житомирҙа, Тетеревка ауылында (Житомир өлкәһе ) һәм Малин ҡалаһында (Житомир өлкәһе) йәшәйҙәр. Сервтар ҙур булмаған төркөмдәр менән башҡа этник төркөмдәр араһында йәшәй. Улар күбеһенсә ҙур ҡалаларҙа йәшәй (Чернигов, Житомир, Коростень, Малин ҡалалары).

  • Ҡырым сиғандары (тарихи исем, хәҙерге ваҡытта күбеһенсә Украинала һәм Рәсәй Федерацияһының Краснодар крайында йәшәйҙәр).
  1. 1,0 1,1 Розподіл населення за національністю та рідною мовою
  2. Історія релігії в Україні / A.M. Колодний, П.Л. Яроцький. — Киев: Знание, 1999. — 735 с. — ISBN 966-7293-71-8.
  3. Шевченко А. Розсіяна етнічна спільнота // Мала енциклопедія етнодержавства. — Киев: Знание, 1996.
  4. Цигани шумною толпою… Історія циган
  5. Цигани в шоці від серіалу «Кармеліта» і фанатіють від індійського кіно. // volynpost.com. Дата обращения: 2013-7-2. Архивировано 4 июль 2013 года.
  6. Цигани(недоступная ссылка)
  7. Jan Marcinkiewicz King of Gypsies of 1767 2014 йыл 7 март архивланған.  (инг.)(англ.
  8. Isabel Fonseca. Bury Me Standing: The Gypsies and Their Journey. — Vintage. — P. 336. — ISBN 978-0679737438.
  9. Зиневич Н.А. Традиционное жилище цыган Украины / / Память веков-2001. , - № 3.
  10. / laws/show/2085-iv Про відзначення Міжнародного дня голокосту ромів. Верховна Рада України; Постанова від 08.10.2004 № 2085-IV
  11. Беликов А. Народные верования и предрассудки в религиозном мировоззрении украинских цыган / / Труды XI Международной научной конференции - Львов, 2002.
  12. Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей
  13. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по республикам СССР  (рус.)
  14. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  15. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  16. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  17. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  18. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  19. Про кількість та склад населення Закарпатської області за підсумками Всеукраїнського перепису населення 2001 року (укр.)