Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы
Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы | |
Нигеҙләү датаһы | 2008 |
---|---|
Дәүләт | Монголия |
Административ-территориаль берәмек | Налайх[d] |
Төп тема | Сыңғыҙхан |
Жанр | конная статуя[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | тутыҡмай торған ҡорос[d] |
Һүрәтләнгән объект | Ат, верховая езда[d], Сыңғыҙхан һәм ир |
Бейеклеге/буйы | 40 метр һәм 10 метр |
Сыңғыҙхандың Цонжин-Болдогтағы статуяһы Викимилектә |
Сыңғыҙхандың атлы статуяһы (монг. Чингис хааны морьт хөшөө) — Монголияла, Цонжин-Болдогта урынлашҡан Сыңғыҙхандың иң ҙур һәйкәлдәренең, донъялағы ҙур атлы статуяларҙың береһе[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атлы статуяһы Улан-Баторҙың үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километр алыҫлыҡта, Улан-Батор ҡалаһының Найлах административ районы составына ингән, Туве аймағынан, Туул йылғаһы ярынан алыҫ түгел, риүәйәттәр буйынса, Сыңғыҙ алтын ҡамсы тапҡан урында — Цонжин-Болдогта урынлашҡан. Скульптор Д. Эрдэнэбилэг статуя проектын архитектор Ж. Энхжаргал ҡатнашлығында эшләй. Монумент 2008 йылдың 8 сентябрендә рәсми асыла.
Статуяһының бейеклеге, ун метрлыҡ постаментты иҫәпкә алмағанда — 40 метр. Һын 250 тонна ауырлығындағы тутыҡмай торған ҡорос менән ҡапланған[1] һәм Сыңғыҙхандан алып Лигдэнханға тиклем Монгол империяһы хандарын символлаштырыусы 36 колонна менән уратылған. Ике ҡатлы постаментта сәнғәт галереяһы, хунну дәүере музейы, бильярд залы, ресторандар, сувенирҙар кибете һәм конференц-зал урынлашҡан[2]. Ат башында — күҙәтеү майҙансығы.
Тематик парк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Статуяның тирә-яғын монголдарҙың малға һалынған ырыу келәймәһе формаһында урынлашҡан ике йөҙ туристик тирмә менән тултырыу күҙаллана. Улар XIII быуат монгол көнкүрешенә арналған, алты: хәрби, һөнәрселек, шаманлыҡ, китап, хан һәм малсылыҡ секцияларына бүленгән тематик паркты тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ гольф уйнау яланын йыһазландырыу, яһалма күл эшләү, асыҡ һауалағы театр төҙөү планлаштырыла[2]. Комплекс булдырыуға әле 28 миллиард ₮[3] тотонолған.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Сыңғыҙхандың статуяһына илтеүсе төп юл
-
Сыңғыҙхандың статуяһындағы күҙәтеү майҙанынан тематик парк күренеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1
- ↑ 2,0 2,1 Хаана цогцолбор сыңғыҙхан хөшөөт 2011 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑