Собханҡолов Артур Рәмил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Собханҡолов Артур Рәмил улы
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 ғинуар 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (27 йәш)
Һөнәр төрө боксёр
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Спорт төрө Бокс

Артур Рәмил улы Собханҡолов (1 ғинуар 1992(19920101) Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) — Рәсәй боксеры. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2017[1]). 2015 йылдың бокс буйынса рәсәй чемпионаты финалисы, Рәсәй чемпионаттары призеры (2013,2016), Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһындағы төбәк чемпионаттары призеры (2012, 2013, 2014[2]). Эске эштәр министрлығының территориаль органдары араһында Рәсәй чемпионы (2015,2016,2017). Нефтле илдәр араһындағы донъя кубогы еңеүсеһе (2016). Тренеры: Мария Юрьевна Карабанова. 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. 15 йәшендә Кәмпо спорт клубында бокс менән шөғөлләнә башлай. Һуңғараҡ тренеры менән бергә Лидер(4 ДЮСШ) боксерҙар клубына күсә.

Өфө ҡалаһы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы һәм ер төҙөлөшө факультетына уҡырға инә. 2015 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын ер төҙөлөшө инженеры һөнәре буйынса тамамлай. Механик факультетының «Урман ауыл һәм балыҡ хужалығында механикалаштырыу технологиялары саралары һәм энергетик ҡорамалдар» аспирантураһына уҡырға инә

Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Динамо беренселеге еңеүсеһе (2010 й, Владимир)
  • Башҡортостан Республикаһы чемпионы (2011—2012 йылдар)
  • А. Хаматов призына Бөтә Рәсәй «а» класлы турнир еңеүсеһе (2011 йыл, Ҡазан)
  • III урын Рәсәй ээм-ы чемпионаты (2012 й., Ижевск)
  • Волга буйы федераль округы чемпионаты 2012, 2015 йылда- I урын (11-16.09.2012 йыл, тольятти)[3]
  • 2012 йыл РФ чемпионаты - V урын (11-20.11.2012, Сыктывкар)
  • 2013 Динамо чемпионатында — I урын (25-31.08.2013, Магнитогорск)
  • II урын Рәсәй ээм-ы чемпионаты (2013 йыл, Силәбе өлкәһе)
  • Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2013 йыл — 1 !1;
  • Рәсәй эске эштәр министрлығы чемпионаты III урын (2014 йыл, Пермь)
  • Рәсәй эске эштәр министрлығы идаралыҡтары араһындағы чемпионат — I урын (2015 й., Анапа)
  • Бокс буйынса Рәсәй чемпионатында 2015 йыл — 2 !2;
  • Рәсәй эске эштәр министрлығы идаралыҡтары араһындағы чемпионат- I урын (2016 йыл, Суздаль)
  • Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты (2016 йыл) — 1 !1;
  • I урын- Нефтле илдәр араһында донъя кубогы (2016 йыл, Нижневартовск)
  • Рәсәй эске эштәр министрлығы идаралыҡтары араһында чемпионат — I урын (2017 йыл, Санкт-Петербург)
  • Динамо чемпионаты (2017 йыл, Өфө) - I урын
  • Бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2017 йыл — 2 !2;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]