Соколов Владимир Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Соколов Владимир Михайлович
рус. Владимир Михайлович Соколов
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Омск өлкәһе, Омск ҡалаһы
Һөнәр төрө велогонщик
Ҡыҫҡаса атамаһы Владимир Соколов
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За трудовую доблесть» медаль «За трудовое отличие» заслуженный работник физической культуры Российской Федерации заслуженный мастер спорта СССР «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Спорт төрө велосипедный спорт[d]

Соколов Владимир Михайлович (15 март 1939 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Михайлович Соколов 1939 йылдың 15 мартында Өфөлә тыуған. 1960 йылда Омск ҡалаһына күсеп китә.

1961 йылда студенттар араһында СССР чемпионы.

1963 йылда —РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы еңеүсеһе.

1971 йылда велосипед ярышында донъя еңеүсеһе. (Варшава — Берлин — Прага).

1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпиада өсөн велосипедта ярышыусылар командаһына күнекмәләр үткәрә.

1988 йылда — 1988 йылғы Олимпиада өсөн велосипедта ярышыусылар командаһын әҙерләй.

1995 йылда «Вело-Омск» ҡала веломарафонын ойоштора.

В. М. Соколов физик культура һәм спорт буйынса Себер дәүләт университетында күп йылдар велосипед һәм коньки ярышы спортының кафедра мөдире булып эшләй. 1998 йылда уға «профессор» ғилми дәрәжәһе бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1980)
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)
  • «Намыҫлы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл уңайынан» миҙалы (1970)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
  • «Рәсәй дәүләт спорт комитетына 80 йыл» миҙалы (2003)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]