Соловьёв Сергей Леонидович
Соловьёв Сергей Леонидович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 апрель 1930[2] |
Тыуған урыны | Бөйөк Новгород, Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР[3] |
Вафат булған көнө | 9 март 1994[4] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | Институт океанологии имени П. П. Ширшова РАН[d] |
Уҡыу йорто | Физический факультет Санкт-Петербургского государственного университета[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (1960) |
Ғилми етәксе | Евгений Фёдорович Саваренский[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сергей Леонидович Соловьев (12 апрель 1930 йыл — 9 март 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәй геофизигы, сейсмолог, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдың 12 апрелендә Новгородтатыуа.
1953 йылда Ленинград университетының физика факультетын тамамлай.
1956 йылда СССР Фәндәр академияһының Геофизика институты аспирантураһын тамамлай. Был институт тарҡатылғас, СССР Фәндәр академияһының Физика институтында эшләй. Е. Ф. Саваренский етәкселегендә кандидатлыҡ һәм 1970 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1961 йылдан СССР фәндәр академияһының Сахалин комплекслы ғилми-тикшеренеү институтының сейсмология бүлеген етәкләй (1965 йылдан шунда уҡ директор урынбаҫары була).
1968 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр академияһының Ер физикаһы институты лабораторияһында эшләй башлай.
1971 йылдан СССР Фәндәр академияһының Саха ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе.
1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Океанология институтының сейсмология лабораторияһы мөлире (1985 йылдан шулай уҡ геофизика бүлеге мөдире).
Төп хеҙмәттәпе ер тетрәү, сейсмологиялылыҡ һәм сейсмология райондарына бүлеүҙе, Курил-Камчатка дуғаһының һәм яҡын-тирәләге акваторияның тәрән ҡоролошон, ер аҫты тетрәүҙәренең гидроаккустик тулҡынын классификациялауға бағышлана. Йыл әйләнәһенә Куриль утрауҙарында цунами тураһында күҙәтеү һәм иҫкәртеү хеҙмәтен, Охот диңгеҙенең, Сахалин шельфының һәм Курил-Камчатка тәрән һыу улағының комплекслы геологик-геофизик съемкаһын ойоштороусы. Тәрән һыу төбөнән сығыусы сейсмографтарҙы эшләүсе, «Атлас землетрясений в СССР» (1962), «Каталог цунами на западном побережье Тихого океана» (1974) һәм «Каталог цунами на восточном побережье Тихого океана» (1975) баҫмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.
1 фән докторы һәм 12 фән кандидаты әҙерләнгән. 500-ләп фәнни эш, шул иҫәптән 10 монография, шулай уҡ 30 уйлап табыу авторы. 1994 йылдың 9 мартында Мәскәүҙә вафат була, Дон зыяратында ерләнгән[5]..
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВДНХ-ның алтын миҙалы (1974, 1980)[6]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)[6][7]
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1978)[6]
- «Изобретатель СССР-ҙың уйлап табыусыһы» почет билдәһе (1985)[6]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988)[6]
- Тәбиғәт һәләкәттәрен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара йәмғиәттең Адамс премияһы (1988)[6] — за многолетний выдающийся вклад в изучение землетрясений, цунами и систем предупреждения о цунами[6]
- СССР Фәндәр академияһының һәм Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1990)[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 йылда Европаның Ер тураһындағы фәндәр союзы Сергей Соловьев исемендәге миҙал булдыра. Уның менән тәбиғәт һәләкәттәрен өйрәнеүгә өлөш индергән ғалимдар бүләкләнә[8].
Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш округы президиуиы тәбиғәт һәләкәттәре өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн академик С. Л. Соловьев исемендәге премия булдыра[8].
2011 йылдың 8 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш округ Диңгеҙ геологияһы һәм геофизика институтына С. Л. Соловьевҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Соловьёв Сергей Леонидович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://www.egu.eu/awards-medals/portrait/sergey-soloviev/
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ Соловьёв Сергей Леонидович (1930—1994) . Московские могилы. Дата обращения: 30 декабрь 2017.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Шутько, Махрова, 1994, Основные даты жизни и деятельности академика С. Л. Соловьева, с. 2—7
- ↑ Соловьёв Сергей Леонидович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 8,0 8,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;ио
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Соловьёв Сергей Леонидович, геофизик . Энциклопедия Сахалинской области. Дата обращения: 30 декабрь 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сергей Леонидович Соловьев, 1930—1994 / Сост.: Л. В. Шутько, И. А. Махрова. — Наука, 1994. — (Материалы к биобиблиографии ученых СССР : Сер. физики, Вып. 38). — ISBN 5-02-001840-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соловьёв Сергей Леонидович РФА рәсми сайтында.
- Соловьев Сергей Леонидович (1930—1994) . Институт океанологии им. П. П. Ширшова РАН. Дата обращения: 30 декабрь 2017. 2017 йыл 31 декабрь архивланған..
- Библиография в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 12 апрелдә тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- Ленинград өлкәһендә тыуғандар
- 9 мартта вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары