31 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(31 декабря битенән йүнәлтелде)
31 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
31 декабрь Викимилектә |
31 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 365-се көнө (кәбисә йылында 366-сы). Йылдың һуңғы көнө.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Шампан шарабы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Финанс йылын тамамлау.
- Әзербайжан: Бөтә донъя әзербайжандарының теләктәшлек көнө.
- Ҡырғыҙстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Махсус ташыуҙар үҙәге көнө.
- 1898: Мәскәү — Санкт-Петербург телефон линияһы эшләй башлай.
- 1951: Ермолаевка, 1971 йылдан — Күмертау күмер разрезы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1960: Волгоградта троллейбус йөрөй башлай.
- 1960: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ойошторола.
- 1968: Тауыштан тиҙ осоусы «Ту-144» пассажир самолёты беренсе осош яһай.
- 1970: Кемерово өлкәһе икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.
- 1999: Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельцин отставкаға китә, Президент вазифаһын башҡарыусы итеп Владимир Путинды тәғәйенләй.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сюткин Пётр Иванович (1915—14.08.1954), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк бригадаһының взвод командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Абрамов Алексей Фёдорович (1925—12.06.2010), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк ротаһы десантсыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1972) ордены кавалеры.
- Яҡупов Радик Ғиззәт улы (1935–22.02.2011), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1989 йылдарҙа машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы кафедраһы мөдире; 2001 йылдан – хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Механика институты хеҙмәткәре, 2007 йылдан – баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы (1916—1978), балет артисы, тәүге башҡорт балериналарының береһе. 1938—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы, 1950—1964 йылдарҙа педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта театрҙың балет студияһы уҡытыусыһы, 1965—1974 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһындағы Ю. А. Гагарин исемендәге Техника йорто балет студияһының (1972 йылдан халыҡ хореография студияһы) художество етәксеһе һәм балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972).
- Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1970 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан нефть промыслаһы машиналары һәм ҡорамалдары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1976), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
тулы исемлек
- Назарова Филзә Мәсғүт ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-акушер-гинеколог. 1978 йылдан Өфөләге 17-се, 1982 йылдан — 21-се дауахана табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәмирханов Урал Эдгар улы (1961), ғалим-табип, хирург. 1990 йылдан Раевка үҙәк район дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Үрәҙмәт ауылынан.
Тыуған айы һәм көнө тураһында аныҡ мәғлүмәт булмағандар
- Ямалетдинов Нәүфәт Нәбиулла улы (1901—1940), комсомол һәм дәүләт органдары эшмәкәре. 1920—1921 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, бюро ағзаһы; 1928—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының юстиция халыҡ комиссары.
- Шәйехов Фәһим Мансур улы (1931—24.03.1994), алдынғы нефтсе. 1957—1986 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры, смена начальнигы, төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Имамов Баязит Зәкәриә улы (1936), ауыл хужалығы ветераны. 1974 йылдан Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы бригадиры, 1979—1986 йылдарҙа һәм 1992 йылдан — баш агроном. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976), СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашыусы (1983), ВДНХ-ның көмөш миҙалы эйәһе (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Сәйетҡол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхтизин Нәзиф Раян улы (1927—21.10.2007), ғалим-агроном. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ғилми эштәр буйынса проректоры, 1964—1974 йылдарҙа — институт ректоры, бер үк ваҡытта 1968 йылдан үҫемлекселек кафедраһы мөдире. 1979 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1989 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ауыл хужалығы кандидаты (1955), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). СССР-ҙың (1969) һәм РСФСР-ҙың (1986) ауыл хужалығы, СССР-ҙың юғары мәктәп (1972) отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Рогожина Ирина Маратовна (1972), педагог. Салауат ҡалаһы 1-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
Тыуған ай һәм көнө хаҡында аныҡ мәғлүмәт булмағандар
- Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы (1837—12.06.1915), дин әһеле. 1886—1915 йылдарҙа Ырымбур мосолман диниә йыйылышы мөфтөйө. 1-се дәрәжә Изге Анна һәм 1-се дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Биктимерова Маһикамал Мөхәмәт ҡыҙы (1917—24.02.1992), механизатор. 1930—1974 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы колхозсыһы, 1936—1958 йылдарҙа Баймаҡ МТС-ы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Исмаҡай ауылынан.
- Мәҡсүтов Миҙхәт Шәрифйән улы (1922—26.02.1983), комсомол, партия һәм СССР-ҙың именлек органдары хеҙмәткәре, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының сапёрҙар ротаһы командиры. 1947 йылдан ВКП (б)-ның Дүртөйлө район комитеты инструкторы, 1949 йылдан ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары, 1950 йылдан — именлек органдары хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күкҡуян ауылынан.
- Шәймәрҙәнов Йәүҙәт Сабирйән улы (1927—11.09.1987), нефтсе. 1957—1986 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-ремонтсыһы, мастеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ слесары. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бәтке ауылынан.
- Низамов Зөлфәр Ғәни улы (1942), тракторсы. 1963 йылдан Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы (1908—11.04.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1953) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ағаһының улы.
- Комлев Василий Павлович (1918—2003), иҡтисадсы-ғалим, урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Белоруссия биләмәләрендә партизандар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе. Һуғыштан һуң Витебск өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1960), доцент (1960). Ике Ленин һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Верхотор ауылынан.
тулы исемлек
- Харисов Фәррүх Харис улы (1918—13.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, артиллерия полкының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәхмүт ауылынан.
- Петров Алексей Айметович (1918—25.03.2003), Халхин-Гол йылғаһындағы совет-япон конфликтында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк командиры, капитан. Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942, 1944, 1956). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Миәҙәк ауылынан.
- Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы (1928—8.08.2014), инженер‑нефтсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). Татар АССР‑ының 7‑се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты, атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Благодарский Әсхәт Тәлғәт улы (1953), хирург-табип, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Салауат ҡалаһы 1-се дауаханаһының травматолог-ортопеды, 1997 йылдан — травматология пункты мөдире. 2006—2008 йылдарҙа һәм 2010 йылдан ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 2011 йылдан травматология пунктының травматолог-ортопеды. 2007—2011 йылдарҙа ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Иванова Ленара Хәким ҡыҙы (1968), инженер-иҡтисадсы, юрист, профсоюз һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чекмарёв Сергей Иванович (1909—11.05.1933), шағир, ауыл хужалығы белгесе. 1932—1933 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ» һәм Ейәнсура районының «Инәк» совхоздары зоотехнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976, үлгәндән һуң). Сығышы менән Мәскәүҙән.
- Вәсилә Фәттәхова (1979—26.01.2016), эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының (2015) һәм Татарстан Республикаһының (2015) атҡаҙанған артисы.
- Фәйзуллин Шамил Кәшфулла улы (1939), инженер, химик-технолог, 1957—2005 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» (хәҙер «Газпром Нефтехим Салауат») йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1997).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1869: Анри Матисс, Франция рәссамы.
- 1908: Симон Визенталь, Австрияла тыуған йәһүд, архитектор һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1937: Энтони Хопкинс, Британия актёры.
- 1941: Алекс Фергюсон, 1986—2013 йылдарҙа «Манчестер Юнайтед» футбол клубының баш тренеры.
- 1946: Людмила Пахомова, СССР фигурисы, Олимпия чемпионы (1976).
- 1948: Донна Саммер, АҠШ йырсыһы.
- 1948: Регина Дубовицкая, Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.
- 1973: Николай Цискаридзе, СССР һәм Рәсәй балет артисты, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1719: Джон Флемстид, Англия астрономы.
- 1916: Рене-Поль Шутценбергер, Франция рәссамы.
- 1936: Мигель де Унамуно, Испания философы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1944: Анна Афанасьевна Морозова, СССР-ҙың партизан-разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- 1951: Максим Максимович Литвинов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. 1930—1936 йылдарҙа СССР-ҙың сит ил эштәре халыҡ комиссары.
- 1970: Николай Николаевич Андреев, СССР физигы, фәнни акустика мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1970).
- 1972: Андрей Николаевич Белозерский, СССР биохимигы, молекуляр биологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
- 1980: Маршалл Маклюэн, Канада социологы, филолог һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1985: Ғабит Мәхмүт улы Мусрепов, СССР яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974), Ҡаҙағстандың халыҡ яҙыусыһы (1984).
- 1990: Иосиф Абрамович Рапопорт, СССР-ҙың ғалим-генетигы, Ленин премияһы лауреаты (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1993: Михаил Александрович Дудин, СССР шағиры, тәржемәсе, хәрби хәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- 1996: Лев Иванович Ошанин, шағир, йырҙар авторы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1950)
- 2004: Жерар Дебрё, АҠШ иҡтсадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1983).