Ступников Анатолий Петрович
Ступников Анатолий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны | Покровский, Ильина Поляна ауыл Советы, Благовещен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тимерсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ступников Анатолий Петрович (21 сентябрь 1930 йыл, Башҡорт АССР-ы Благовещен районы Покровка ауылы) — Башҡорт АССР-ы «Нефтепроводмонтаж» тресының үҙәк ремонт оҫтаханалары слесары. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ступников Анатолий Петрович 1930 йылдың 21 сетябрендә Башҡорт АССР-ының Благовещен районындағы Покровка ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1949 йылда Өфөнөң 8 -се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Өфө агрегат производство берекмәһендә слесарь булып башлай.
1958 йылдан алып Өфө приборҙар эшләү заводында, 1964 йылдан «Нефтепроводмонтаж» тресының үҙәк ремонт оҫтаханаһында слесарь булып эшләй.
1988 йылдан Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында магистраль торба үткәргестәр төҙөлөшө буйынса слесарь булып эшләй
А. П.Ступникоы ҡатнашлығында Уренгой—Помара—Ужгород газ үткәргсе торбалары төҙөүҙә ҡатнаша
1998 йылда пенсияға сыға. Ступников Анатолий Петрович Өфөлә йәшәй.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пландарҙы һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙәге күрһәткестәре, бер предприятиела оҙаҡ йылда хеҙмәт иткәне өсөн А. П. Ступников I (1986), II (1981), III (1975) дәрәжәлә Хеҙмәт Даны ордены менән, миҙалдар менән бүләкләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. — У. 2010. − 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ступников Анатолий Петрович . «Герои страны» сайты.
- Ступников Анатолий Петрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.