Сәләмов Фәйез Сәләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәләмов Фәйез Сәләм улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Ҡариҙел районы, Ҡортлокүл ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Һөйөндөк
Вафат булған көнө 4 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны Польша, Западно-Поморское воеводство[d], Хощненский повят[d], Хощно[d], Хощно[d]
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәләмов Фәйез Сәләм улы (рус. Салямов Фаиз Салямович 1905 йыл — 4 май 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡариҙел районы Һөйөндөк ауылында тыуа. Байҡыбаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ездовой һәм артиллерист булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 1 февраленән алып 4 февраленә тиклем Замошье тораҡ пункты янындағы һуғыштарҙа гвардия рядовойы ездовой Сәләмов Фәйез Сәләм улы дошмандың көслө уты аҫтында миналар һалынған юл буйлап яңы ут һыҙығына орудиеларҙы еткерә. Эскадрондың материаль өлөшөн һәм аттарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, орудиелар эскадрондың хәрби тәртиптә һаҡлана. Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1944 йылдың 29 февралендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 17 февралендә 76 мм орудиеларҙың 1-се расчеты гвардия ефрейторы Сәләмов Фәйез Сәләм улы Петцник тораҡ пункты янында барған һуғышта расчет составында дошмандың ике көслө атакаһын кире ҡаға. Дошман һалдаттарының төркөмө орудиеға ныҡ яҡынлашһа ла бер аҙым да артҡа сигенмәй, бөтә расчеттың ныҡышмалы оборонаһы арҡаһында дошмандың пулемет уты баҫтырыла һәм 35-кә яҡын һалдат һәм офицеры юҡ ителә. Йыш атыуҙарҙан һуң орудие туҡтап ҡалғас, Сәләмов тылдан шәхси ҡоралы менән фашистарҙы сигенергә мәжбүр итә. 1945 йылдың 31 мартында гвардия ефрейторы Сәләмов Фәйез Сәләм улы был ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

Сәләмов Фәйез Сәләм улы 1945 йылдың 4 майында һәләк була, Германияның (хәҙер Польшаның) Арнсвальде ҡалаһында ерләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]