Висбаден
Висбаден (нем. Wiesbaden (произношение ), лат. Aquae Mattiacae, Aquae Mattiacorum) — Германия ҡалаһы, Гессен федераль еренең административ үҙәге.
Висбаден — Гессендең Франкфурттан һуң ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. 2011 йылдың 31 декабренә ҡарата халыҡ һаны 278 919 кеше тәшкил итә.
Исеме Wiesbaden исеме «болон ванналары» тигәнде аңлата. Европала иң боронғо курорт, унда 26 ҡайнар һәм бер нисә һалҡын һыу термаль сығанаҡтары бар. 1905 йылдан алып халҡы 100 меңгә тулғас, ҙур ҡалаларҙан һанала.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Висбаден Рейндың уң яҡ ярында, уның Майн йылғаһына ҡойған урынында тора. Рейндың икенсе ярында Майнц ҡалаһы урынлашҡан. Висбаден менән Майнц тарихи дәғүәсе-ҡалалар. Майнц консерватив тәртипле католик үҙәк булараҡ билдәле. Висбаден демократик ҡала-курорт, ул протестанттар өҫтөнлөк иткән ҡала.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Висбаден территорияһындағы ауыл биләмәләре неолит осорона ҡарай. Ҡайнар сығанаҡтар Рим империяһы осоронда уҡ билдәле булған. 77 йылда беренсе тапҡыр Өлкән Плинийҙың «Тәбиғи тарих» китабында телгә алына. Ул саҡта был урын «Aquae Mattiacorum» (рус. Источники Маттиаков) тип аталған.
1815 йылда Нассауҙың баш ҡалаһы Висбаденға күсерелә, бында герцогтар резиденцияһы барлыҡҡа килә. Ошо осорҙан алып ҡала мөһабәт төҫ ала һәм әүҙем рәүештә үҫешә. 1866 йылда Австро-Пруссия һуғышында Нассау Австрия яҡлы була. Австрия еңелгәс Нассауҙы Пруссия ғәскәре аннексиялай. Шулай итеп Гессен-Нассау провинцияһы барлыҡҡа килә.
Икенсе донъя һуғышынан һуң Америка Ҡушма штаттары инициативаһы буйынса Гессен федераль ере барлыҡҡа килә, уның административ үҙәге итеп Висбаден һайлана. Әлегә тиклем америка ғәскәре Висбаденда тора, шулай уҡ бында Германия полицияһының енәйәттәр буйынса Федераль ведомствоһы ла тора.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һаны16291 декабрҙә 18403 декабрҙә 186716993 декабрҙә18641 декабрҙә1885
|
Һаны1 декабрь 18901 декабрҙә 19051 декабрҙә1900
|
|
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Висбадендан 20 км-ҙа Франкфурт аэропорты бар, бер нисә ҙур булмаған тимер юл станциялары һәм ҙур төп станцияһы Хауптбанхоф (нем. Hauptbahnhof) бар, ул Франкфурт, Дармштадт, Майнц, Лимбург һәм Кобленц ҡалаларын Висбаден менән тоташтыра.
- Рейн һәм Майн ярында бер нисә порт бар.
Мәҙәниәт, фән һәм мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Висбаден ғәмәли фәндәр университеты (нем. Hochschule RheinMain).
- Висбаден обсерваторияһы
2001 йылдан башлап «East Go» кинофестивале үткәрелә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарай майҙаны (нем. Schlossplatz), унда герцог һарайы тора, Нассау герцогы Вильгельм тарафынан 1840 йылда төҙөлгән. Шулай уҡ был майҙанда Яңы ратуша (1887 йыл) тора. 1610 йылда төҙөлгән Иҫке ратуша ҡаланың иң иҫке биналарынан һанала.
- Маркткирхе сиркәүе (нем. Marktkirche) 1852—1862 йылда неоготик стилдә төҙөлгән. Көнбайыштағы манараһының бейеклеге 92 метр.
- Висбаден музейы (нем. Museum Wiesbaden).
- Нероберг тауы (нем. Neroberg).
- Висбаден казиноһы. Бында Достоевский Федор Михайлович Европа буйлап сәйәхәт иткәндә рулеткала уйнай[26]. Был казино тураһында ул "Игрок" романында яҙған. Хәҙер казино залы береһе уның исемен йөрөтә.
- Лейхтвейс мәмерйәһе ҡала эргәһендә урынлашҡан. Туристик объект.
Изге Елизавета ҡорамы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Елизавета рус ҡорамы («Грек капелла») 1848—1855 йылдарҙа төҙөлгән, Нероберг тауында ваҡытһыҙ вафат булған Нассау герцогиняһы, Бөйөк Рәсәй княгиняһы, Елизавета Дмитриевна иҫтәлегенә арналған. Сиркәүҙең архитекторы — Филипп Гофман.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Астрономия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Висбаден хөрмәтенә уның исемен 2 астероид: (717) Визибад (1911 йылда асыла) һәм (765 йылда асыла) Маттиак йөрөтә. Ике астероидты ла немец астрономы Франц Кайзер (Висбаден ҡалаһында тыуған) асҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Nassauische Zeit (нем.)
- ↑ Renaturierung Unterer Salzbach (нем.)
- ↑ Porträt Gert-Uwe Mende (нем.)
- ↑ https://web.archive.org/web/20180806123507/http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.hess-staedtetag.de/der-verband/mitglieder/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ 9,0 9,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ Montreaux | Landeshauptstadt Wiesbaden
- ↑ https://www.klagenfurt.at/die-stadt/international/partnerstaedte/wiesbaden-deutschland.html
- ↑ https://www.wiesbaden.de/medien/rathausnachrichten/PM_Zielseite.php?showpm=true&pmurl=https://www.wiesbaden.de/guiapplications/newsdesk/publications/Landeshauptstadt_Wiesbaden/141010100000396714.php
- ↑ Ljubljana (Slowenien) (нем.)
- ↑ Vereinbarung zwischen der Landeshauptstadt Wiesbaden, Bundesrepublik Deutschland und dem Distrikt Fatih, Istanbul, Republik Türkei
- ↑ Kfar Saba (Israel) (нем.)
- ↑ San Sebastian (Spanien) (нем.)
- ↑ Breslau / Wroclaw (Polen) (нем.)
- ↑ Tunbridge Wells (Großbritannien) (нем.)
- ↑ Görlitz (нем.)
- ↑ Ocotal (Nicaragua) (нем.)
- ↑ https://www.wiesbaden.de/leben-in-wiesbaden/stadtportrait/partnerstaedte/content/kamjanez-podilskyj.php
- ↑ https://www.wiesbaden.de/medien/rathausnachrichten/PM_Zielseite.php?showpm=true&pmurl=https://www.wiesbaden.de/guiapplications/newsdesk/publications/Landeshauptstadt_Wiesbaden/141010100000453013.php
- ↑ https://www.wiesbaden.de/leben-in-wiesbaden/stadtportrait/partnerstaedte/index.php
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Deutsche Biographie
- ↑ Летопись жизни и творчества Ф. М. Достоевского: 1821–1881 / Сост. Якубович И. Д., Орнатская Т. И.; Под ред. Будановой Н. Ф., Фридлендера Г. М.. — Ин-т русской литературы (Пушкинский Дом) РАН. — СПб.: Академический проект, 1994. — Т. 2 (1865—1874). — С. 283. — 586 с. — ISBN 5-7331-006-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дубовицкий Н. А. Русский некрополь в Висбадене / Сост. Николай Дубовицкий.. — СПб.: Алетейя, 2010. — 236 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-91419-291-1. (обл.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальная страница Висбадена
- Фотографии Висбадена 2012 йыл 22 июль архивланған.
- Несколько видеозарисовок о жизни города
- Панорама Висбадена
- Искусство в Висбадене
- Клип St1m «Друзья», снятый в Висбадене
- Архитектурные достопримечательности Висбадена. Традиции культуры и истории. Праздничные мероприятия.