София Нассауская
София Вильгельмина Марианна Генриетта Нассауская (нем. Sophia Wilhelmine Marianne Henriette von Nassau; 9 июль 1836 йыл — 30 декабрь 1913 йыл) — Швеция һәм Норвегия короле Оскар II ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]София Нассауская 1836 йылдың 9 июлендә Висбаден курортының Бирбих һарайында тыуа. Ул герцог Вильгельм Нассаускийҙың һәм уның икенсе ҡатыны Паулина Вюртембергтың ҡыҙы була. Ҡыҙҙың бер туған һеңлеһе Елена һәм ҡустыһы Николай, шулай уҡ беренсе никахтан тыуған ағайҙары Адольф, Морица, апайҙары Мария һәм Тереза була. Уға өс йәш тигәндә, Вильгельм инсульттан үлеп ҡала.
Софияның уҡыу программаһына тарих өйрәнеү, сит телдәр һәм фортепианола уйнау була.
1856 йылдың йәйендә әсәһе үлгәндән һуң, Нойвиделағы Монрело һарайына, ғаиләһе менән апаһы Мария йәшәгән ергә күсеп килә. Унда ул герцог Остерготландский титулын йөрөткән 27 йәшлек швед принцы Оскар менән таныша. 1856 йылдың 25 сентябрендә ул Софияға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. 1857 туйы 6 июнендә Бибрих һарайында туй үтә. Ике аҙнанан һуң яңы өйләнешкән йәштәр Швецияға юлланалар. Халыҡ араһында София «Зәңгәр герцогиня» ҡушаматы ала, сөнки ул тәүге тапҡыр халыҡҡа аҡҡош мамығы менән зәңгәр күлдәктә сыға. Был ваҡытҡа ул яңы тыуған иленең тарихын һорашып белешкән була, швед һәм норвег телдәрен өйрәнә.
Парҙар Стокгольм үҙәгендәге Густав Адольфтың майҙанында кронпринц һарайында урынлаша. Унда уларҙың дүрт балаһы тыуа.
- Густав (1858—1950) — Швецияның киләһе короле, Виктория Баденскаяға өйләнә, өс улы бар;
- Оскар (1859—1953) — герцог Готландский, граф Висборгский, Мунк Эббеға өйләнә, биш балаһы була;
- Карл (1861—1951) — герцог Вестерготландский, Ингеборга Датскаяға өйләнә, улы һәм өс ҡыҙы була;
- Евгений (1865—1947) — герцог Нерке, билдәле меценат һәм рәссам, өйләнмәй, балаһы булмай.
1859 йылда Оскарҙың атаһы.король Оскар вафат була. Тәхеткә уның өлкән ағаһы Карл ултыра, ә Оскар үҙе кронпринц була.
Оскар менән София һарай интригаларынан алыҫта, тыныс ир менән ҡатын тормошо алып баралар. Улдарын йәмғиәт мәктәбенә уҡырға бирергә ҡарар итәләр, был юғары ҡатламды ғәжәпкә ҡалдыра, сөнки был ваҡытта принцтар репетиторҙар ҡарамағында өйҙә уҡыған була.
Өлкән улының һәм кронпринцессаның һаулығы бик үк яҡшы булмай. 1864 йылдың йәйен ғаилә диңгеҙ ярҙары буйында Хельсинборг янындағы Бальтазар фон Платенға ҡараған Кулл Гуннарсторп һарайында үткәрә. София һәм Оскарға эргәләге Скрабелюк усадьбаһы менән бергә матур урындар оҡшай, һәм улар шул уҡ йылдың сентябрь айында уны һатып ала. Биналары бик үк һыйҙырышлы булмағанлыҡтан, улар уны яңыртыу һәм киңәйтеү эштәре буйынса эш башлай. Яңы төҙөлөш София хөрмәтенә Софиеро тип атала. Был ваҡытҡа ул әле бер ҡатлы вилла булып ҡала. 1866 йылдың июлендә ғаилә Стокгольмдан бында күсеп килә. София һыбай йөрөү мөмкинлегенә эйә була, балалар саф һауала ял итеп, сәләмәтлеген һиҙелерлек нығыта.
1866 йылда Австро-пруссия һуғышы һөҙөмтәһендә, Нассау герцоглығы баҫып алына һәм Пруссияға ҡушыла. Сентябрь айында Софияның ағаһы Адольф I, законлы хаким, илдән күсеп китергә мәжбүр була. Шул ваҡыттан алып Софияла милитаристик Пруссияға ҡарата нәфрәт уяна, һәм тыуған илен юғалтҡаны өсөн ул ныҡ ҡайғыра.
1872 йылда Мальмела үҙенең резиденцияһында Карл вафат була. Оскар II исеме аҫтында Софияның ире король булып китә.
Софияның һаулығы менән проблемалар дауам итә: ул әҙ ҡанлылыҡтан, төрлө спазмаларҙан яфалана, аяҡтары, йөрәге ауырта. Был уны әленән-әле ятып торорға мәжбүр итә. Был ваҡытта ул ғәҙәттә төрлө китаптар, гәзит-журналдар уҡый. Бер кем дә уның менән белем кимәле һәм асыҡ фекер йөрөтөүе менән сағыштырыла алмаҫ ине тип иҫәпләй уның ире, һәм төрлө һорауҙар буйынса кәңәш һорап, ҡатынына мөрәжәғәт итә. Әммә идара итеүенең беренсе йылында уҡ, ул йырсылар һәм актрисалар араһынан һөйәркәләр булдыра башлай. Магда фон Дольке менән бәйләнәше ваҡытында, корлоева һаулығын тергеҙеү һылтауы менән короллектән Германияға сығып китә.
Софиеро король ғаиләһенең йәйге резиденцияһы булып ҡала. Тик хәҙер хужалар илдең хакимдары булып китә, ә балалар ҙурая, шуның өсөн 1874—1876 йылда һарайҙа күләмле реконструкция үткәрелә.[8]. һөҙөмтәлә, уның 35 бүлмәһе була. Артабанғы йылдарҙа унда йыш ҡына скандинавия аристократияһы вәкилдәре, шулай уҡ король ғаиләһе ағзалары һәм башҡалар бара.
София дин менән ныҡ ҡыҙыҡһына башлай. Йыш ҡына ҡайынһеңлеһе Евгения менән төрлө дини сараларға йөрөй, ә 1878 йылда — Стокгольмға килеп киткән дингә өндәүсе лорд Редстоктың эйәреүсеһе була.
1880 йылда ире менән мөнәсәбәттәре яҡшыра. Үҙенең либераль ҡараштары менән иренең иҫке ҡараштарын тигеҙләштерә. Бөйөк Британияны яҡын күрә, был ваҡытта ире Оскар империялы Германияға юнәлеш тотҡан була.
София Флоренс Найтингейлдың эшмәкәрлеге менән һоҡлана, уның китаптарын уҡый һәм Лондондағы дауаханаға барып, уның менән шәхсән таныша. 1884 йылдың 1 ғинуарынан алып королева арҡаһында ҡатын-ҡыҙ-шәфҡәт туташтары әҙерләү мәктәптәре эшләй башлай.1887 йылда ир менән ҡатын Sophiahemmet — 60-70 урынлыҡ шәхси дауахана ойоштора, ул ике йылдан һуң тәүге пациенттарын ҡабул итә. София йәмғиәттән туташлыҡ эшенә ихтирам талап итә, ҡайһы берҙә хатта урындағы властар менән низағҡа ла инә. Туташлыҡ эшен ул һөнәр итеп түгел, ә изге эш итеп һанай, һәм шәфҡәт туташтары медицинала хәбәрҙар булырға тейеш тип иҫәпләй. Королева йәмғиәттең аристократик ҡатын-ҡыҙҙарын яҡындарға ярҙам итеү эшенә ылығырға саҡыра.
1887 йылда ул офоректомия үткәрә. Операция уңышлы үтте тип һанала, әммә тиҙҙән София ауыр йөрөй башлай, артабан ул инвалид коляскаһы менән йыш файҙалана.
1890-сы йылдарҙа ир менән ҡатын Софиероға бик һирәк баралар. 1892 йылдан София Норвегияның көньяғында Конгсвингерҙағы Скиннарбол фермаһына барыуҙы хуп күрә. Ул йыш Швеция буйлап сәйәхәт итә, Норвегияның, Германияның һәм Бөйөк Британияның курорттарына бара. Парижға визиты ваҡытында ул ябай ресторанда төшөкө аш ашап, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итә.
1903 йылда ирле-ҡатынлылар Софиероға һуңғы тапҡыр килә.
Норвегия менән сәйәси пландағы көсөргәнешле мөнәсәбәттәр 1905 йылда уния хәрәкәтен туҡтатыуға килтерә. 7 июндә сортинг рәсми рәүештә «король артабан Норвегия короле функцияһын үтәй алмай» тип иғлан итә. Был һуғыш ҡурҡынысы янай тигәнде аңлата был, әммә сентябрь айында илдәр уртаҡ фекергә килә. София үҙенең ҡараштарының уртасалығы һәм эштәрҙе тыныс юл менән хәл итеүгә әүәҫлеге менән шул ваҡытта иренә ыңғай йоғонто яһай. Норвегияның яңы хакимы булып Оскарҙың ейән туғаны, Карл Датский, Хоком VII исеме аҫтындағы король була.
Оскар 1907 йылдың декабрь айында вафат була. София бынан һуң йәмәғәт тормошонан ситләшә. Ул сәйәхәт итеүен дауам итә, һәм 1909 йылда Германия машинала килә. Һуңғы тапҡыр 1913 йылдың 3 декабрендә тол ҡалған королева халыҡ алдында күренә, ул Sophiahemmet дауаханаһы шәфҡәт туташтары алдында сығыш яһай, улар араһында улы Оскарҙың ҡыҙы Мария ла була.
Шул уҡ йылдың 30 декабрендә София пневмониянан вафат була. Уға 77 йәш була. Королеваны Риддарсхольмский сиркәүендә ерләйҙәр
Гербтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]София Нассаускаяның ата-бабалары
8. Карл Кристиан Нассау-Вейльбургский | ||||||||||||||||
4. Фридрих Вильгельм Нассау-Вейльбургский | ||||||||||||||||
9. Каролина Оранская | ||||||||||||||||
2. Вильгельм I (герцог Нассау) | ||||||||||||||||
10. Вильгельм Георг Кирхбергский | ||||||||||||||||
5. Луиза Сайн-Гахенбургская (Луиза Изабелла Кирхбергская) | ||||||||||||||||
11. Изабелла Августа Рейсская | ||||||||||||||||
1. София Нассауская | ||||||||||||||||
12. Фридрих I (король Вюртемберга) | ||||||||||||||||
6. Павел Карл Фридрих Август Вюртембергский | ||||||||||||||||
13. Августа Каролина Брауншвейг-Вольфенбюттельская | ||||||||||||||||
3. Паулина Вюртембергская (1810—1856) | ||||||||||||||||
14. Фридрих Саксен-Гильдбурггаузенский | ||||||||||||||||
7. Шарлотта Саксен-Гильдбурггаузенская | ||||||||||||||||
15. Шарлотта Мекленбург-Стрелицкая (1769—1818) | ||||||||||||||||
|}
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Herman Lindqvist (2006). Historien om alla Sveriges drottningar. Norstedts Förlag. ISBN 91-1-301524-9.
- Lars Elgklou (1995). Familjen Bernadotte, en kunglig släktkrönika. Skogs boktryckeri Trelleborg. ISBN 91-7054-755-6.
- Lars O. Lagerqvist (1979). Bernadotternas drottningar. Albert Bonniers Förlag AB. ISBN 91-0-042916-3.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #124912109 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Sofia W M H (швед.) — 1917.
- ↑ Sofia // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Sophie; I Sverige Sofia El. Sophia // Norsk biografisk leksikon (билдәһеҙ) — Kunnskapsforlaget. — ISSN 2464-1502
- ↑ 5,0 5,1 Hovförsamlingens kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/0007/F I/5 (1895-1938), bildid: 00033282_00069 — Б. 65.
- ↑ Hovförsamlingens kyrkoarkiv, Församlingsböcker, SE/SSA/0007/A II a/8 (1911-1925), bildid: 00033255_00005 — Б. 1.
- ↑ Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 463.
- ↑ Парк дворца Софиеро [1] (рус.)(рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- София Нассау (швед.)(швед.)
- София Королева(недоступная ссылка) (швед.)(швед.)
- История замка Софьеро (швед.)
- Профиль на Geneall.net (нем.)(нем.)
- Профиль на Thepeerage.com (инг.)(инг.)
- Факты о жизни Софии Нассау (швед.)
- Принцесса София Всльгельмина Нассау 2011 йыл 24 июнь архивланған. (швед.)(швед.)
- Последняя королева союза. Статья в «Aftenposten» от 10 июля 2005 (норв.)