Стемпковская Елена Константиновна
Стемпковская Елена Константиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1921 |
Тыуған урыны | Мазурщина[d], Q113973437?, Слуцкий уезд[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 июнь 1942 |
Вафат булған урыны | Зимовенька[d], Большетроицкий район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Зимовенька[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Стемпковская Елена Константиновна Викимилектә |
Елена Константиновна Стемпковская (1921 йылдың октябре — 1942 йылдың 26 июне) — Советтар Союзы Геройы, радист, кесе сержант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Стемпковская хәҙер Белоруссияның Минск өлкәһе, Солигорский районы, Мазурщина ауылында ауылында Порт-Артур оборонаһында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан белорус крәҫтиәне Константин Максимович Стемпковский ғаиләһенә тыуған. Шунда ауыл мәктәбендә 7-се класты тамамлаған.
1930 йылдар аҙағында ғаилә ул саҡта мамыҡсылыҡ тармағын үҫтереүҙе башлап торған Үзбәкстандың Һырдаръя өлкәһе Баяут ҡасабаһына күсеп килә. Бында ул 8-се класҡа уҡырға бара. Дәрестән һуң синыфташтары менән бергә улар плантацияларҙа эшләй.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Ташкент педагогия институтына уҡырға инә. Педагогия институтын ҡалдырып, 1941 йылдың июнендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итергә китә. Ташкентта 3 радиотелеграф курстарында әҙерлек үтә. 1942 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 216-сы уҡсылар полкының уҡсылар батальонында (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 76-мин уҡсы дивизияһы) хеҙмәт итә.
1942 йылдың июль айында райондың ауыл Курск (хәҙерге Белгород) өлкәһенең Шебекинский районы Зимовенька ауылы районында батальон ҡамауға эләгә. Елена Стемпковская полк штабы менән радиоэлемтә тәьмин иткән була, корректировщик һәләк булғас, утты үҙенә саҡыра. Взвод составында ҡулсаны йырып сыҡҡан саҡта батальондың үҙебеҙҙекеләр янына китеүен тәьмин итә. Һөҙөмтәлә гитлерсылар ҡулына эләгә. Һорау алғанда, ҡанһыҙ язалауҙарына ҡарамаҫтан, хәрби серҙе һатмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә (үлгәндән һуң) лайыҡ була[1] Зимовенька ауылында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исеме бирелә;
- Ленин ордены (15.05.1946, үлгәндән һуң);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5.11.1942, үлгәндән һуң).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Баяут-1» совхозының үҙәк усадьбаһында батырға һәйкәл ҡуйылған.
- Волгоград өлкәһенең «Көмөш Быуалар (Волгоград өлкәһе)» балалар лагерында бюсы ҡуйылған.
- Ташкент дәүләт педагогия институты студенттары исемлегенә индерелгән, уҡыу йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Мазурщина ауылы, Баяут −1 ҡышлағы мәктәптәренә, Ташкент ҡалаһының 89-сы мәктәбенә, Волгоград.ҡалаһының 16-сы техник училищеһына батыр Елена Стемпковская исеме бирелә.
- Шебекинский «Эфир» радиоклубы Стемпковская исемендәге диплом булдырған.
- Ташкент ҡалаһының Чиланзарский районындағы 217-се мәктәп Стемпковская исемен йөрөткән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стемпковская Елена Константиновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 519—520. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Савельев Л. Девушка из совхоза «Баяут» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Селиванов Ф. Поединок // Молодые герои Великой Отечественной войны. — М.: Молодая гвардия, 1970. — С. 337—352.
- Худолеев В. Счастье венчает смелость и отвагу. // «Красная Звезда». — 2019, 25 сентября. — С.10.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стемпковская Елена Константиновна . «Герои страны» сайты.
- Г. Набойщиков. Смерть во имя жизни.
- Диплом имени Стемпковской.
- 1921 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 26 июндә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Курск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр