Эстәлеккә күсергә

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәмигуллин Рафаэль Исхаҡ улы битенән йүнәлтелде)
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы
Тыуған көнө 26 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Сереккүл, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы (рус. Самигуллин Рафаэль Исхакович; 26 май 1941 йыл — 1994 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Рафаэль Исхаҡ улы Сәмиғуллин 1941 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1959 йылда санпэпидстанцияла фельдшер булып башлай. 1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһына хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғас, ВЛКСМ-дың Илеш райкомының икенсе секретары, артабан рофессиональ-техник училище директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. 1974—1985 йылдарҙа КПСС-тың Илеш районы комитетында инструктор, райондың «Сельхозхимия» берекмәһендә управляющий урынбаҫары булып эшләй.

1985—1990 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1990 йылдан КПСС-тың Илеш район комитетының икенсе секретары. 1992 йылда дәүләт һәм муниципаль милек менән идара итеү буйынса Илеш район комитеты рәйесе итеп һайлана.[1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.[2]

Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы 1994 йылда вафат була.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104