Супрун Ульяна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Супрун Ульяна
укр. Уляна-Надія Супрун
ингл. Ulana Nadia Suprun
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Ulana Nadia Jurkiw
Тыуған көнө 30 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Мичиган[d], Детройт
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, табип
Эш биреүсе Украинский католический университет[d]
Биләгән вазифаһы Minister of Health[d]
Уҡыу йорто Университет Уэйна[d]
бакалавр[d]
Университет штата Мичиган[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d], фәлсәфә докторы[d] һәм белгес[d]
Сексуальная ориентация гетеросексуаллек[d]
Ҡатнашыусы Евромайдан[d]
Рәсми сайт moz.gov.ua/ua/portal/per…
suprun.doctor
Commons-logo.svg Супрун Ульяна Викимилектә

Улья́на Супру́н (укр. Уляна Супрун, ҡыҙ фамилияһы Ю́ркив (ингл. Jurkiw, укр. Юрків); тыуған 30 январь, 1963, Детройт, штат Мичиган, АҠШ) — украин йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, 2016 йылдың 22 июленән 2019 йылдың 29 авгусына тиклем — Украина Һаулыҡ һағы министры вазифаһын башҡарыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы, үҫмер һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ульяна Юркив Детройтта (США) украин сығышлы ғаиләлә тыуа. Украин грек-католик сиркәүенә йөрөй, «Пласт» украин скаут ойошмаһында ҡатнаша. 11 йәше тулғанда беренсе тапҡыр ата-әсәһе менән Украинала була.

Мичиган штаты университетында медицина буйынса белем ала[1].

1981 йылдан 1985 йылға тиклем Уэйн университетында уҡый, унда биология өлкәһендә тәбиғи фәндәр буйынса бакалавр дәрәжәһенә өлгәшә. 1985—1989 йылдарҙа Мичиган штаты университеты эргәһендәге Кеше медицинаһы колледжында уҡый, медицина докторы дәрәжәһенә эйә була (MD, табип). 1989—1990 йылдарҙа «Оаквуд (инг.)баш.» (Oakwood) һаулыҡ һағы системаһына ингән «Бомонт» (Beaumont) хәстәханаһында (Дирборн, Мичиган штаты) йыллыҡ резидентура программаһын үтә.

Һөнәри эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылдан 1994 йылға тиклем Детройтта[1] «Синай» хәстәханаһында радиологик диагностика буйынса табип-резидент булып эшләй.

Ульяна Супрун — кесе клиник профессор[1]. 1995 йылдан 1999 йылға тиклем Нью-Йоркта ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге диагностик радиологияһында эшләй, артабан Детройтта [источник не указан 181 день] Генри Форд хәстәханаһында һөт биҙҙәре диагностик радиологияһы өлкәһендә директор вазифаһын башҡарыусы була.

2000 йылдан Супрун Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге диагностик радиологияһы үҙәгендә (Медикал Имеджинг оф Манхэттен) баш табип-кардиолог урынбаҫары булып эшләй, аҙағыраҡ медицина директоры урынбаҫары һәм ошо медицина үҙәгендә партнёр була, унда 2009 йылға тиклем эшләй. [источник не указан 181 день]

Николай Пирогов исемендәге Беренсе ирекле медицина госпиталенең күҙәтеүселәр советы ағзаһы, Майҙан Медиктары ағзаһы, Нью-Йоркта Украин йәштәре союзы бүлексәһе ағзаһы (1995—2013), Американың Украина конгресы комитеты ағзаһы (1990 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем), Украиндарға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса совет директоры, УККА (1997—1999), Украина-Америка граждандар азатлығы ассоциацияһы президенты (2000—2009). [источник не указан 181 день]

Украинаға күсенеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мичиган штаты университеты Ульяна Юркивҡа биргән табип дипломы

2013 йылдың көҙөндә ире Марко Супрун менән Украинаға күсенергә ҡарар итәләр. Шуға ла 29 ноябрҙә, сәйәси көрсөк мәлендә Киевта Майҙанда була. Декабрь уртаһында Ульяна Профсоюздар йортонда Евромайҙандың медицина хеҙмәтенә урынлашырға тырышып ҡарай, әммә, Украинның һаулыҡ һағы министры (2014) Олег Мусий белдереүенсә, ул уны өс көндән һуң унан ҡыуып сығара, сөнки уның был хеҙмәттә әүҙем эшләүе тураһындағы мәғлүмәт «фейк һәм ялған» . Артабан Супрун Бөтә донъя украиндар конгресының гуманитар башланғыстарын етәкләй һәм Украина граждандарына, айырыуса һуғыш хәрәкәте ветерандарына медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яҡшыртыу менән шөғөлләнгән «Патриоттарҙы яҡлау» йәмәғәт ойошмаһын ойоштора (укр. Захист Патріотів).

Украинаға күсенгәндән һуң Бөтә донъя украиндар конгресының гуманитар башланғыстар үҙәге директоры, «Патриоттарҙы яҡлау» йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һала, 2015 йылдың октябрендә Украина католик университетының Реабилитация медицинаһы мәктәбен аса һәм уның директоры вазифаһын башҡара[2]. Шулай уҡ Юғары раданың һаулыҡ һағы мәсьәләләре буйынса штаттан тыш консультанты була

2015 йылдың 11 июлендә Украина президенты Пётр Порошенко ирле-ҡатынлы Ульяна һәм Марк Супрундарҙың Украина гражданлығын алыуҙары тураһындағы указға ҡул ҡуя.[3]

Украинаның Һаулыҡ һағы министрлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 12 июлендә Украина президенты Пётр Порошенко премьер-министр Владимир Гройсмандың Ульяна Супрунды Украина һаулыҡ һағы министры урынбаҫары итеп төғөйенләү тураһындағы тәҡдимен хуплай[4]. 2016 йылдың 27 июлендә Украина Министрҙар кабинеты Ульяна Супрунды Украинаның һаулыҡ һағы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй[5]. 2016 йылдың 1 авгусынан Супрун Һаулыҡ һағы министры вазифаһын башҡара башлай[6]. 2016 йылдың 30 ноябрендә хөкүмәт Украинала һаулыҡ һағы системаһында реформа үткәреү өсөн нигеҙ булып торған һәм медицина өлкәһенә идара итеү йәһәтенән оператив мәсьәләләрҙе хәл иткән 10 ҡарар ҡабул итә[7]. Атап әйткәндә, ике концепция — һаулыҡ һағы системаһын финанслау һәм йәмәғәт сәләмәтлеге системаһын үҫтереү реформалары раҫлана. 2017 йылдың 8 июнендә Юғары рада беренсе уҡыуҙа һаулыҡ һағы системаһын финанслауҙың яңы моделен индереү тураһындағы 6327-се һанлы закон проектын ҡабул итә.

Украинала дауам иткән туберкулёз эпидемияһына бәйле Ульяна Супрун, ил халҡының 50 процентына яҡыны инфекция йөрөтөүселәр, һәм һәр дүртенсе осраҡ мультирезистентлы, тип белдерә. Уның фекеренсә, уларҙы дарыуҙарҙы регуляр ҡулланыу ярҙамында амбулатор рәүештә дауаларға кәрәк.

2018 йылдың 1 ноябрендә Украинаның 322 гражданына, шул иҫәптән Ульяна Супрунға ҡарата Рәсәй санкциялары индерелә[8].

2019 йылдың 5 февралендә Киев ҡалаһының округ административ суды, Украинаның халыҡ депутаты Игорь Мосийчуктың дәғүәһен өлөшләтә ҡәнәғәтләндереп, Ульяна Супрундың Украина Һаулыҡ һағы министры полномочиеларын үтәүен тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Суд уға «министр полномочиеларын үтәүгә йүнәлтелгән теләһә ниндәй эш алып барыуҙы тыя». Суд үҙенең ҡарарын түбәндәгесә аңлата: министр вазифаһын башҡарыу тик бер ай ғына дауам итергә тейеш, ә Супрун ике йыл инде ошо вазифала[9][10][11]. Бынан тыш Мосийчуктың дәғүәһендә, 2015 йылда украин паспортын алғандан һуң Супрундың АҠШ гражданлығынан баш тартмауы «Украина гражданлығы тураһындағы» Законға ҡаршы килә, тип белдерелә[12]. Юстиция министрлығынан был тыйыуҙы бөтөрөү тураһында юллауҙы ҡарау 11 февралгә тәғәйенләнә[13]. 14 февралдә суд ҡарары менән Ульяна Супрун үҙ вазифаһына кире ҡайтарыла[14].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ире (1991 йылдан) — Марко Супрун — украин сығышлы канадалы, режиссёр, сценарийҙар яҙыусы, философ һәм политолог, радиола алып барыусы — «Громадському радио»һында «Ukraine Calling» («Говорит Украина») тапшырыуын, ютубканалда «StopFake English» тапшырыуын алып бара, ҡатыны менән бергә «Патриоттарҙы яҡлау» волонтер проектына нигеҙ һала, кинопродюсер.
  • Атаһы — Джордж Гарри Юркив (род. 1935) — ҡорал магнаты, «North American Controls» компанияһының элекке акционеры һәм вице- президенты, хәрби подрядсы, M1 Abrams танкыһын етештереүҙә ҡатнаша, украин хәрби медицинаһына 100 мең. долларов аҡса бүлә.
  • Әсәһе — Зеновия Юркив.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Супрун Ульяна. УНН (2016). 12 апрель 2019 тикшерелгән.
  2. УКУ відкриває Школу реабілітаційної медицини - УКУ (uk-UA), УКУ. 29 август 2017 тикшерелгән.
  3. Президент вручил паспорта граждан Украины Ульяне и Марку Супрун: Вашими усилиями спасены тысячи жизней (11.07.2015).
  4. Президент запропонував волонтеру Уляні Супрун стати заступником міністра охорони здоров’я. «Українські новини» (12.07.2016).
  5. На прохання Порошенка Супрун призначили заступником міністра охорони здоров'я. «Украинская правда» (2016-07-22).
  6. В.о. міністра охорони здоров'я отримала карт-бланш – Розенко.
  7. Уряд ухвалив 10 постанов, які кардинально вплинуть на діяльність системи охорони здоров'я. Кабінет Міністрів України.
  8. Помідори Фірташа, Ярош і син Порошенка: проти кого Росія запровадила санкції  (укр.) (2018-11-01). 1 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  9. Отстранение Ульяны Супрун: каких полномочий лишил реформатора суд. Телеканал 24 (2019-02-07). 7 февраль 2019 тикшерелгән.
  10. Ящик Пандоры для кабмина: почему украинские политики встали на защиту Ульяны Супрун. RT (2019-02-06). 7 февраль 2019 тикшерелгән.
  11. Реформатор украинской медицины или ее могильщик: что нужно знать об Ульяне Супрун. «Сегодня» (2019-02-06). 7 февраль 2019 тикшерелгән.
  12. В Окружном админсуде пояснили, что отстранили Супрун из-за двойного гражданства и превышения ею срока пребывания в статусе и.о.. «Интерфакс-Украина» (2019-02-05). 7 февраль 2019 тикшерелгән.
  13. Суд назначил рассмотрение ходатайства Кабмина по Супрун на 11 февраля. УНН (2019-02-07). 7 февраль 2019 тикшерелгән.
  14. Суд восстановил Супрун в должности. Корреспондент.net (14.02.2019).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]