Стрелецтарҙы язалау иртәһе
Стрелецтарҙы язалау иртәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1881 |
---|---|
Атамаһы | Утро стрелецкой казни |
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Жанр | тарихи һынлы сәнғәт[d] |
Булдырыусы | Василий Иванович Суриков[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d] |
Һүрәтләнгән объект | Стрельцы[d] |
Коллекцияләре | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Инвентарный номер | 775 |
Киңлек | 379 сантиметр |
Бейеклеге/буйы | 218 сантиметр |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Стрелецтарҙы язалау иртәһе Викимилектә |
«Стрелецтарҙы язалау иртәһе» — урыҫ рәссамы Василий Суриковтың (1848—1916) 1881 йылда тамамланған картинаһы. Мәскәүҙә Дәүләт Третьяков галереяһында (инв. 775) һаҡлана. Полотноның үлсәме — 218 × 379 см[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 223 × 383,5 см). Әҫәрҙең темаһы XVII быуат аҙағындағы тарихи ваҡиғалар — Петр Беренсенең 1698 йылдағы стрелецтар болаһын баҫтырыуы һәм боласы стрелецтарҙы язалауы менән бәйле[1].
Яҙыласаҡ «Стрелецтарҙы язалау иртәһе» картинаһы өсөн тәүге эскиздар 1878 йылда төшөрөлә, ә полотно өҫтөндә эш өс йыл самаһы бара. Картина 1881 йылдың мартында Санкт-Петербургта асылған Күсмә художество күргәҙмәләре ширҡәтенең («передвижниктар») 9-сы күргәҙмәһендә ҡуйыла[2][3]. Күргәҙмәнең үҙендә үк Павел Третьяков тарафынан һатып алына[4].
«Стрелецтарҙы язалау иртәһе» — Суриковтың урыҫ тарихы темаһына арналған тәүге ҙур әҫәре[5]. 1880-сы йылдарҙа яҙылған башҡа ике полотно — «Меншиков Берёзовта» (1883) һәм «Боярыня Морозова» (1887) картиналары менән бергә «Стрелецтарҙы язалау иртәһе» картинаһын ҡайһы берҙә Суриковтың Рәсәй тарихының XVII—XVIII быуаттарҙағы драматик ваҡиғаларына арналған тарихи трилогияһына берләштерәләр[6][7].
Скульптор Марк Антокольский «Стрелецтарҙы язалау иртәһен» «тәүге тарихи урыҫ картинаһы» тип атай, уның өҫтөнлөктәре «булған кәмселектәрен йөҙ тапҡыр юйып ташлай» тип тә билдәләй[8][9]. Тәнҡитсе Николай Александров, был полотно алдында «тамашасыны шунда уҡ Художество ижадының һәм художество әҫәренең ҡеүәте биләп ала»[10] тип билдәләй. Рәссам һәм тәнҡитсе Александр Бенуа һүҙҙәренсә, Суриковтың «Стрелецтарҙы язалауы» «гениаль рәүештә Петр Беренсенең башланып ҡына торған ҡот осҡос фажиғәһен тасуирлай»[11]. Сәнғәт белгесе Алла Верещагина, Суриковҡа тиклем бер кем дә һәм бер ҡасан да «„тарих хәрәкәтен“ шулай дөрөҫ, яңылыҡ һәм иҫкелек яғындағыларҙың, йәшәү йә үлем өсөн яғалашып, милләтте бүлгесләгәндәге ҡапма-ҡаршылыҡтары менән күрһәтә алғаны булманы», тип яҙа[12].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Унан алдағы ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Суриков 1848 йылда Красноярскиҙа тыуа. Ул казактар ғаиләһенең боронғо нәҫеленә ҡарай: атаһы Суриков Иван Васильевич яғынан да, әсәһе Сурикова Прасковья Федоровна (ҡыҙ фамилияһы Торгошина) яғынан да ата-олаталары казактар була [13]. Ата-олаталары Торгошиндар һәм Суриковтарҙың исемдәре XVII быуат аҙағында Себер воеводаларына ҡаршы сыҡҡан боласылар исемлегендә осрай[14]. 1858 йылда Суриков Красноярск өйәҙ училищеһына уҡырға инә. Унда рәсем уҡытыусыһы булып Николай Гребнёв эшләй, ул Суриковтың рәссам булып формалашыуына ҙур өлөш индерә. Красноярскиҙың алтын сығарыусы сәнәғәтсеһе, күптәргә меценат ярҙамы күрһәтеүсе Петр Кузнецов Гребнёвтан талантлы егет тураһында белеп ҡала, артабан ул уҡыу өсөн Суриковҡа үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. 1868 йылдың декабрендә Суриков балыҡ ылауы менән бергә Красноярскиҙан Санкт-Петербургҡа китә[15] [16].
1869—1875 йылдарҙа Василий Суриков Һынлы сәнғәт академияһының тарихи һынлы сәнғәт класында уҡый. Унда Петр Шамшин, Богдан Виллевальд, Федор Бруни, Иордан Федор, Карл Вениг, Тимофей Нефф һәм (1873 йылдан) Павел Чистяковтар[1][17][18] уның остаздары була. 1874 йылда «Мәрхәмәтле самарянин» картинаһы өсөн (хәҙерге КГХМ) Суриков Һынлы сәнғәт академияһының алтын миҙалы менән бүләкләнә, ә 1875 йылда, ҙур алтын миҙал менән бүләкләнмәйенсә, «Апостол Павел батша Агриппа, уның апаһы Береника һәм проконсул Фест (хәҙерге ГТГ) алдында дини догматтарҙы аңлата» полотноһы өсөн 1-се дәрәжә класлы рәссам исеменә лайыҡ була[1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул йылда Академияның аҡсаһы булмау сәбәпле, был награда менән бергә бирелә торған сит илгә пенсионер сәфәре бирелмәй[19].
1876 йылдың мартында Суриков Мәскәүҙәге Христос Ҡотҡарыусы ҡорамы өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр өсөн эскиздар өҫтөндә эшләй башлай. Шул уҡ йылдың авгусында беренсе Бөтә Ғаләм соборын (Вселенские соборы[20]) һүрәтләгән дүрт фресканы яҙыуға контрактҡа ҡул ҡуйыла. Суриков бер нисә ай дауамында уға Санкт-Петербургта бүленгән оҫтаханала эшләй, ә 1877 йылдың июнендә Мәскәү ҡалаһына күсенә, сөнки был ваҡытҡа эскиздар раҫланған була, һәм ҡорам диуарҙарына картиналарҙы яҙа башлау талап ителә[20]. 1878 йылдың ғинуарында рәссам Елизавета Августовна Шарэ менән никахҡа инеү өсөн Санкт-Петербургҡа юллана. Йәш ҡатынын Суриков Мәскәүгә алып килә, һәм улар Плющихаға[20] Астахов йортондағы (17-се һанлы йорт, был бина әлеге көнгә тиклем һаҡланмаған, 1953 йылда урамға реконструкция яһағанда һүтелә)[21] ҙур булмаған фатирға урынлаша. 1878 йылдың йәйендә тамамланған Бөтә Ғаләм соборы өҫтөндәге эш рәссамдың күп көсөн ала[20]. Шуға ҡарамаҫтан рәссам риза булып ҡала, сөнки түләнгән аҡса уға бер ни тиклем ваҡыт үҙе теләгән тема өҫтөндә эшләү мөмкинлеген бирә[20].
Һуңынан Суриков шуны хәтерләй: «Мин Санкт-Петербургта уҡ „Стрелецтарҙы“ яҙырға ҡарар иткәйнем. Себерҙән Петербургҡа килгән юлда шул турала фекерем тыуҙы. Шул саҡ һоҡланғыс Мәскәүҙе күрҙем… Ҡыҙыл майҙанға инеү менән Себерҙә тыуған тәьҫораттрым минең уйымды биләп алды. Картина яҙасағымды аңланым, шунда уҡ ундағы һәр йөҙ минең күҙ алдыма килеп баҫты»[22][23]. Мәскәүгә күсенеү рәссамдың яҙмышында ҙур роль уйнай. Суриков үҙенең тәьҫораттары тураһында түбәндәгене һөйләй: «Тап ошонда, Мәскәүҙә, минең күңелемдә сәйер тойғолар хасил булды. Мәскәүҙе мин Красноярскиға оҡшаттым, бигерәк тә ҡышын». Кремль Суриковҡа ныҡ тәьҫир итә: «Кремль стеналары һәм башнялары бар күңелемде биләп алды. Ни өсөндөр улар миңә яҡшы таныш һәм үтә яҡын булып тойолдо»[24][25][26][27]. Тарихсы һәм сәнғәт белгесе Виктор Никольскийға Суриков тәбәндәгеләрҙе яҙа: «Мәскәүгә килгәс, мин урыҫ халҡы тормошоноң уртаһына килеп эләккәндәй булдым һәм шунда уҡ үҙ юлымды таптым»[28][29].
Картина өҫтөндә эш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Суриков Мәскәү буйлап йөрөүе тураһында түбәндәгесә хәтерләй: «Бер мәл Ҡыҙыл майҙан буйлап китеп барам. Тирә-яғымда берәү ҙә юҡ. Батша бойороҡтары иғлан ителә торған ҡалҡыу урындан алыҫ булмаған ерҙә туҡтаным, Василий Блаженный соборы иғтибарымды йәлеп итте, ҡапыл шул мәл күҙ алдыма стрелецтарҙы язалау күренеше килеп баҫты. Әгәр шул картинаны яҙһам, ул таң ҡалдырғыс буласаҡ, тип уйланым. Йәһәт кенә өйгә ҡайтып, ҡара төнгә тиклем буласаҡ картинаның төрлө күренештәрен ҡағыҙ битенә күсереп ултырҙым. Стрелецтарҙы язалау картинаһын яҙыу теләге Красноярскиҙа саҡта уҡ тыуғайны, әммә быға тиклем уның композицияһы шулай сағыу һәм ҡот осҡос булып күҙ алдына баҫҡаны булманы»[24][25].
Василий Суриков 1878 йылдың декабрендә әсәһе Прасковья Федоровнаға һәм ағаһы Александрға ебрәгән хатында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Хәҙер мин Мәскәүҙә йәшәйем. Ғибәҙәтханалағы эштәремде тамамланым һәм стрелецтарҙы язалау тураһындағы картинаны башларға торам»[30].
Был осорҙа Суриков рәссам Илья Репин менән тығыҙ аралашып йәшәй. Ул ваҡытта рәссамдар нимә өҫтөндә эшләүҙәрен бер кемдән дә йәшермәгән була. Мольберттары һәр саҡ асыҡ тора, һәм иптәштәре эш барышына ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтер була[20][21].
Картина өҫтөндә эшләгәндә Суриков Рәсәйҙең XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башындағы тарихи һәм мәҙәни үҫешен һүрәтләгән тарихи һәм әҙәби сығанаҡтарҙы етди өйрәнә. Ул шул саҡтағы тормош үҙенсәлектәре һәм көнкүреш йыһаздары менән таныша, кейемдәр һәм ҡоралдарҙы, көнкүреш һәм көндәлек ҡулланылыш әйберҙәрен ҡағыҙға төшөрөп ала. Рәссам байтаҡ ваҡытын Ҡорал палатаһында һәм Тарих музейында уҙғара. Боронғо кейемдәр — сарафан, сәкмән, хәрби мундир һәм бояр тундарын айырыуса иғтибарлап өйрәнә[31]. Суриковтың Ҡорал палатаһында эшләгән һәм Мәскәү тарихы буйынса танылған белгес, тарихсы һәм археолог Иваном Забелин менән танышлығы, бәлки, тап ошо ваҡытта башланғандыр[32].
Австрия илселеге секретары Иоганн Георг Корбтың "Московияға сәйәхәт көндәлеге"ндә сағылдырылған тәьҫораттары Суриковҡа «Стрелецтарҙы язалау иртәһе» картинаһы өҫтөндә эшләгәндә файҙаланылған мөһим тарихи сығанаҡтарҙың береһе була"[33]. Ҡанһыҙ рәүештә язалауҙар тураһында тәфсирлап яҙылған һәм сит илдә нәшер ителгән был көндәлек Петр Беренселә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, һәм ул Австрия хөкүмәтенән баҫып сығарылған китаптарҙы һатыуҙы тыйыуын һәм юҡҡа сығарыуын талап итә. Корбтың «Көндәлеге» бик оҙаҡ ваҡыт батша Рәсәйендә тыйыла. Көндәлектең йөкмәткеһенән язалауҙы тасуирлаған урындары алып ташланған өҙөктәре Рәсәйҙә 1840 йылда ғына баҫылып сыға. Көндәлектең урыҫ телендәге тәүге баҫмаһы 1867 йылда ғына[20][34] «Император Леопольд беренсенең илсеһе Игнатий Христофор Гвариенттың 1698 йылда батшаға һәм Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Петр Беренсегә барыуы мәлендә илселек секретары Иоган Георг Корб яҙған көндәлек»[35] тигән тулы исеме аҫтында донъя күрә. Корб 1698 йылдың 10 октябрендә Мәскәүҙең үҙендә Преображенск ауылында бола күтәреүселәрҙең нисек язаланыуын бар тулылығында тасуирлап яҙа, шулай уҡ язалау күренештәренең ҡайһы береһенең һүрәттәрен дә төшөрә[33].
Василий Суриков картинаны яҙған ваҡытта ниндәй тойғолар кисереүен аҙаҡ шулай хәтерләй: «„Стрелецтарҙы“ яҙғанда һәр төн төшөмдә язалауҙарҙы күрҙем. Тирә-яғымда — ҡан еҫе. Хатта төндәрҙән ҡурҡа башланым. Уянғас еңел һулап ҡуяһың. Картинаны ҡараусыларҙы борсомаҫ өсөн язалау мәлен сағылдырманым. Төнөн төшөмдә язаланған стрелецтар, тоҡандырылған май шәмдәр тотоп, минең янға килеп баш эйә. Төшөмдә лә ҡан еҫе тынымды ҡура ине»[20].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Каталог ГТГ, т. 4, кн. 2, 2006
- ↑ В. И. Суриков, 1977, с. 300
- ↑ В. И. Суриков, 1977, с. 351
- ↑ Каталог ГТГ, т. 4, кн. 2, 2006, с. 340
- ↑ С. Н. Дружинин, 1966, с. 302
- ↑ Е. Ю. Безызвестных, 1995, с. 74
- ↑ В. С. Кеменов, 1991, с. 48
- ↑ В. С. Кеменов, 1987, с. 174
- ↑ М. М. Антокольский, 1905, с. 414
- ↑ В. С. Кеменов, 1987, с. 176
- ↑ А. Н. Бенуа, 1995, с. 331
- ↑ А. Г. Верещагина, 1973, с. 79
- ↑ В. Баева, 2010, с. 3
- ↑ Т. Кожевникова, 2000, с. 5
- ↑ Е. Ф. Петинова, 2001, с. 173
- ↑ Т. Кожевникова, 2000, с. 8
- ↑ С. М. Грачёва. Суриков Василий Иванович (HTML). Большая российская энциклопедия — bigenc.ru. Дата обращения: 18 июль 2019. Архивировано 26 май 2019 года. 2019 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Е. Ф. Петинова, 2001
- ↑ Г. С. Гор, В. Н. Петров, 1955
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 20,5 20,6 20,7 В. С. Кеменов, 1987
- ↑ 21,0 21,1 В. Н. Москвинов, 1955
- ↑ С. Н. Дурылин, 1930, с. 41
- ↑ А. Г. Верещагина, 1973, с. 77
- ↑ 24,0 24,1 В. Г. Титова, Г. А. Титов, 1956, с. 61
- ↑ 25,0 25,1 В. С. Кеменов, 1987, с. 186
- ↑ В. Баева, 2010, с. 9
- ↑ Г. С. Чурак, 2006, с. 93
- ↑ В. А. Никольский, 1923
- ↑ В. С. Кеменов, 1965, с. 20
- ↑ В. И. Суриков, 1977
- ↑ В. Г. Титова, Г. А. Титов, 1956, с. 62
- ↑ В. С. Кеменов, 1987, с. 191—192
- ↑ 33,0 33,1 В. Г. Титова, Г. А. Титов, 1956
- ↑ Г. С. Чурак, 2006
- ↑ А. Д. Дёмкин, 2013
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абрамова Н. М. Этюд В. И. Сурикова в Музее искусств Узбекистана // Звезда Востока. — 1948. — № 2. — С. 122—125.
- Баева В. Василий Иванович Суриков. — М.: Директ-Медиа и Комсомольская правда, 2010. — 48 с. — (Великие художники, том 26). — ISBN 978-5-87107-199-1.
- Безызвестных Е. Ю. Суриков и Сибирь. — Красноярск: Издательство Красноярского отделения ассоциации «Русская энциклопедия», 1995. — 127 с. — ISBN 5-88329-001-9.
- Бенуа А. Н. История русской живописи в XIX веке. — М.: Республика, 1995. — 448 с. — ISBN 5-250-02524-2.
- Боткина А. П. Павел Михайлович Третьяков в жизни и искусстве. — Л.: Искусство, 1960. — 356 с.
- Васильева-Шляпина Г. Л. Сибирские красавицы В. Сурикова. — СПб.: Иван Фёдоров, 2002. — 352 с.
- Верещагина А. Г. Художник. Время. История. Очерки русской исторической живописи XVIII — начала XX века. — Л.: Искусство (Ленинградское отделение), 1973. — 204 с.
- Володин В. И. Суриков и Самара. — Самара: Самарский областной художественный музей, 2002. — 67 с. — (Сокровища Самарской Луки). — ISBN 5-8017-0098-6.
- Волошин М. А. Суриков. — Л.: Художник РСФСР, 1985. — 224 с.
- Гольдштейн С. Н. Произведения В. И. Сурикова в оценке современной ему критики // В. И. Суриков. К столетию со дня рождения.. — М.—Л.: Издательство Академии художеств СССР, 1948. — С. 141—159.
- Гольдштейн С. Н. Утро стрелецкой казни // Художник. — 1973. — № 2. — С. 15—19.
- Гомберг-Вержбинская Э. П. Передвижники. — Л.: Искусство, 1970. — 236 с.
- Гор Г. С., Петров В. Н. Суриков. — М.: Молодая гвардия, 1955. — 224 с. — (Жизнь замечательных людей).
- Девятьярова И. Г. Всероссийская художественно-промышленная выставка 1882 года (по материалам «Иллюстрированного каталога художественного отдела» из фонда редкой книги ООМИИ им. М. А. Врубеля // Вестник Омского университета. — 2004. — № 1. — С. 96—99.
- Дёмкин А. Д. Ненаписанный дневник. — Ҡалып:Спб.: Копи-Р-Групп, 2013. — 704 с. — ISBN 978-5-905064-49-4.
- Дмитриева Н. А. Утро стрелецкой казни. Картина В. И. Сурикова. — М.: Искусство, 1948. — 35 с.
- Дружинин С. Н. В. И. Суриков. «Утро стрелецкой казни» // Замечательные полотна. — Л.: Художник РСФСР, 1966. — С. 302—310.
- Дружинин С. Н. О русской и советской живописи. — Л.: Художник РСФСР, 1987. — 232 с.
- Дурылин С. Н. Сибирь в творчестве В. И. Сурикова. — М.: Художественное издательское акционерное общество АХР, 1930. — 62 с.
- Кеменов В. С. В. И. Суриков // В книге «История русского искусства», т. 9, кн. 2, ред. И. Э. Грабарь, В. С. Кеменов, В. Н. Лазарев. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1965. — С. 7—92.
- Кеменов В. С. В. И. Суриков: Историческая живопись, 1870—1890. — М.: Искусство, 1987. — 568 с.
- Кеменов В. С. Василий Иванович Суриков. — Л.: Художник РСФСР, 1991. — 240 с. — (Русские живописцы XIX века). — ISBN 5-7370-0215-2.
- Ковалёв А. П. О реставрации картины В. И. Сурикова «Утро стрелецкой казни» // Вопросы русского и советского искусства (материалы итоговой научной конференции). — М.: Советский художник, 1973. — В. 2. — С. 283—298.
- Кожевникова Т. Василий Суриков. — М.: Белый город, 2000. — 48 с. — ISBN 978-5-7793-0222-7.
- Корб И. Г. Дневник путешествия в Московию (1698 и 1699 гг.) / перевод и примечания А. И. Малеина. — СПб.: Типография А. С. Суворина, 1906. — 317 с.
- Манин В. С. Русская живопись XIX века. — М.: СоюзДизайн, 2005. — 312 с. — ISBN 5-900230-62-7.
- Машковцев Н. Г. Василий Иванович Суриков. — М.: Государственное издательство изобразительного искусства, 1960. — 102 с.
- Москвинов В. Н. Репин в Москве. — М.: Государственное издательство культурно-просветительной литературы, 1955. — 112 с. — (Труды Музея истории и реконструкции Москвы, т. 6).
- Никольский В. А. В. И. Суриков. — Ҡалып:Пг: Брокгауз — Ефрон, 1923. — 118 с. — (Образы человечества).
- Павловский Б. В. Этюды к картине «Утро стрелецкой казни» В. И. Сурикова. — Свердловск: Свердловская картинная галерея, 1956. — 12 с.
- Перепёлкина Г. П. В. И. Суриков. — М.: Искусство, 1966. — 136 с.
- Петинова Е. Ф. Русские художники XVIII — начала XX века. — СПб.: Аврора, 2001. — 345 с. — ISBN 978-5-7300-0714-7.
- Пичугина О. К., Загородских И. В., Яковлева О. В., Таюрова З. Ю. Екатеринбургский музей изобразительных искусств. — М.: Белый город, 2004. — 64 с. — (Сокровища русского искусства). — ISBN 978-5-7793-0457-3.
- Рогинская Ф. С. Товарищество передвижных художественных выставок. — М.: Искусство, 1989. — 430 с. — ISBN 5-87685-054-3.
- Сарабьянов Д. В. Народно-освободительные идеи русской живописи второй половины XIX века. — М.: Искусство, 1955. — 300 с.
- Стасов В. В. Избранные сочинения: живопись, скульптура, музыка. — М.: Искусство, 1952. — Т. 2.
- Титова В. Г., Титов Г. А. В. И. Суриков. — Красноярск: Красноярское книжное издательство, 1956. — 208 с.
- Тульцева Л. А. Семь свечей «Утра стрелецкой казни» // Родина. — 1998. — № 2. — С. 84—87.
- Чистяков П. П. Письма, записки, воспоминания / Э. М. Белютин, Н. М. Молева. — М.: Искусство, 1953. — 592 с.
- Чурак Г. С. Василий Суриков: «Всюду красоту любил…» // Третьяковская галерея. — 2006. — № 1. — С. 92—99.
- Яковлева Н. А. Историческая картина в русской живописи. — М.: Белый город, 2005. — 656 с. — (Энциклопедия мирового искусства). — ISBN 5-7793-0898-5.
- Василий Иванович Суриков. 1848—1916. Каталог выставки / А. С. Галушкина, А. М. Лесюк, Е. А. Котова, Н. М. Щёкотов. — М.—Л.: Искусство, 1937. — 95 с.
- Василий Иванович Суриков. Письма. Воспоминания о художнике / Н. А. Радзимовская, З. А. Радзимовская, С. Н. Гольдштейн. — Л.: Искусство (Ленинградское отделение), 1977. — 384 с.
- Государственная Третьяковская галерея — каталог собрания / Я. В. Брук, Л. И. Иовлева. — М.: Красная площадь, 2006. — Т. 4: Живопись второй половины XIX века, книга 2, Н—Я. — 560 с. — ISBN 5-900743-22-5.
- Государственный Русский музей — Живопись, XVIII — начало XX века (каталог). — Л.: Аврора и Искусство, 1980. — 448 с.
- Государственный Русский музей — каталог собрания / В. А. Леняшин. — СПб.: Palace Editions, 2017. — Т. 7: Живопись второй половины XIX века (Н—Я). — 248 с. — ISBN 978-3-906917-17-7.
- Иллюстрированный каталог Художественного отдела Всероссийской выставки в Москве, 1882 г. / Н. П. Собко. — СПб.: Издатель М. П. Боткин, 1882. — 304 с.
- Марк Матвеевич Антокольский. Его жизнь, творения, письма и статьи / В. В. Стасов. — СПб.—М.: Товарищество М. О. Вольф, 1905. — 1047 с.
- Музеи Верхневолжья. Путеводитель / М. Я. Майстровский. — М.: Московский рабочий, 1981. — 304 с.
- Одесский художественный музей. Живопись XVI — начала XX веков. Каталог / Л. Н. Калмановская, Л. Н. Гурова. — Одесса: ИМК «Город мастеров», 1997. — 177 с.
- Отечественная реставрация в именах. 1918—1991 гг. / О. Л. Фирсова, Л. В. Шестопалова. — М.: Индрик, 2010. — 480 с. — ISBN 978-5-91674-068-4.
- Энциклопедия Новосибирска / В. А. Ламин. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 2003. — 1072 с. — ISBN 5-7620-0968-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суриков Василий Иванович — Утро стрелецкой казни. 1881 (HTML). Государственная Третьяковская галерея — www.tretyakovgallery.ru. Дата обращения: 25 июль 2019. 2019 йыл 13 апрель архивланған.
- Суриков Василий Иванович — Утро стрелецкой казни, 1881 (HTML). www.art-catalog.ru. Дата обращения: 4 октябрь 2019.
- Morning of the Execution of the Streltsy, Vasily Surikov, 1881 (HTML). Google Arts & Culture — artsandculture.google.com. Дата обращения: 4 октябрь 2019.