Эстәлеккә күсергә

Иманғолов Сулпан Ғоссам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сулпан Иманғолов битенән йүнәлтелде)
Сулпан Иманғолов
Тыуған көнө:

1 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы[1]

Вафат булған көнө:

9 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (69 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Мәләүез ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика, шиғриәт

Йүнәлеше:

сатира һәм юмор

Премиялары:
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре(1993)

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996)
Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2001)

Иманғолов Сулпан Ғоссам улы (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.

  • Сулпан Ғоссам улы Иманғолов 1932 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Маҡар районы (Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуа.
  • 1958 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлай.
  • 1958 йылда «Ударсы» гәзите хеҙмәткәре.
  • 1962 йылдан алып Мәләүез районының «Путь Октября» гәзите (1965 йылдан мөхәррир урынбаҫары) хеҙмәткәре.
  • 1961—1963 йылдарҙа ситтән тороп Мәскәүҙә журналистар мәктәбендә уҡый.
  • 1971 йылдан алып Мәләүез район Советы башҡарма комитетының бүлек мөдире.
  • 1974—1992 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе.
  • 2001 йылдың 9 ғинуарында Мәләүез ҡалаһында вафат була, тыуан ауылы Урман-Бишҡаҙаҡ зыяратында ерләнә.

Иманғолов Сулпан Ғоссам улы башҡорт шиғриәтенә сатирик шағир булараҡ аяҡ баҫа. Уның «Тел тирмәне» исемле тәүге сатирик һәм юмористик шиғырҙар китабы 1969 йылда донъя күрә. Ул артабан да сатира һәм юмор өлкәһендә уңышлы ижад итә. «Сатира еңгәм» (1974), «Күҙлекле һуҡыр сысҡан» (1985) китаптарына ингән фельетон һәм мәҫәлдәрендә, «Салыш көҙгө» (1980), «Таш ҡурсаҡ» (1991) йыйынтыҡтарына ингән сатирик шиғырҙарында ришүәтселекте, мутлашыуҙы фаш итә, хөрәфәттәрҙән һ.б. әсе көлә. Башҡорт балалар шиғриәтен «Аҡландағы мәктәптә», «Тәмле ҡояш», «Йәшен-ҡылыс сере» китаптары менән байыта. С. Иманғолов шулай уҡ күп йылдар дауамында публицистика өлкәһендә әүҙем ижад итә. Ул бик күп юлъяҙмаларында, ижади портреттарында һәм тарихи очерктарында үткәнде лә, хәҙерге тормошто ла өйрәнә. Уның бер төркөм иң һәйбәт публицистик әҫәрҙәре «Ғүмер бураҙналары» (2007) исемле очерктар китабында донъя күрҙе.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тел тирмәне. Өфө, 1969 й.
  • Сатира еңгәм. Өфө, 1974 й.
  • Күҙлекле һуҡыр сысҡан. Өфө, 1985 й.
  • Салыш көҙгө. Өфө, 1980 й.
  • Таш ҡурсаҡ. Өфө, 1991 й.
  • Йәнтөйәктә — беҙҙең йөрәк.
  • Аҡландағы мәктәптә
  • Тәмле ҡояш
  • Йәшен-ҡылыс сере
  • Тауис-Тауыҡ
  • Ғүмер бураҙналары. Өфө, 2007 й.
  • Мифтахов Р. Сатира һәм юмор уҙаманы. // Башҡортостан. 2002 й., 19 ғинуар.
  • Мифтахов Р. Үҙәген күреп, мәҙәген табып йәшәне. // Башҡортостан. 2011 й., 20 февраль.
  • Әмиров С. Сулпан ағай өндәшер кеүек. // Башҡортостан. 2001 й. // Башҡортостан. 2001 й., 20 февраль.
  • С. Ғәлимова-Йөҙөмбаева. Барыһы ла бер йөрәккә йыйыла. // Башҡортостан. 2001 й., 20 февраль.
  • Вәлитов И.Үҙе китте — йыры ҡалды. // Ағиҙел. 2002 й., № 1.
  • Йәнбәков В. «Әкиәт бабай». // Ағиҙел, 2002., № 1.