Скуратово (станция)
Скуратово | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чернский район[d] |
Хужаһы | Московская железная дорога[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1868 |
Киләһе туҡталыш | Горбачёво[d] һәм 289 км[d] |
Тимер юл һыҙаты | Курское направление Московской железной дороги[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Скуратово Викимилектә |
Скуратово — Мәскәү тимер юлдарының Тула төбәгендәге Курск йүнәлешенең тимер юл станцияһы. Тула өлкәһе Чернский районының Скуратово ҡасабаһында урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү тимер юлдарының иң боронғо Скуратово станцияһы 1868 йылда асыла[1]. 1869 йылда станцияла земство дауаханаһын, 1889 йылда — Мәскәү тимер юлдарындағы беренсе тимер юл мәктәбен асалар. 1882 йылда Скуратово станцияһынан 33 километр алыҫлыҡта Кукуй һәләкәте була (унда 40 кеше һәләк була)[2].
Скуратово станцияһында поездар оҙаҡ туҡтап паровоздар алмаштырған. XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Мәскәү , Харьковҡа барған поездарҙың оҙаҡ туҡтап тороуы локомотив бригадаһының алмашыныуына бәйле була. Әлеге ваҡытта станцияла поездар улай оҙаҡ туҡтап тормай.
Вокзал бинаһы архитектор Федор Карлович Кнорре проекты буйынса эклектик стилдә төҙөлгән, шундай уҡ стилдә Серпухов станцияһының вокзал бинаһы ла төҙөлгән.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скуратово станцияһының музей комплексы территорияһында өс һәйкәл ҡуйылған. Вокзал бинаһы алдында данлыҡлы диңгеҙсе А. И. Скуратов һәйкәле тора.
Вокзал бинаһындағы музейҙа.В. И. Ленин һәм И. В. Сталинға һәйкәл тергеҙелгән[3].
Мәңгелек туҡталышта элекке дәүерҙең символы булған Л-3036 паровоз-вагоны тора[4].
Вокзал янында Воздвижение Честного Креста Господня сиркәүе урынлашҡан. Сиркәү 2003 йылда XIX быуат аҙағындағы тимер юл станциялары составына ингән һыу күтәреү башняһының реконструкцияланған түбәнге ҡатында урынлашҡан. Сиркәү Кукуй тимер юл һәләкәте ҡорбандары иҫтәлегенә төҙөлгән.
Пассажирҙар хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияла ҡала яны поездары һәм алыҫҡа йөрөүсе поездар хәрәкәт теҙмәһе буйынса йөрөй.
Расписание һәм ташыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ташыусы | Юл | Теҙмә |
---|---|---|
Рәсәй тимер юлдары | Алыҫ | |
Үҙәк яны пассажирҙар компанияһы | Төбәк-ара һәм ҡала яны бәйләнеше |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Название получила в честь участника Великой Северной экспедиции А. И. Скуратова
- ↑ Кукуевская катастрофа 1882 года
- ↑ Скуратово станцияһы юлбашсы // Гудок, 15 июнь 2007
- ↑ Паровоз Ла-3036 (фотолар)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Архангельский А. С., Архангельский В. А. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981. — Т. 1. — С. 124. — 368 с. — 100 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарифное руководство N 4 (ред. от 25.01.2016) (действующая редакция). Legalacts.ru (2018). Дата обращения: 28 июль 2018.
- ст. Скуратово: 215008 . Российские железные дороги (2018). Дата обращения: 29 июль 2018. 2018 йыл 29 июль архивланған.