Эстәлеккә күсергә

Суханов Евгений Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суханов Евгений Алексеевич
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 апрель 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө гражданское право[d]
Эш урыны юридический факультет МГУ[d]
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d] (1986)
Ғилми етәксе Грибанов, Вениамин Петрович[d]
Уҡыусылар Наталия Владимировна Козлова[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Суханов Евгений Алексеевич (8 апрель 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-хоҡуҡ белгесе, гражданлыҡ хоҡуғы буйынса белгес, юридик фәндәр докторы. Профессор, Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире.

1971 йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай[2].

1974 йылда «Проблемы кодификации гражданского законодательства в ГДР» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1974 йылдан алып ассистент, өлкән уҡытыусы, Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты булып эшләй[2][3].

1986 йылда «Общие тенденции развития гражданского права зарубежных европейских стран — членов СЭВ» темаһына юридик фәндәр докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[4].

1988 йылдан — Халыҡ -ара коммерция арбитраж суды арбитры, һуңынан корпоратив бәхәстәр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[5][6].

1989—1992 йылдарҙа — МДУ юридик факультетының ғилми эштәр буйынса декан урынбаҫары була[2]. 1989—1991 йылдарҙа СССР закон проекттары «СССР-ҙа милек тураһында», РСФСР законы «РСФСР-ҙа милек тураһында», «Предприятиелар һәм эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге тураһында», ССР Союзы һәм республикаларҙың гражданлыҡ закондарын сығарыу нигеҙҙәрен эшләүҙә ҡатнаша.

1990 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты профессоры[2]. Шул уҡ йылда, В.П. Грибанов үлгәндән һуң, Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы мөдире була[7].

1991 йылдың 30 ноябрендә шәхси хоҡуҡтың Республика -ара тикшеренеү үҙәге советы составына инә[8].

1992—2003 йылдарҙа — МДУ-ның юридик факультеты деканы[2]. 1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Шәхси хоҡуҡтың тикшеренеү үҙәге кәңәшсеһе[5]. «КПСС эштәре» буйынса эксперт[9].

1992 йылдың 15 июнендә А.Е. Суханов Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексы проектын әҙерләү буйынса эшсе төркөмө составына индерелә. Проект өҫтөндә уның менән бергә М. А. Митюков, Н. В. Федоров, Ю Х. Калмыков, А Л. Маковский, В А. Дозорцев, О. М. Козырь, В В. Витрянский, Г К. Толстой, С А. Хохлов, Лена. И. Брычева һ. б. эшләй[10].

1997 йылда суд эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының Президент ҡарамағындағы Совет составына инә[11].

1999 йылдың 5 октябренән — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ закондары сығарыуҙы камиллаштырыу буйынса совет ағзаһы[12], 2003 йылдың 29 октябренән — Совет рәйесе урынбаҫары[13].

2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданлыҡ закондар сығарыу үҫешенең концепцияһын төҙөүҙә ҡатнаша, уның нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексын реформалау тормошҡа ашырыла[14].

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды ҡарамағындағы ғилми-консультация советы[15], Интеллектуаль хоҡуҡтар буйынса суд[16], Рәсәй Генераль Прокуратураһы ағзаһы[17]. «Вестник гражданского права» журналының баш мөхәррире[18]. Дигест Юстиниандың ете томлыҡ тәржемәһе эшендә ҡатнаша[19].

Награда һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«

  • СССР Юғары уҡыу йорто министрлығының премияһы (1986)[5];
  • «Ғалим» номинацияһында юғары юридик премия «Фемида» (1996)[20];
  • Скопьела Изге Кирилл һәм Мефодий университетында хоҡуҡ докторы (2000)[3];
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007, Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексын проектын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн)[21];
  • «Македония алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2014)[22];
  • «Юридик фәндәргә индергән өлөшө өсөн» номинацияһында «Йыл юрисы» премияһы (2018)[23].

Төп ғилми хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары һәм монографиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Суханов Е. А. Вещное право: Научно-познавательный очерк. — М., 2017.
  • Суханов Е. А. Гражданское и хозяйственное право европейских социалистических стран — членов СЭВ. — М., 1984.
  • Суханов Е. А. Гражданское право России — частное право: Сборник статей. — М., 2008.
  • Суханов Е. А. Лекции о праве собственности. — М., 1991.
  • Суханов Е. А. Проблемы кодификации корпоративного и вещного права: Избранные труды 2013—2017 г.г. — М., 2018.
  • Суханов Е. А. Проблемы реформирования Гражданского кодекса России: Избранные труды 2008—2012 гг.. — М., 2013.
  • Суханов Е. А. Российский закон о собственности: Научно-практический комментарий. — М., 1993.
  • Суханов Е. А. Сравнительное корпоративное право. — М., 2014.
  • Маттеи У., Суханов Е. А. Основные положения права собственности. — М., 1999.

Коллектив хеҙмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гражданское право: Учебник. В 2-х томах / Под ред. Е. А. Суханова. — М., 1993.
  • Гражданское право: Учебник. В 2-х томах / Отв. ред. Е. А. Суханов. — 2-е изд. — М., 1998—2000.
  • Гражданское право: Учебник. В 4-х томах / Отв. ред. Е. А. Суханов. — 3-е изд. — М., 2004—2006.
  • Гражданское право: Учебник. В 4-х томах / Отв. ред. Е. А. Суханов. — 2-е изд. — М., 2019—2020.
  • Комментарий к Федеральному закону «О третейских судах в Российской Федерации» / Отв. ред. А. Л. Маковский, Е. А. Суханов. — М., 2003.
  • Комментарий к части третьей Гражданского кодекса Российской Федерации / Под ред. А. Л. Маковского, Е. А. Суханова. — М., 2002.
  • Право собственности: актуальные проблемы / Отв. ред. В. Н. Литовкин, Е. А. Суханов, В. В. Чубаров. — М., 2008.
  • Проблемы развития частного права: Сборник статей к юбилею В. С. Ема / Отв. ред. Е. А. Суханов, Н. В. Козлова. — М., 2011.
  • Российское гражданское право: Учебник. В 2-х томах / Отв. ред. Е. А. Суханов. — М., 2010.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #138437157 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Летопись Московского университета
  3. 3,0 3,1 Суханов Евгений Алексеевич 2019 йыл 17 ноябрь архивланған.
  4. Диссертация
  5. 5,0 5,1 5,2 Евгений Алексеевич Суханов 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Суханов Евгений Алексеевич
  7. История кафедры гражданского права юридического факультета МГУ 2019 йыл 19 ноябрь архивланған.
  8. Распоряжение Президента СССР от 30 ноября 1991 года № РП-2934
  9. Рудинский Ф. М. «Дело КПСС» в Конституционном Суде. — М., 1999. — С. 189.
  10. Распоряжение Председателя Верховного Совета Российской Федерации от 15 июня 1992 года № 2993рп-I
  11. Указ Президента Российской Федерации от 14 октября 1997 года № 1115
  12. Указ Президента Российской Федерации от 5 октября 1999 года № 1338
  13. Указ Президента Российской Федерации от 29 октября 2003 года № 1267
  14. Суханов Евгений Алексеевич 2011 йыл 30 сентябрь архивланған.
  15. Постановление Пленума Верховного Суда Российской Федерации от 31 мая 2007 года № 30
  16. Состав Научно-консультативного совета при Суде по интеллектуальным правам
  17. Приказ Генпрокуратуры РФ от 3 января 1996 года № 1.
  18. О журнале 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
  19. Компания «Консультант Плюс» и издательство «Статут» выпустили первый полный русский перевод Дигест Юстиниана
  20. Премия «Фемида» вручена лучшим юристам 1999 года
  21. Указ Президента Российской Федерации от 17 декабря 2007 года № 1685
  22. Встреча с Президентом Македонии 2019 йыл 17 ноябрь архивланған.
  23. В Москве состоялась церемония вручения премии «Юрист года — 2018»
Алдан килеүсе:
Марченко Михаил Николаевич
МДУ-ның юридик факультеты деканы
1992—2003
Һуңынан килеүсе:
Голиченков Александр Константинович