Суздальцев Александр Иванович
Суздальцев Александр Иванович | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Красноусол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Александр Иванович Суздальцев (12 октябрь 1937 йыл) — нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, рационализатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Иванович Суздальцев 1937 йылдың 12 октябрендә БАССР-ҙың Красноусол районы (хәҙерге Ғафури районы) Красноусол ҡасабаһында тыуа. 1958—1961 йылдарҙа Алыҫ көнсығыш хәрби округында әрме хеҙмәтен үтә.
1956—1958 йылдарҙа «Октябрьскнефть» нефть промыслаһы идаралығының 3-сө промыслаһының ер аҫты ремонттары операторы, 1964 йылдан Төмән өлкәһенең Сургут ҡалаһында «Нижневартовскнефть» НПУ-һы операторы.
1980 йылда уның рационализаторлыҡ тәҡдиме йылына 28 мең экономия килтерә.
Самотлор нефть ятҡылығын иң тәүге үҙләштереүселәрҙең, 12 самотлорсының һәм 22 Башҡортостан нефтселәре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының береһе[1][2].
1976 йылда 50 скважиналарын хеҙмәтләндереүгә күсә (норманан ике тапҡырға артығыраҡ)[3].
1964 йылда Мегионда танкерға беренсе сәнәғәт нефтен ҡоя.
Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең V съезы, СССР профсоюздарының XVIII съезы делегаты.
Хаҡлы ялға сыҡҡас Александр Суздальцев Туймазы районында йәшәй, район ветерандар советы активисы.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977)
- Ленин ордены (1977)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Көнбайыш Себерҙең ер аҫты байлыҡтарын үҙләштергән һәм нефть-газ комплексын үҫтергән өсөн» миҙалы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Самотлор собирает первопроходцев — Парламентская газета «Тюменские известия»(недоступная ссылка)
- ↑ РАЗВИТИЕ НЕФТЕГАЗОВОЙ ОТРАСЛИ БАШКОРТОСТАНА — ЦЕЛАЯ ЭПОХА ВЕЛИКИХ ТРУДОВЫХ СВЕРШЕНИЙ 2016 йыл 8 март архивланған.
- ↑ 75 лет Ханты-Мансийскому автономному округу — Югре . Дата обращения: 24 август 2010. Архивировано 15 апрель 2009 года. 2009 йыл 15 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 октября исполнилось 75 лет Герою Социалистического Труда Александру Суздальцеву
- http://www.m-vremya.ru/news/16655.html 2016 йыл 9 август архивланған.
Суздальцев Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.