Эстәлеккә күсергә

Стуруа Иван Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стуруа Иван Фёдорович
груз. ივანე (ვანო) თედორეს ძე სტურუა
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 16 декабрь 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Кулаши[d], Кутаисский уезд[d], Кутаиси губернаһы[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Бер туғандары Стуруа, Георгий Фёдорович[d]
Балалары Роберт Иванович Стуруа[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Стуруа Иван (Вано) Федорович (груз. ივანე (ვანო) თედორეს ძე სტურუა; (28 декабрь 1870 йыл — 13 апрель 1931 йыл) — грузин революционеры, Грузия ССР-ы Игенселек халыҡ комиссары, Бөтә Грузия Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе.

Иван Стуруа 1870 йылда крәҫтиән ғаилһендә тыуған. 1889 йылда Тифлис тимер юл оҫтаханаларында эшләй башлай, унда 1896 йылда РСДРП-ға инә. Елизаветинская урамы, 197 йортта йәшәй (хәҙерге Цинамдзгвришвили урамы)[1].

Забастовкалар ойоштороа, Баҡы, Петербург һәм Выборг ҡалаларындағы йәшерен типографияларҙа хеҙмәттәшлек итә, репрессияларға дусар ителә. 1917 йылда Самтредиала большевистик ойошма етәксеһе була. 1920 йылда Грузия КП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1922 йылдан алып 1924 йылға тиклем — игенселек халыҡ комиссары. 1922 йылдың октябренән 1923 йылдың ғинуарына тиклем Бөтә Грузия Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе. 1924 йылдан —Үҙәк контроль комиссияһы (ЦКК) ағзаһы.

1931 йылдың 13 апрелендә Тбилисиҙа вафат була.

Вано Стуруа исеме менән Баҡы суднолар ремонтлау заводы һәм Баҡы крекинг-заводы йөрөтөлә.

  • გეგეშიძე ზ., ქართული ენციკლოპედია საბჭოთა, ტ. 9, გვ. 587, თბ., 1985 წელი.