Эстәлеккә күсергә

Суворов Василий Иванович (генерал-аншеф)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суворов Василий Иванович (генерал-аншеф)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1705
Тыуған урыны Мәскәү, Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө 1775
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Храм Преподобного Феодора Студита у Никитских ворот[d]
Атаһы Иван Григорьевич Суворов[d][1]
Балалары Анна Васильевна Суворова[d] һәм Александр Васильевич Суворов[d][1]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Хәрби звание генерал-майор[d] һәм генерал-аншеф[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Святой Анны 1-й степени
 Суворов Василий Иванович (генерал-аншеф) Викимилектә

Суворов Василий Иванович (1705(1705) — 1775) — йәшерен канцелярия эшмәкәре, генерал-аншеф, сенатор, 1761—1762 йылдарҙа Көнсығыш Пруссияның генерал-губернаторы. Генералиссимус А. В. Суворовтың атаһы.

Генераль ғәскәри писарь Иван Григорьевич Суворовтың (1670—1715) һәм уның ҡатыны Марфа Ивановнаның улы. Бөйөк Петрҙың исем улы (крестник), хеҙмәт юлын унда денщик (адъютант) һәм тәржемәсе булып башлай. Император вафатынан һуң лейб-гвардиянан бомбардир-сержант итеп сығаралар. Атаһы ҡартайған көнөндә Кремлдең Благовещен соборында протоиерей тигән легенда ысынбарлыҡҡа тап килмәй[2].

Тиҙҙән Преображен полкына прапорщик итеп ҡабул ителә, унда хеҙмәт иткәндә капитанға тиклем күтәрелә.

Анна Иоанновна батшалыҡ иткәндә «ялан ғәскәрҙәрендә прокурор була»[3]. 1738 йылда Федор Ушаков менән бергә Тобольскиға батша йәберенә дусар булған кенәз Иван Долгорукийҙың «эшен» тикшереп йомғаҡлау өсөн ебәрелә. Язалауҙарҙан И. Долгорукий аҡылдан яҙа[4]. Был хәл В. Пикулдең «Һүҙ һәм эш» романында эпизод итеп һүрәтләнә.

1740 йылда Генерал-берг-директориумға прокурор итеп күсерелә. Суворов был уреждение башлығын «үҙ белдегенсә» идара итеүендә ғәйепләй, һәм был эште Хакимлыҡ итеүсе сенат тикшерергә мәжбүр була[5]. Был ваҡытҡа Суворов полковник чинында була.

1741 йылдың 2 февралендә ялан ғәскәрҙәре прокуроры вазифаһынан бушатыла һәм коллеж советнигы чинында граждандар эштәре менән шөғөлләнеүгә тәғәйенләнә.

1753 йылдың 29 мартында сенат тарафынан Изге Синодҡа обер-прокурор итеп тәҡдим ителә, ләкин батша хәҙрәттәре резолюцияһы буйынса бригадир итеп ҡуйыла, ә 1753 йылдың декабрендә генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә.

1754 йылда императрица Елизаветаның иғтибарына эләгә һәм генерал-майор чинында Хәрби коллегия ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

1758 йылдың 7 ғинуарында генерал-поручик чинын ала, шул уҡ ваҡытта Хәрби коллегияла ҡатнашыуын дауам итә.

1760 йылда хәрәкәт итеүсе армияға командировкаға ебәрелә, Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашҡан һалдаттар өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыуға 300 мең һум тотона.

1760 йылдың июнендә Изге Александр Невский ордены менән бүләкләнә.

1760 йылдың 16 авгусында сенатор итеп тәғәйенләнә. 1760 йылдың 12 сентябрендә икенсе төрлө: «16-августа сенатор итеп тәғәйенләнгән Суворовты хәрби компания тамамланғанға тиклем армиянан сығармаҫҡа» тигән указ бирелә.

В. И. Суворов

1760 йылдың декабрь айында Көнсығыш Пруссияға генерал-губернатор итеп (иҫәп буйынса өсөнсө) тәғәйенләнә. Был вазифаһында һарайҙа үткәрелгән күңел асыуҙарға сығымдарҙы ҡыҫҡарта, яңы поход иконостастарын (Кенигсберг, Мемель һәм Пиллау) эшләтә. Ер лоттарын (амттар) аукционға ҡуя башлай, бының менән ҡаҙнаға килемде арттыра. Урындағы чиновниктар Петербургҡа яңы губернаторҙың уҫаллығынан зарлана. Яраланған улы Александр (ул саҡта подполковник чинында) атаһы янында король һарайында ял итә.

1761 йылдың 27 декабрендә губернаторлыҡтан төшөрөлә.

1762 йылдың 30 ғинуарында Петр III Указы нигеҙендә Суворов Тобольскиға губернатор итеп тәғәйенләнә, әммә был вазифала эшләй алмай, сөнки июндә Петр Өсөнсөнө тәхетенән төшөрөүҙә ҡатнаша, уға императорға шәхсән тоғро булғандарҙы ҡоралһыҙландырыу һәм юҡ итеү йөкмәтелә.

Суворов Василий Иванович һәм улы Александр Кенигсбергта (реконструкция)[6]:
1. Пехота генералы (Василий Иванович Суворов)
2. Пехота полкы мушкетеры
3.
Драгунский полкы штаб-офицеры (Александр Васильевич Суворов)



Яңы императрица Екатерина II Суворовҡа Преображен полкы лейб-гвардияһы премьер-майоры һәм Измайлов лейб-гвардияһы полкы подполковнигы чиндарын бирә. Сәйәси эҙәрлекләү менән шөғөлләнә, атап әйткәндә камер-юнкер Федор Хитрово (1763) эше буйынса.

1763 йылдың 3 (14) мартында генерал-аншеф чинын ала. 1763 йылда В. И. Суворов рәйеслегендә ағастары ҡырҡылған урман һыҙаттарын һатыу буйынса махсус комиссия булдырыла.

1766 йылда беренсе дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә.


Ғүмеренең аҙағында сенатор була. 1768 йылда ул отставкаға сыға һәм Никита ҡапҡалары янынан Матвей Ржевскийҙың тол ҡатынан йорт һатып ала..

Суворов бер нисә сил ил телен белә һәм Вобандың «Ҡәлғәләргә нигеҙ һалыу» әҫәрен тәржемә итә. Нигеҙҙә хәрбиҙәргә арналған әҫәрҙәрҙән торған бай китапханаһы уның улы Александр Васильевич Суворовтың да хәрби һөнәр һайлауына булышлыҡ итә.

Суворов Василий Иванович 70 йәшендә вафат була һәм Никита ҡапҡалары янындағы Федор Студит сиркәүендә ерләнә[2].

Василий Иванович Суворов15 йәшендә «Мәскәүҙең боронғо хеҙмәт итеүсе дворяндар тоҡомона» ҡараған Петербург судъяһы ҡыҙы Авдотья Федосеевна Мануковаға өйләнә[7]. Йәш кәләш бирнәгә Орел өйәҙендә имение һәм Арбатта Никола Явленный сиркәүе янында йорт ала. Шунда уларҙың улы һәм ҡыҙҙары тыуа:

  1. Александр (1730—1800) — генерал-фельдмаршал, генералиссимус.
  2. Анна Васильевна (1744—1813), кенәз Иван Романович Горчаковтың ҡатыны. Мәскәүҙә Дон монастырында төп сиркәү янында ерләнгән.
  3. Мария Васильевна, ғәмәли статский советник, Вологод губернаһы дворяндары башлығы Алексей Васильевич Олешевтың ҡатыны. Уларҙың ғаилә тормошо ни бары өс йыл ғына дауам итә[8][9].
  • Гребельский, П. Х. Светлейшие князья Италийские графы Суворовы-Рымникские и дворяне Суворовы // Александр Васильевич Суворов: Слово Суворова; Слово современников; Материалы для биографии / Составитель и автор вступ. статьи: С. Н. Семанов. — Москва : Русскій міръ, 2000. — С. 10 (с портретом В. И. Суворова на цвет. вкл.). — 555 с. — ISBN 5-89577-027-4.
  • Книга доступна по лицензии CC BY-SA 4.0 Зацепин М. И., Ермак А. В., Костяшова З. В., Кулаков В. И, Сивкова С. Г., Литвинов Н. Н., Попов М. П. Янтарные коллекции // Янтарная книга. (Янтарный мир) = Amber Book / Рецензенты: Н. В. Мартынович, А. П. Росницын.. — Научная монография. — МоскваКалининградЯнтарный: Первая Образцовая типография, 2017. — 208 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7164-0721-3.
  • Род Суворова, детство и время до боевой службы // А. В. Суворов — великий сын России: к 200-летию со дня смерти. — Сборник. — Москва: Триада-X, 2000. — С. 122—125 (с портретом В. И. Суворова). — 320 с. — ISBN 5-8249-0038-8.

Пыляев М. И. Отец Суворова // Исторический вестник. Историко-литературный журнал. СПб. Типография А. С. Суворина. 1891. Т. 45. С. 72-78

2017 йыл 6 декабрь архивланған. Ҡалып:Александр Васильевич Суворов