Эстәлеккә күсергә

Сәйфуллин Таһир Сергей улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәйфуллин Таһир Сергеевич битенән йүнәлтелде)
Таһир Сәйфуллин
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Сәйфуллин Таһир Сергеевич

Тыуған

6 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

СССР-ҙың Волгоград өлкәһе Фролов ауылы

Үлгән

25 июль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

дирижёр

Хеҙмәттәшлек

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы

Наградалар
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1967

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Сәйфуллин Таһир Сергеевич (6 май 1932 йыл25 июль 2007 йыл) — хор дирижёры, педагог. Башҡортостандың халыҡ артисы (1995), РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967).

Таһир Сергеевич Сәйфуллин 1932 йылдың 6 майында Волгоград өлкәһенең Фролов ауылында тыуған, әммә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Башҡортостанда үткәрә. 1962 йылда, әле студент сағында уҡ, Һарытау ҡалаһының Профсоюздар мәҙәниәт йортонда академик хор капеллаһы етәксеһе булып эшләй. 1969 йылда хор капеллаһы ойоштороу маҡсатында Өфөгә саҡырыла.

Башҡорт хор капеллаһының тәүге концерты 1970 йылдың 12 апрелендә үтә. Таһир Сәйфуллин күп кенә сит ил һәм рус музыкаһы корифейҙары әҫәрҙәрен репертуарға индереү менән бергә татар һәм башҡорт халыҡ музыкаһы өлгөләренә, композиторҙар әҫәрҙәренә лә ҙур иғтибар һәм урын бирә.

Дирижёр эше менән бергә Таһир Сәйфуллин 1982 йылдан 1986 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында дирижёрлыҡ кафедраһы доценты була, артабан Өфө сәнғәт училищеһында хормейстерҙар әҙерләү менән шөғөлләнә.

Таһир Сәйфуллин 2007 йылдың 25 июлендә Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы Таһир Сәйфуллин исемен йөрөтә[1].