Эстәлеккә күсергә

Стратийчук Илья Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стратийчук Илья Ильич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 май 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ольгополь[d], Подольск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Ромны[d], Сумы өлкәһе, Украина
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены

Стратийчук Илья Ильич (1915—1995) — Воронеж фронты 38-се армияһы 240-сы уҡсылар дивизияһы 836-сы уҡсылар батальоны командиры, майор. Советтар Союзы Геройы.

1915 йылдың 15 майында Винница өлкәһе хәҙерге Чечельницкий районының Ольгополь ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 5 класс тамамлай. Колхозда бригадир булып эшләй.

Ҡыҙыл армияға хеҙмәт итергә 1937 йылда Винница өлкәһе. Ольгополь район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1942 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. 1943 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы.

1942 йылдың ғинуарынан 1943 йылдың февраленә саҡлы Брянск фронтында һуғышҡан.15 февралдән 22 февралгә тиклем Красный утары эргәһендәге, 26-30 апрелдә — Мценск ҡалаһы, 15 сентябрҙән 5 октябргә тиклем — Мокрый утары һәм Гнездилово ауылы районындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан.

1942 йылдың 15-17 сентябрҙә Ольховатка ауылы янында һуғыштарҙа рота командиры лейтенант Стратийчук, дошманға ҡаршы ҙур һөжүм әҙерләй, һөҙөмтәлә дошман — 100 кешегә тиклем ҙур юғалтыу кисерә. 17 сентябрҙә Гнездилов ауылынан көньяҡҡараҡ урынлашҡан сауҡалыҡ өсөн барған алышта, командалыҡты шәхсән үҙ өҫтөнә алып, батальонын хәл иткес ҡан ҡойошло һуғышҡа әйҙәй. Дошмандың, беҙҙең бөтә подразделениеларыбыҙҙы ҡырып һалырлыҡ ҡурҡыныс менән янаған, иң ҙур контратакаһы кире ҡағыла. Был алышта дошман 200 һалдатын юғалта. Был алыш өсөн лейтенант И. И. Стратийчук Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

1943 йылдың ғинуарынан башлап Воронеж фронтындаһуғыша. 1943 йылдың 25 ғинуарында 3-сө уҡсылар батальоны командиры, капитан Стратейчук дошман оборонаһын өҙөүҙе оҫта ойоштора. 250-нән ашыу немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Немецтарҙы ҡасып китергә мәжбүр итеп, күп ҡорал, шулай уҡ бер пушка, баҫып ала.

1943 йылдың 6-7 февралендә Стратийчук батальоны Курск өлкәһе Тим ҡалаһына ҡыйыу һәм тәүәккәл һөжүм иткән. Дошмандың ҡаршылығын һындырып, ҡаланың төньяҡ-көнбайыш ситенә беренсе булып баҫып инеп, 450-нән ашыу немец һалдатын һәм офицерын юҡ иткән, һәм яуланған трофейҙар: 8 автомашина, 5 пушка, 2 тягач һәм аҙыҡ-түлек келәттәрен яулап алған. Батальон тим ҡалаһын дың дошмандан тотош таҙартҡан.

1943 йылдың 10 февралендә Курск өлкәһе Тим районы Погожее ауылында тамырланып алған дошман һалдаттарын һәм офицерҙарын юҡ итеү буйынса махсус задание үтәгәндә, есстрашие батальон командалыҡ итеү оҫталығын һәм батырлыҡ күрһәтте. Батальон Погожее ауылын оҫта манёвр менән уратып алған. Шул уҡ ваҡытта, 350-нән ашыу немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә, 120 немец әсирлеккә алына, шулай уҡ 2 пушка ҡулға төшөрөлә һәм дошманға ҡаршы ҡаратыла. Сигенеп ҡасыҡан дошманды эҙәрлекләгәндә, капитан Стратийчук бер ротаһы менән батальондан киҫелеп ҡалған була. Оҫта манёвр һәм дөрөҫ ҡарар менән ҡамауҙан ҡотолоп сыға, 75-тән ашыу немецты юҡ итә. 11 февралдә Стратийчук яралана.

Был яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Ленин орденына күрһәтелгән, әммә юғары инстанцияларҙа яңынан ҡарала, һәм капитан И. И. Стратийчук Александр Невский ордены менән бүләкләнә.

Днепр йылғаһын кискәндә һәм уның уң яҡ ярында плацдармды ҡулда тотоп ҡалыу һуғыштарында айырыуса батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың 27 сентябрендә 836-сы уҡсылар полкының батальон командиры майор И. И. Стратийчук көслө артиллерия һәм миномёт уты аҫтында, шәхси составтың юғалтыуҙарына юл бирмәйсә, дошманды алып ташлай һәм йылғаның уң яҡ ярында нығына. Һөжүм үҫтереп, Киев өлкәһе Вышгородский районы Лютеж ауылын баҫып алғанда, бигерәк тә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итте. 1943 йылдың 6 октябрендә сәғәт 23.00 батальон майоры Стратийчук, көнсығыштан сиркәү йүнәлешенә һөжүм итеп, дошмандың хәрби һағын тауыш-тынһыҙ ғына юҡ итеп, артиллерия ярҙамынан тыш, ауыл үҙәген баҫып ала, 200-гә тиклем кешенән торған немец гарнизонын уратып ала һәм юҡ итә. Ауылға башҡа подразделениеларҙың да инеүенә булышлыҡ итә. Подразделение, немецтарҙың ярһыу контратакаларын кире ҡағып, Лютеж ауылының көньяҡ ситенә сығып, нығына. Ике көн эсендә дошмандың 8 контратакаһын кире ҡаға һәм яуланған сикте ныҡ тота.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 29 октябре указы менән баш көрәш фронтында немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәндә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн майор Стратийчук Илья Ильичҡа, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1946 йылдан майор И. И. С Стратийчук — запаста. Ҡаҙан ҡалаһында әҙерләү-тотоноу заготсбыт базаһы директоры булып эшләй. Һуңынан Сумы өлкәһендәге Ромны ҡалаһында йәшәй. 1995 йылдың 15 ғинуарында вафат була. Ромны ҡалаһының үҙәк зыяратында ерләнә.

Орден менән бүләкләнде Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, 2 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ромны ҡалаһының Батырҙар аллеяһында И. И. Стратийчукка бағышланған иҫтәлекле стенд ҡуйылған.

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Овеянные славой имена. Одесса: Маяк, 1989.