Соколов Леонид Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Отсутствует элемент Викиданных

Соколов Леонид Алексеевич (8 июль 1953) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик яҙыусыһы, Башҡортостан Яҙыусылар (1994) союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, өлкән әҙәби консультант, «Клуб 12 стульев» ойошмаһының «Золотой телёнок» премияһы лауреаты (2017), 9 китап авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Соколов Леонид Алексеевич 1953 йылдың 8 июлендә Өфөлә тыуа. Өфө ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә уҡый, БДУ-ның филологик факультетын бөтөрә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижад менән өлкән кластарҙа уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүҙә шиғырҙар яҙып ҡарай, ләкин үҙен сатира һәм юморҙа таба. Беренсе хикәйәләре һәм сатирик миниатюралары БДу-ның күп тиражлы газетаһында баҫыла. Артабан «Тулҡын» («Волна»), «Орбита» йыйынтыҡтарында әҫәрҙәре сыға, «Крокодил», «Һәнәк» журналдарында нәшер ителә. Германия баҫмалары ла уны баҫа. «Кумир» исемле беренсе китабы 1986 йылда сыға. 90-сы йылдар башында «Где вы были вчера?» йыйынтығы нәшер ителә. 1994 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзына алына. Шунан бирле Соколовтың 7 китабы сыға «Приколы», «Счастливчик», «Тысяча и один прикол» һ.б.

Л. А. Соколовтың әҫәрҙәре билдәле журналдарҙа баҫыла: «Вокруг смеха» (Санкт-Петербург), «Фонтан» (Одесса), «Чаян» (Каҙан), «Веселуха» (Мәскәү), «Кукумбер» (Мәскәү). «Литературная газета», «Комсомольская правда», «Аргументы и факты» биттәрендә лә уның әҫәрҙәре күренеп тора. Башҡортостан журналдары — «Һәнәк-Вилы», «Бельские просторы», «Ағиҙел» — уның ижадын баҫтырып торалар. Уның әҫәрҙәре менән Германия, Болгария, Канада, Австралия уҡыусылары ла таныш. «Кумир» йыйынтығының экземпляры Болгарияның Габрово ҡалаһында сатира һәм юмор музейының экспонаты булып тора.

60 йәшлек юбилейына «Китап» издательствоһы яҙыусының «Автограф» исемле китабын сығарҙы. Уға баш һүҙҙе "Литературной газета"ның «12 ултырғыс клубы» администраторы Александр Хорт үҙе яҙған. «Автограф» китабы яҙыусының ижадына үҙенсәлекле йомғаҡ булып тора. Уға уҙған йылдарҙа яҙылған юмористик хикәйәләр, әкиәттәр, афоризмдар, яңыса яҙылған иҫке йырҙар, икеюллыҡтар, дүртюллыҡтар, каламбурҙар, балалар өсөн шиғырҙар, сатирик рубаиҙар ингән. Был китаптан яҙыусының бер нисә афоризмын килтереп китәйек: «Скажи-ка, дядя, ведь не даром стоишь на улице с радаром» · «Чтобы попасть на прием к невропатологу, надо иметь стальные нервы» · «У стоматолога не только рот, но и карман надо держать пошире» · «Наш ломбард — это залог Вашего успеха», · «Мантия величия» · «Удручальное кольцо» · «Убежать легко от лет, если ты легкоатлет!»

Үткән йыл «Литературная газета» үҙенең сатирик бүлеге "Клуб 12 стульев"тың «Золотой теленок» премияһына лайыҡлы тип иҫәпләгән 2017 йылғы лауреаттарын билдәләне. Биш лауреат араһында Леонид Соколов та бар. Башҡортостан яҙыусыларынан бындай премияны 2015 йылда яҙыусы-сатирик Марсель Салимов (Мар. Салим) алған.

Леонид Алексеевич Башҡортостан Яҙыусылар Союзының рус яҙыусылары ойошмаһының өлкән әҙәби консультанты. Әлеге көндә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең башҡарма директоры вазифаһын башҡара.