Эстәлеккә күсергә

Смаҡай мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смаҡай мәмерйәһе
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай

Смаҡай мәмерйәһе (урыҫса: Смакаевская пещера) — Ишембай ҡалаһы янындағы Ҡарауыл сағылы тауындағы урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Смаҡай ҡасабаһынан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Мәмерйә һоро гипс тау тоҡомонда хасил булған. Мәмерйә ауыҙы бик бәләкәй (0,5 м х 0,5м), инеү урыны 1 метр оҙонлоғонда. Уның аша ҙур булмаған зал урынлашҡан, һул яҡта 1,5 метр оҙонлоғондағы коридорҙан төрлө яҡҡа бер нисә инеү урыны күренә. Улар бер ни тиклем аранан һуң ҙурыраҡ залға табан юлланған коридорҙа бергә тоташа. Залдың иҙәне ҡырсынташ менән ҡапланған. Һул яҡта иҙәне боҙ менән ҡапланған ҙур булмаған өң (грот). Залдың ҡап уртаһында — ҙур-ҙур таш киҫәктәре өйөмө. Ошо өйөм өҫтөндә тар ғына (0,5 м х 1 м үлсәмендә) инеү урыны бар. Ул 3 метрға һуҙыла. Артабан тар ғына ярыҡ аша ҙур булмаған залға үтергә була. Уның аша тағы бер зал урынлашҡан (үлсәме 1,5 м х 3 м), уның стеналары ла, иҙәне лә балсыҡ менән ҡапланған. Мәмерйәнең оҙонлоғо — 50 метр. Мәмерйәнән Ишембай ҡалаһы яғына ла, Смаҡай ҡасабаһы яғына сығырға мөмкин. Ике яҡҡа ла 2-шәр км тирәһе[1].

  1. 1,0 1,1 Овсянникова М. М., Кулясова А. Е./Туристические маршруты Ишимбайского районы/Уфа, ООО «Информреклама»/2012/стр. 80/ISBN 978-5-904555-44-3
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е./Туристические маршруты Ишимбайского районы/Уфа, ООО «Информреклама»/2012/стр. 80/ISBN 978-5-904555-44-3.