Эстәлеккә күсергә

Абрамов Алексей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алексей Фёдорович Абрамов
Тыуған ваҡыты

31 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Яңы Даниловка ауылы

Үлгән ваҡыты

12 июнь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

автоматчик в танковой бригаде

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1946

Хәрби звание
Кесе сержант
Кесе сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
Дан ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы
«70 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы

Абрамов Алексей Фёдорович (31 декабрь 1925 йыл — 12 июнь 2010 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсы, танк ротаһы десантсыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Алексей Фёдорович Абрамов 1925 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны Яңы Даниловка[1] ауылында тыуған.

1935 йылда ата-әсәһе менән бергә Ҡырғыҙстандың Джалал-Абад ҡалаһына күсеп бара. Шунда урта мәктәптең 7-се класын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүҙә совхозда эшсе булып, һуңынан Кок-Джангактағы шахтала эшләй, электровоз машинисы вазифаһына тиклем барып етә.

1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, ләкин хәрби комиссариатҡа ваҡытында барып өлгөрмәй. Шунлыҡтан уны трибуналға бирәләр. Трибунал тарафынан мобилизациянан ҡасып йөрөүсе итеп таныла һәм 8 йылға хөкөм ителеп, штраф батальоны менән фронтҡа оҙатыла. 1943 йылдың авгусында 11-се айырым армия штраф ротаһы составында Духовщина ҡалаһы өсөн беренсе алышҡа инә. 1943 йылдың 21 ноябрендә Витебск өлкәһе Лиозненский районы Рамшин ауылы янында барған һуғышта ҡаты яралана. Төмән өлкәһендә урынлашҡан госпиталдә өс ай дауаланғандан һуң запастағы полкка ебәрелә. Унда танк орудиеһының ҡороусыһы һөнәрен үҙләштерә.

Фронтҡа әйләнеп ҡайтҡас, 8-се механизацияланған корпустың 116-сы танк бригадаһында автоматсылар подразделениеһына рядовой уҡсы итеп тәғәйенләнә. Йыш ҡына алыш барышында сафтан сыҡҡан танкистарҙы алмаштыра. 1945 йылдың ғинуар — февраль айҙарында өс тапҡыр Дан орденына тәҡдим ителә.

1945 йылдың 25 ғинуарында Нойенбург ҡалаһы янындағы (хәҙер Польшаның Нове Куявско-Поморск воеводствоһы) һуғыштарҙа ул танк броняһынан немецтарҙың окобын күреп ҡала. Окопта фаустпатрон менән ҡоралланған немец һалдаттары булырға мөмкин. Абрамов танк броняһынан һикереп төшә лә, гранаталар һәм автомат уты менән дошмандың ут нөктәһен юҡ итә. 3-сө дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.

1945 йылдың 9 февралендә Вилков, Вальдау һәм Пантау районында орудие ҡороусыһы яралана һәм Абрамов уны алмаштыра. Был һуғыштарҙа ул дошмандың ике үҙйөрөшлө пушкаһын, бер танк, дүрт бронетранспортер , өс миномет, 20-ләп немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Абрамов яңынан 3-сө дәрәжәле Дан орденына тәҡдим ителә.

1945 йылдың 24 февралендә Кониц ҡалаһы ситендә барған һуғыштарҙа Абрамов экипажы 2 штурм орудиеһы, танк, 4 БТР, 3 миномет һәм взводҡа яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Йәнә 3-сө дәрәжәле Дан орденына тәҡдим ителә.

Бөтә 3-сө дәрәжәле Дан ордендары уға 1945 йылдың 21 апрелендә (№ 320487), 6 июнь һәм октябрҙә (№ 497587) тапшырыла.

1945 йылдың октябрендә Абрамов демобилизациялана һәм Ҡырғыҙстанға әйләнеп ҡайта. Кок-Джангак шахтаһында электрослесарь, комсомол ойошмаһы секретары, слесарь-автоматсы, участка механигы хатта тау мастеры булып эшләй. Үҙенең фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены һәм «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

60-сы йылдар аҙағында ҡабул ителгән закон буйынса Дан орденының тулы кавалерҙары Советтар Союзы Геройҙарына тиңләштерелә. Ә Абрамов «Советтар Союзы Геройы» булып һаналмай. Шуға ул дуҫтарының кәңәше буйынса наградаларын ҡайтанан ҡарау тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1972 йылдың 27 июлендәге Указы нигеҙендә Абрамов Алексей Федорович 2-се (№ 34719) һәм 1-се дәрәжә (№ 3138) Дан ордендары менән бүләкләнеп, Дан орденының тулы кавалеры була.

1992 йылға тиклем Джалал-Абаде ҡалаһында йәшәй. Советтар Союзы тигән ил тарҡалғас, үҙе кеүек күп кенә рустар шикелле Липецк өлкәһе Задонский районының Донское ауылына күсеп ҡайта.

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, Мәскәүгә Еңеү парадтарына бара.

2010 йылдың 12 июнендә вафат була.

  1.  (рус.)http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/273-abramov-aleksej-fjodorovich 2016 йыл 6 апрель архивланған. Башҡорт энциклопедияһы — Абрамов Алексей Фёдорович (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2018)
  • Исаков И. Н. Звезды славы Киргизии. — Фрунзе, 1975. — С. 10—17.
  • Их подвиг будет жить в веках. — Фрунзе, 1985. — С. 255—257.
  • Рощин Н. И. Солдатская слава. — М., 1988. — Кн. 7. — С. 12—14.
  • Полные кавалеры ордена Славы. Биографический словарь. — М.: Воениздат, 2010. — Т. 1.