Эстәлеккә күсергә

Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Балаҡатай районы
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Тербун районы, Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө расчёт
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы (1922 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районында тыуа. 1941 йылда Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының орудие ҡороусыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылда дошман беҙҙең частар оборонаһының алғы һыҙығына яҡын килеп батареяның утлы һыҙығына бик көслө артиллерия уты аса. Алышта Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (1942)[2]. 1942 йылдың июлендә ошо тиң булмаған һуғышта Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы һәләк була. Курск өлкәһенең Борки ауылында ерләнә (хәҙер Липецк өлкәһе, РФ)[3]

  • Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. —С 47 Уфа: Китап, 2005. — 276 с: ил.