Эстәлеккә күсергә

Спасский Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спасский Николай Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 4 декабрь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1951
Вафат булған урыны СССР
Һөнәр төрө физиолог, бальнеолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Иркутск дәүләт медицина университеты
БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены орден Святого Станислава Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
Гражданский чин надворный советник[d]

Спасский Николай Сергеевич (4 декабрь 18671951) — рус һәм СССР ғалим-медигы, физиолог һәм бальнеолог; медицина фәндәре докторы, профессор; надворный советник (1902).

Бер нисә ғилми эш авторы

Николай Сергеевич Спасский 1867 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1870 йыл) 22 ноябрендә (яңы стиль буйынса 4 декабрь) [1] Пермь губернаһы Соликамск өйәҙенең Яңы-Усолье ауылында (хәҙер Пермь крайының Усолье ҡалаһы)   Спасо-Преображенский соборы протоиерейы Спасский Сергей Иванович, уның ҡатыны, дьякон ҡыҙы Мария Ивановна ғаиләһендә тыуған[2]. Ғаиләлә биш бала була[3]

1881 йылда Соликамск дини училищеһын һәм 1887 йылда Пермь дини семинарияһын тамамлағандан һуң, Екатеринбург банк контораһында бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. 1889 Томск университетының медицина факультетына уҡырға инә, уны 1894 йылда отличие менән табип дәрәжәһендә тамамлай. 1895 йылдың сентябренән прозектор вазифаһын башҡара. 1901 йылдан алып — физиологияһы кафедраһы янында прозектор була. Ошо уҡ йылда профессор В.Н.Великий етәкселегендәмедицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «К вопросу о физиологическом действии токов высокого напряжения и большой частоты перерывов» темаһына диссертация яҡлай.

1906 йылдан — штаттан тыш ассистент, 1911 йылдан — приват-доцент, 1915 йылдан — Томск университетының фармакология кафедраһы янында прозектор. Беренсе донъя һуғышы осоронда 1915 йылда, тиф эпидемияһы ваҡытында Сербия территорияһында «Христиан ярҙамы» Комитеты ойошторған Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһенең Александр общинаһы отрядында өлкән табип булып эшләй.[1]

1920 йылда Халыҡ комиссарҙары советы декреты тарафынан доцент һәм өс йылдан да ашыу приват-доцент булараҡ бальнеология кафедраһына профессорҙар иҫәбенә күсерелә.

1922—1932 йылдарҙа — Иркутск университетының медицина факультеты нормаль физиология кафедраһы мөдире (1930 йылдан — Иркутск медицина институты, хәҙер Иркутск дәүләт медицина университеты).[4][3]

1933—1938 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты) нормаль физиология кафедраһы мөдире була[3]

1938 йылдан — Ҡырым медицина институтының (хәҙер С.И. Георгиевский исемендәге Медицина академияһы) нормаль физиология кафедраһы мөдире. Шулай уҡ М.В.Фрунзе исемендәге Ҡырым дәүләт педагогия институтында уҡыта.

Николай Сергеевич Спасский 1951 йылда вафат була.

Пермь крайының архив фондында Н.С. Спасскийға ҡараған документтар һаҡлана[5]

  • Рәсәй империяһы ордены — III дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән (1904).
  • СССР наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почёт билдәһе» ордены, «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы.
  • «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» почетлы исеменә лайыҡ булған (1945).