Стариков Владимир Николаевич
Стариков Владимир Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1940 |
Тыуған урыны | Егән, Маҡар ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 апрель 2007 (67 йәш) |
Һөнәр төрө | физик, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Өфө дәүләт авиация техник университеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Өйрәнеү объекты | информатика һәм Мәғлүмәт технологиялары |
Стариков Владимир Николаевич (15 ғинуар 1940 йыл — 28 апрель 2007 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—1994 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис институтының информатика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм 1997 йылдан — Интернет үҙәге директоры. 2003—2007 йылдарҙа. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс иҡтисад институтының Өфө филиалы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Николаевич Стариков — 1940 йылдың 15 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Егән ауылында тыуған[1].
1961 йыл—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡала.
1970 йылдан алып 1973 йылға тиклем СССР ФА БФ-та өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире булып эшләй.
1973 йылдан башлап Төмән индустриаль институының хисаплау математикаһы кафедра мөдире. 1975 йылдан Өфө дәүләт сервис институтының хисаплау үҙәгенең, 1983 йылдан башлап Автоматик проектлау системаһы бүлегенең ғилми етәксеһе, 1990 йылдан — информатика кафедра мөдире вазифаларын башҡара.
1991—1994 йылдарҙа Өфө авиация институтының — проректоры һәм Башҡортостан Республикаһының яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге етәксеһе. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт сервис институтының информатика кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1996—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында : уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары кафедра мөдире һәм 1997 йылдан башлап Интернет үҙәге директоры. 2003— 2007 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө филиалында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләүгә, мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. Стариков Владимир Николаевич тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулдары үҫтерелгән, нефть-газ ятҡылыҡтарын Монте-Карло ысулы менән эҙләү, разведкалау һәм эксплуатациялауҙың геолик мәсьәләләре хәл ителгән, уҡытыуҙың компьютер системалары, юғары уҡыу йорттары менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары һәм башҡалар уйлап табылған[1]. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
- Алгоритмы Монте-Карло в ядерной геофизике. Новосибирск, 1985 (авторҙаш);
- Автоматизированное проектирование в системе AutoCAD 13. Өфө, 1996.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стариков Владимир Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.