Страхов Иван Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Страхов Иван Владимирович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Һарытау, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө психолог
Эш урыны Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты
Уҡыу йорто К. Д. Ушинский исемендәге Ярославль дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Страхов Иван Владимирович (19051985) ― СССР психологы, психология фәндәре докторы, профессор[1]. К. А. Федин исемендәге Һарытау педагогия институтының психология кафедраһына нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Владимирович Страхов 1905 йылдың 6 (19) сентябрендә Ярославль губернаһының Ильинское ауылында тыуған.

1927 йылда Ярославль педагогия институтының филология факультетын тамамлай. 1927 йылда Мәскәү эксперименталь психология институтының аспирантураһына уҡырға инә, унда уның ғилми етәксеһе профессор Н.К. Корнилов була. Аспирантураны тамамлағандан һуң, 1930 йылда Иркутск педагогия институтының психология кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

1934 йылда Белоруссияға күсенә, унда Гомель педагогия институтының психология кафедраһы мөдире булып эшләй. 1935 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

1937 йылда К. А. Федин исемендәге Һарытау педагогия институтының психология кафедраһын ойоштора һәм уның мөдире була, ҡырҡ йылдан ашыу ошо вазифала хеҙмәт итә.

1941 йылдың апрелендә Мәскәү дәүләт педагогия институтында «Эмоциональные компоненты характера школьников в связи с общей характерологией» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Һуғыш йылдарында Һарытауҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында һәм ошо ҡалаға эвакуацияланған Ленинград университетында ла уҡыта[2].

1958 йылдан 1975 йылға тиклем СССР психологтары йәмғиәтенең Һарытау бүлексәһен етәкләй.

1985 йылдың 20 ноябрендә Һарытауҙа вафат була.

Фәнгә индергән өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижад психологияһы проблемаларын, характер һәм иғтибар психологияһын, мәктәп дәресе психологияһын, юғары мәктәп психологияһын тикшерә. 250 яҡын ғилми хеҙмәт яҙған, шул иҫәптән 53 айырым баҫма авторы.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • О дружбе школьников (1946)
  • Психология литературного творчества (Л.Н. Толстой как психолог) (1947)
  • Воспитание внимания школьников (1958)
  • Психология педагогического такта (1966)
  • Психология внимания (1968)
  • Психология творчества (1968)
  • Психология характера (1970)
  • Психологические основы педагогического такта (1972)
  • Психологический анализ в литературном творчестве (1973 – 1976, в 5 частях)
  • Психология педагогического общения (1980)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История психологии в лицах. Персоналии / Под ред. Л. А. Карпенко // Психологический лексикон. Энциклопедический словарь в шести томах / Ред.-сост. Л. А. Карпенко. Под общ. ред. А. В. Петровского. – М.: ПЕР СЭ, 2005. – С. 451-452.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. И.В. СТРАХОВА(недоступная ссылка)
  2. СТРАХОВ Иван Владимирович 2020 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]