Эстәлеккә күсергә

Сюткин Пётр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сюткин Пётр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 31 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Ҡалтасы районы, СССР
Вафат булған көнө 14 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Үлем сәбәбе авария[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сюткин Пётр Иванович (31 декабрь 1915 йыл — 14 август 1954 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк бригадаһының взвод командиры, гвардия лейтенанты[1], артабан гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1946).

Пётр Иванович Сюткин хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы биләмәлендә булған Армянинов ауылында 1915 йылдың 31 декабрендә тыуған. Һуғыш алдынан Ҡалтасы районы Күтерем ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылда Яңауыл районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1942 йылда ВКП(б) ағзаһы була, ә фронтҡа 1944 йылдың сентябрендә эләгә.

41-се гвардия танк бригадаһының танк взводы командиры (2-се Украина фронтының 7-се механизацияланған корпусы) гвардия лейтенанты Сюткин Петр 1945 йылдың 17-18 апрелендә алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 17 апрелендә Брно ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ, Войковице ауылына беренселәрҙән булып барып инә. Артабан, П. И. Сюткин взводы Свитив йылғаһы аша кисеүҙе эләктерә һәм төп көстәр килгәнгә тиклем уны ысҡындырмай, шул уҡ ваҡытта дошмандың бер нисә контратакаһын кире ҡаға. Икенсе көнөнә, шул уҡ юҫыҡта эш итеп, взвод Босоноги ауылы эргәһендәге юл сатына эйә була, бының менән дошмандың Брнонан сигенеү юлын ҡаплай.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майында сыҡҡан указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырсылыҡ күрһәткәне өсөн гвардия лейтенанты Сюткин Петр Ивановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы ташырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (№ 6329)[2].

Һуғыштан һуң П. И. Сюткин Ставрополь суворов училищеһында офицер-тәрбиәсе булып хеҙмәт итә.

1953 йылда Хәрби-сәйәси академияны тамамлай.

1954 йылдың 14 авгусында майор П. И. Сюткин автомобиль һәләкәтендә фәжиғәле һәләк була. Ҡалтасы районында Холодный Кдюч ауылында ерләнә.

  • Башҡортостандың Ҡалтасы районы Калегин ауылында геройға һәйкәл ҡуйылған.
  1. На момент присвоения звания Героя Советского Союза.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 46, л. 424, 425)ф. 33, оп. 793756, д. 46, л. 424, 425).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 2394, л. 2, 40, 41)ф. 33, оп. 690306, д. 2394, л. 2, 40, 41).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.